6 июл. 2012 г.

Мәғариф

Училищенан – лицейға


105-се һөнәрселек училищеһына лицей статусы бирелеүе юҡҡа ғына түгел. Төбәктең ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарына квалификациялы эшселәр әҙерләүсе уҡыу йортонда хәҙер юғары мөмкинлектәр асылды. Исем үҙгәреү айҡанлы уҡыу-уҡытыу эшендә барлыҡҡа килгән үҙгәрештәр менән түбәндә 105-се профессиональ лицейҙың өҫтәмә белем биреү етәксеһе, методист Рауил Вәкил улы Ғәйетбаев таныштыра.

– Училищеның лицей статусына күсеүе һәм исеме үҙгәреүе 2010 йылдың йәйендә аккредитация экспертизаһы буйынса Рәсәй Обрнадзоры комиссияһының беҙҙе юғары баһалауынан башланды. 2010-2011 уҡыу йылы дауамында уҡыу-методик һәм план документацияһы яңыртыу үтте, матди-техник база өҫтәлмә тулыландырылды. Бар эштәрҙең йомғағы рәүешендә БР Хөкүмәтенә Мәғариф министрлығы менән килешеп училищеның кадрҙары, матди-техник базаһы күрһәткестәре, сығарылыш уҡыусыларының әҙерлек сифатының яңы, “лицей” статусына лайыҡ икәнен күрһәткән документтар пакеты тапшырылды. “Профессиональ лицей” исеме беҙгә аграр секторҙа әлеге ваҡытта ныҡ кәрәкле юғары ҡатмарлы профессиялар әҙерләүҙе арттырыу мөмкинлеген бирә.
2011 йылдың 29 авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә 1113-р һанлы “Башланғыс профессиональ белем биреү учреждениеларының төрөн үҙгәртеү һәм исемен алыштырыу тураһында” ҡарары һәм БР Мәғариф министрлығының приказы сыҡты.
Артабан лицензия әҙерләнде һәм май айында беҙҙең учреждениеның лицей төрөнә инеүен иҫбатлаған аккредитация комиссияһы үткәрелде. Был иһә әлеге сығарылыш уҡыусыларынан башлап уларға лицей дипломы тапшырырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, киләһе уҡыу йылынан “Усадьба хужаһы” (хужабикәһе) профессияһы менән бер рәттән “Ауыл хужалығы производствоһының тракторсы-машинисы” һөнәре юғары ҡатмарлыҡтағы “Ауыл хужалығы производствоһы мастеры” профессияһына алмаштырылды. Был иһә тракторсы-машинистар менән бер рәттән бюджет нигеҙендә “В” һәм ”С” категориялы водителдәр, малсылыҡ фермалары һәм комплекстары операторҙарын әҙерләү мөмкинлеге бирә.
Лицей исеме бирелеү уҡыу процесына яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары (өсөнсө быуын ФГОС) индерелеүе менән бер үк ваҡытҡа тап килде. Яңы стандарт эшсе профессияларҙы әҙерләгәндә башҡа төрлө алымдар менән ҡулланырға ирек бирә: белем биреү программаһының практик өлөшө арттырылды, уҡыусылар үҙаллы үҙләштерергә тейешле эштәр исемлеге аныҡланды. Буласаҡ эшселәрҙең дөйөм һәм профессиональ яҡтан компетентлы булыуына иғтибар ителә. Бының өсөн программалар һәм уларҙың вариатив өлөшө эш биреүселәр менән килешелергә тейеш. Уларҙың шулай уҡ контроль-баһа биреү алымдарында (КОС) ҡатнашыуы ҡаралған.
“Иретеп йәбештереүсе”, “Ағастан художестволы әйберҙәр эшләүсе”, “Автомеханик”, “Тегеү ҡорамалдары операторы” профессиялары уҡыусылары яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса эш биреүселәр менән берлектә сығарылыш аттестацияһы тапшырылды.
ФГОС нигеҙендәге программаларҙы камиллаштырыу эше дауам итәсәк. Был маҡсатта БР мәғарифты үҫтереү институты тарафынан квалификацияны арттырыу буйынса күсмә курстар ойошторолдо. Уның менән лицейҙың 28 уҡытыусыһы һәм уҡытыу-призводство мастерҙары файҙаланды.
Беҙҙең учреждение ҡала һәм райондың халҡына түләүле уҡытыу хеҙмәтен дауам итә. Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, иретеп йәбештереүсе, “В” һәм “С” категориялы водитель элеккесә иң популяр профессиялар рәтендә ҡала. Шулай уҡ был һөнәрҙәргә эйә булыусыларға квалификация (разряд) арттырыу курстары ла үткәрәбеҙ. Ҙур һорау менән файҙаланған экскаваторсылар, бульдозерсыларға әҙерлек курстарын ойоштороу ҙа беҙҙең планға индерелгән.
Айбулат Ишназаров әҙерләне.  

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.