30 июл. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Банкирҙар осрашты


“Талҡаҫ” шифаханаһында Башҡортостан Республикаһының иҫәп-касса үҙәктәре етәкселәренең күсмә кәңәшмәһе үтте. Унда ағымдағы йылдың алты айлыҡ эш һөҙөмтәһе ҡаралды һәм киләһе йылға бурыстар ҡуйылды, маҡсаттар билдәләнде. Кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһының Милли банк рәйесе Рөстәм Хәбиб улы Марданов алып барҙы.
 

Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов һәм Сибай ҡалаһы ҡала округының финанс идаралығы начальнигы В.Н. Трофимов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы Баймаҡ ҡалаһы һәм районы, Сибай ҡалаһының социаль-иҡтисади торошо менән таныштырҙы. Уларҙа бигерәк тә Баймаҡ ит комбинатының эшмәкәрлеге ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Предприятиела етештерелгән продукцияларҙы реализациялауға ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны.
 
Кәңәшмәлә республика банк системаһының эшмәкәрлек һөҙөмтәһе ҡаралды, айырыуса көньяҡ-көнсығыш райондарына ҙур иғтибар бирелде. Башҡортостан Республикаһының Милли банк рәйесе урынбаҫары Г.Х. Әхмәтшин етешһеҙлектәргә туҡталып, иҫәп-касса үҙәгенең эске контроль эштәрен ойоштороуға ҡағылышлы иҫкәртеүҙәр яһаны.
 
– Иҫәп-касса үҙәгенең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, республикала банк секторы ярайһы яҡшы үҫеш ала, тигән ҡарарға килдек, – тине Рөстәм Хәбиб улы Марданов. – Быны кредит алыусыларҙың һәм банктарға вклад һалыусыларҙың иҫәбе артыуы дәлилләй. Банк бүлексәләрен артабан да арттырыу һәм эшмәкәрлек сифатын яҡшыртыу  өҫтөндә эш алып барыу мотлаҡ.
 
Кәңәшмә һуңында Р.Х. Марданов республиканың бөтә банк системаһы исеменән Баймаҡ ерендә әһәмиәтле осрашыу уҙғарыуға булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәтен белдереп, бүләктәрен тапшырҙы.
 
Лилиә ТАКАЕВА.
Г. Мирзина фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.