17 июл. 2012 г.

Дин һәм иман

Изге юлдан


Беҙҙең ауылыбыҙҙа бына ун йыл инде иман йорто – мәсет эшләй. Мин һәм дуҫтарым Айҙар Ҡаһарманов, Вилүр Зәйнуллин, Илназ Әхмәҙин ҙур теләк менән мәсеткә йөрөйбөҙ. Мәсетебеҙҙең имам-хатибы Рәдиф ағай Шаһыбалов — беҙгә бар яҡтан өлгө. Ул беҙгә Ҡөрьән сүрәләрен, аят-доғалар, ғәрәпсә уҡырға, намаҙға баҫырға өйрәтә.

Беләге бар – берҙе еңер, белеме бар – меңде еңер, тип халҡыбыҙ бик дөрөҫ әйткән. Рәдиф ағай шундай белемле, тәртипле, ярҙамсыл, өлгөлө ул һәм хәстәрлекле атай ҙа. Атаһы Әбүзәр олатай ҙа иманлы, динле кеше. Ҡатыны Фәнүзә Риза ҡыҙы менән үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, уңған бер ул, ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Улар мәсеттә лә, мәктәптә лә үткән бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Донъяларын да, мәсетте лә таҙа, тәртиптә тоталар, бер намаҙын ҡалдырмай уҡыйҙар.
Былтыр Рәдиф ағай хажға барып ҡайтты, беҙҙе бүләктәр биреп ҡыуандырҙы. Йыл һайын Билал, Һәмән, Өмөтбай, Күгиҙел ауылдары кешеләре араһында намаҙ һәм сүрә уҡыусылар конкурсы үткәрә. Быйыл мин Гран-при яулағас, кеҫә телефоны менән бүләкләнеләр. Шулай уҡ райондағы конкурста ла ҡатнашып, бишенсе урынға сыҡтым. Ошо еңеүҙәремдә имам-хатип Рәдиф ағайҙың да өлөшө бик ҙур. Уға артабанғы эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхет теләп, оло рәхмәтемде әйтәм.
Алмас ҒӘБИТОВ.
Билал ауылы.
Һүрәттә: Иманлы ғаилә – Рәдиф ағай атаһы Әбүзәр олатай һәм улы Шамил менән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.