13 июл. 2012 г.

“Йәшел ураҡ”

Етерлек аҙыҡ туплау – төп бурыс
Шулай тип иҫәпләй ҡуянтауҙар

Йылдың ҡоро килеүе, көндәрҙең эҫе тороуы аграрийҙарға ҡаты һынау ҡуя. Бөгөн малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, уға етерлек аҙыҡ запасы туплау – иң актуаль бурыстарҙың береһе. Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, райондың ауыл хужалығы предприятиеларында, КФХ-ларҙа бөтә көс мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Кисәге көнгә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, район буйынса 2263 тонна бесән (планға ҡарата 16 процент), 3380 тонна сенаж (14 процент) һалынған.

“Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә лә эштәрҙең иң ҡыҙған мәле – бында бөгөн төп көс мал аҙығы әҙерләүгә йүнәлтелгән. Быйыл хужалыҡҡа 845 гектарҙағы күп йыллыҡ үләндәрҙе сабыу бурысы тора. Әле 750 гектарҙа үлән сабылған, 160 тонна бесән әҙерләнгән.
Предприятие директоры М.Б. Салихов менән баҫыуҙарҙа йөрөгәндә эштәрҙең ойошҡанлы барыуына шаһит булдыҡ.  Мал аҙығы әҙерләүҙә эшләгән һәр кем үҙ бурысын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Үлән сабыуҙа хужалыҡ механизаторы Варис Ишембәтов (“Урал аръяғы” МТС-ының 11 метрлы “МакДон” сапҡысы файҙаланыла), тырматыуҙа Александр Данилов, ышыртыуҙа Зәкир Байышев менән Анатолий Кутуков, ташыуҙа алдынғы водитель Альберт Һатыбалов, К-700 тракторында Марат Мырҙабулатовтар юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Бесәнлектә бесән эҫкертләүгә механизатор Булат Ғәйнетдинов һәм уның ярҙамсылары  Илфат Ғәйнетдинов, Илнур Буранбаев, Валерий Семенов йәлеп ителгән. 
Һис шикһеҙ,  быйылғы ҡатмарлы һауа шарттары үҙенең эҙен ҡалдырған – ер өҫтө ҡоролоҡтан сатнап бөткән. Шуға күрә лә үләндең төшөмө насар, гектарынан ни бары 3 центнер тәшкил итә.    Марат Булат улы әйтеүенсә, сенажға 70 гектарҙа кукуруз, 300 гектарҙа судан үләне һәм 100 гектарҙа рапс сәселгән. Аяуһыҙ ҡоролоҡ, көндәрҙең эҫе тороуы арҡаһында әле был баҫыуҙарҙағы үлән яҡшылап күтәрелмәгән. Ҡуянтауҙар ҙа, башҡа аграрийҙар кеүек үк, яуым-төшөмгә өмөт итә.
Нисек кенә булмаһын, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе коллективы быйыл да ҡышҡа тейешле әҙерлек менән инер, тип ышанайыҡ. Сөнки етерлек аҙыҡ запасы тупламай тороп, малсылыҡтан яҡшы продукция етештереп булмауын һәр аграрий яҡшы аңлай.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоларында: А.Данилов; В.Семенов, И.Ғәйнетдинов, И.Буранбаев, Б.Ғәйнетдинов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.