27 июл. 2012 г.

Экспедициялар

Ҡурғандарҙа – боронғолоҡ һулышы

Археологтар районда уникаль ҡомартҡылар тапты

 


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, яңыраҡ Семеновск ауылы янында археологик экспедиция боронғо ҡурғандарҙы ҡаҙып, ике аҙна дауамында тикшеренеү эштәре алып барҙы. БР Мәҙәниәт министрлығы янындағы Башҡортостан Республикаһының Күсмәй торған мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре, БДУ, БДУ-ның Сибай институты студенттары, 24-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары – барлығы 25 кеше – үткән аҙнала бар эштәрҙе тамамланы һәм бай тарихи экспонаттар менән Өфөгә юлланды.

Уҙған аҙнала беҙ “Ирәндек“ тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы директоры Лилиә Сиражитдинова оҙатыуында археологтар янына юлландыҡ.
Семеновск ауылынан унда тиклем 5 саҡрым юл үтергә кәрәк. “Йолалы-8” ҡурған зыяраты Ирәндек тауының итәгендә, урындағы халыҡ “Галченка” тип йөрөткән урында урынлашҡан. Барлығы 6 ҡурған – икәүһе быйыл табылып, ғилми ҡыҙыҡһыныу уятҡас, шуларҙы тикшерергә хәл ителгән.
Ҡарамаҡҡа ябай баҫыу урыны шундай ҙур тарихи әһәмиәткә эйә булырын кем белгән? Әйткәндәй, археологтар белдереүенсә, был ҡурғандарҙың өҫтө һөрөлөп тигеҙләнгән, улар ер өҫтөнән 30 см аралыҡта ғына сығып торған. Тикшеренеүҙәр булмаһа, алдағы өс-дүрт йылда баҫыу тамам тигеҙләнеп, тарих серҙәре асылмаҫ та ине...
Ҡурғандарҙың диаметрҙары 10 метр булып, тәрәнлеге 1-1,5 м тәшкил итә. Береһендә 18 ҡәбер – башлыса балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың, икенсеһендә – уртала өлкән кешенеке һәм ситтәрендә берәр метр ара ҡалдырып ике бала ерләнеүе асыҡланған.
Ҡурған майҙансығына төшәбеҙ. Ер өҫтө ентекле рәүештә, махсус методикаға ярашлы тикшерелгән: башта тупраҡтың тәүге ҡатламы техника ярҙамында алына. Артабан археологтар махсус һуҡмаҡтар аша йөрөп, квадраттарға бүленгән ер өҫтөн ҡаҙып тикшерә. Тупраҡ ҡатламдары штыклы көрәк тәрәнлегендә була һәм “офоҡ” (горизонт) тип атала, уларға 1-се офоҡ, 2-се офоҡ тип иҫәп  һаны бирелә. Шулай итеп офоҡ ҡатламдары балсыҡҡа – “материк”ка килеп еткәс, ҡаҙыу туҡтатыла.
Эшләгәндә айырыуса һаҡлыҡ талап ителә. Махсус ҡырғыстар, щеткалар эшкә “егелә”. Улар менән табылған һөйәктәр, һауыт-һаба һәм башҡа предметтар – ғилми телдә археологик сығанаҡтар (артефакттар) таҙартыла, тейешенсә урынлаштырыла һәм картаға төшөрөлә (картография үткәрелә).
Артабан лагерҙа беренсел реконструкция үткәрелә һәм артефакттар йәшниктәргә, бысҡы вағы эсенә урынлаштырыла, көршәк эсендә булған тупраҡ айырып һалына. Был иһә мәйеттәр янына ниндәй ризыҡ ҡалдырылыуын һәм шуның менән кешеләрҙең нисек туҡланыуын асыҡларға ярҙам итәсәк. Өфөлә махсус ғилми экспертиза үткәреләсәк.
Ҡәберлектәрҙәге кеше һөйәктәренә, тештәргә 3,5-4 мең йыл булыуға ҡарамаҫтан, улар яҡшы һаҡланған. Шулай ҙа уларҙы күреү күңелдә ят тойғо уятты. Эйе, әруахтарҙы хөрмәт итергә, зыярат янынан “Бисмилла” тип уҡынып үтергә күнеккән ябай кешегә археологик эҙләнеүҙәр алып барыуы ҡыйыныраҡ. Ә “стажлы” археологтар, үҙҙәре белдереүенсә, бындай нәмәләргә өйрәнеп бөткән.
18 ҡәберле ҡурғанда һөйәктәрҙең торошо насар. Тикшеренеүселәр мәйеттәрҙең адорация йәки “яралғы бала” позаһында урынлашыуын билдәләгән. Был иһә ул мәлдәге мәжүси аллаларға табыныуҙы күрһәтә. Шулай уҡ парлы ерләүҙәр ҙә бар, был иһә “ғашиҡтар позаһы” тип атала. Һөлдәләр төньяҡҡа табан боролған, баш осона керамик көршәктәр урынлаштырылған.
