25 июл. 2012 г.

РӘСМИ БҮЛЕК

     ӘСӘЛЕК (ҒАИЛӘ) КАПИТАЛЫН УРЛАТМАҒЫҘ!


  Һуңғы ваҡытта әсәлек (ғаилә) капиталын ниндәй маҡсатта файҙаланыу кәрәклеге хаҡындағы һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны артты. Шул уңайҙан был мәсьәләгә тағы ла бер тапҡыр асыҡлыҡ индереү кәрәктер, тип уйлайым.

  Әгәр ҙә балағыҙға өс йәш тулһа, капиталды банктарҙың хеҙмәтен файҙаланмайынса ла алырға мөмкин, йәғни уның өсөн кредит юллау талап ителмәй:
  • торлаҡ һатып алған осраҡта капитал аралашсынан тыш һатыусының иҫәбенә күсерелә;
  • 2007 йылдың 1 ғинуарынан һуң төҙөлгән һәм рәсмиләштерелгән йортҡа компенсация итеп түләнә. Был осраҡта бөтә булған сумма сертификат эйәһенең иҫәбенә күсерелә;
  • торлаҡ төҙөргә йәки уны реконструкцияларға теләгән осраҡта ла бөтә сумма әсәнең иҫәбенә күсерелә.
  Иғтибарығыҙҙы шуға йүнәлткем килә: әсәлек (ғаилә) капиталы буйынса бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй, уның суммаһы йыл да индексациялана. Республикала әсәлек (ғаилә) капиталы буйынса һорауҙар менән күберәк баймаҡтар мөрәжәғәт итә.
   Хөрмәтле әсәйҙәр, һаҡ булығыҙ! Дәүләт тарафынан һеҙҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бүленгән капитал иҫәбенә байып ҡалырға теләгән риэлторҙарҙың өгөтөнә бирелмәгеҙ. Ниндәйҙер килешеү төҙөр алдынан мотлаҡ рәүештә Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итеп, консультация алыуығыҙҙы һорайбыҙ.
     Белешмәләр өсөн телефон: 3-18-70, 3-18-07.
     Р. МАРАКАНОВА,
     Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.