Ҡурғандарҙың береһе типик буралы, икенсеһе – типик алакүл культураларына ҡарауы һуңғы бронза эпохаһында Башҡорт Урал аръяғы биләмәһендә йәшәүселәрҙең үҙ-ара әүҙем аралашыуын күрһәтә. Экспедиция етәксеһе, ғилми-производство үҙәгенең археология тикшеренеүҙәре бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре И.Бахшиев белдереүенсә, был төбәк – Ирәндек, Ҡырҡтытау һырттары, Урал тауы яһап торған биләмә үҙенә күрә “этномәҙәни ҡаҙан” булып тора. Һаҡмар – Таналыҡ буйында халыҡ аралашып йәшәгән. Хужалыҡ итеүҙә башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнеү быға ҙур мөмкинлектәр биргән. 
Илшат Интизам улы экспедиция үҙ эшен башлағас һәм матбуғатта был турала хәбәр ителгәс, кешеләр күпләп экскурсияға килә башлауын да әйтеп үтте. Ҡунаҡтар ғаиләләре менән Семеновскиҙан, күрше ауылдарҙан, Баймаҡ, Сибай тарафтарынан да булған. Был халыҡтың тарих менән ҡыҙыҡһыныуын асыҡ күрһәтә. Шуға күрә лә “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығын булдырыу район өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
– “Ирәндек”тең үҙенсәлеге – уның бай археологик мираҫ, Ирәндек һыртының сикһеҙ матур тәбиғәте һәм үҙенсәлекле башҡорт халҡының мәҙәниәтендә – өс тағанда нигеҙләнеүендә тора, – тип белдерҙе әңгәмә барышында И.Бахшиев. – Был ғәҙәти булмаған этник мәҙәниәт һәм тарих синтезына бар Волга-Урал төбәгендә тиңләшеүсе юҡ. Шуға күрә лә ҡурсаулыҡ бөтә республика, Рәсәй һәм донъя кимәлендә популяр буласаҡ уникаль туристик кластерға әйләнәсәк.
Әйтергә кәрәк, Урал аръяғында археологик тикшеренеүҙәр үткәреү уҙған быуаттың 50-се йылдарында башланған. Баймаҡ  районы ваҡыт арауығы менән таш быуаттан (палеолиттан) алып хәҙерге ваҡытҡаса ҡыҙыҡлы тарихи ҡомартҡыларға бай һәм шуның менән республикала беренсе урын алып тора.
Семеновск янындағы тикшерелгән ҡурғандар бронза быуатына ҡарай. Был иһә Египетта, Гиза платоһында  урынлашҡан пирамидалар менән бер ваҡытҡа тура килә.  
Эштәрҙең ойошторолоуына көндөң саманан тыш эҫе тороуы ҡатмарлыҡ тыуҙырмаған. Тарихсылар иртәнсәк, һалҡын мәлдә ҡаҙып, эҫелә лагерҙа ял иткән. Кисен эҙләнеүҙәр артабан дауам иткән. Бындай практика БДУ-ның Сибай институты юридик факультеты “Тарих” бүлегенең 1-cе курс студенттарының профориентация эшенә инә. БДУСИ-ла археологик практика 2001 йылдан БР Мәҙәниәт министрлығы янындағы Башҡортостан Республикаһының Күсмәй торған мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәге, Башҡорт Дәүләт университеты уҡытыусылары, ғилми хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторола. Ә 24-се һөнәрселек училищеһы уҡыусылары институт менән төҙөлгән килешеү нигеҙендә эҙләнеүҙәр үткәрә.  
Археологтар киләһе йылға эш пландары менән дә бүлеште. Төп тикшеренеүҙәрҙән тыш, ошо ике аҙна эсендә разведка алып барылып, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ ҡурғандар табылған. Әйткәндәй, бар эштәр  ҙә тамамланғас, соҡорҙар кире күмелә. Был унда кеше, техника, мал төшөп ҡазаланмаһын өсөн эшләнә.
Лилиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы ла «Ирәндек» тарих-археология һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы эшенә ҡағылышлы мәғлүмәт менән бүлеште. Әлеге ваҡытта Баймаҡтың Азанов урамында урынлашҡан архитектура ҡомартҡыһы – сәнәғәтсе Кабанов йортона реконструкция үткәрелеп, музей булдырыу ҡаралған. Музей-ҡурсаулыҡтың идараһы ла шул бинала урынлашасаҡ.     
Эйе, тарихсылар менән аралашыу ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Эҫелә ауыр эш башҡарып, шулай ҙа тарихты байытыуға ҙур өлөш индергән был кешеләргә “Афарин!” тиергә генә ҡала.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Фотоларҙа: археологтарҙың табышы; ҡыҙыу эш мәле.

Экспедиция үткәреүгә бар кәрәк-яраҡ менән муниципаль район һәм ҡала биләмәһе хакимиәттәре ярҙам иткән. Археологтар И.Х. Ситдыҡовҡа, И.Ә. Бураншинға рәхмәттәрен белдерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.