13 июл. 2012 г.

Cуд залынан

Балаҡайы ҡулдарынан килгән әжәл


Судтың башланыуын ауыр уйҙар менән шомланып көттөм. Ниңәлер бындай фажиғәнең яныбыҙҙа ғына булыу мөмкинлегенә һаман ышанып етмәй инем. Әсәһен үлтергән ҡыҙҙы төрлөләп күҙ алдыма килтереп ҡараным. Юҡ, булмай. Эйе, яңы тыуған сабыйҙарын ҡар өҫтөндә ҡалдырған йә һыуға һалып тонсоҡторған “әсәләр” тураһында ишеткәнебеҙ бар. Әммә һине бәпләп-яратып аяҡҡа баҫтырған, төн йоҡоларын ҡалдырып һине бәүеткән, шифалы күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән донъялағы иң ғәзиз кешеңә ҡул күтәреүе мөмкинме икән? Әллә йыш ҡабатларға яратҡан “Ҡурҡыныс ваҡытта йәшәйбеҙ” тигән һүҙҙәребеҙ фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килеп тик торамы? Әсәһенә ҡул күтәргән бала, бәлки, психик яҡтан ауырыуҙыр, тип тә уйланым. Шулай ҙа оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған судтың башынан аҙағына тиклем был ниндәйҙер хата булыуына, барыһы ла асыҡланып, ҡыҙҙы аҡлаясаҡтарына өмөтләндем...

“Ә мин табип булам!”

Рина ата-әсәһенә иркәләп үҫкән яңғыҙ, иркә ҡыҙ бала. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә, ҙур аҡ банттар тағып, аяғына ҡупшыҡай туфлиҙар кейеп беренсе класҡа барғанда ла атаһы менән әсәһе уны: “Һин бит бер бөртөк! Донъялағы иң матур, аҡыллы ҡыҙыбыҙ”, — тип яратты. Рина уларҙың һүҙендә бер тамсы ла шикләнмәй үҫте.
Атаһы менән әсәһе, туғандары, таныштары күпләп Себер яғына китеп, аҡсаны көрәп ала башлағас, шул яҡтарға юл тотто. Эшлекле, һөнәрле кешеләргә урын тиҙ табылды. Тиҙҙән ғаилә фатирлы ла булды. Бер нисә йылдан һуң ғаилә башлығы тағы бер торлаҡ һатып алыуға өлгәште. “Барыһы ла Риночкабыҙ, уның киләсәге өсөн” тип ҡыуанды ата-әсә.
Рина яҡын кешеләре теләгәнсә аҡыллы, матур ҡыҙ булып үҫте. Мәктәптә бик яҡшы уҡыны, үҙен медицинаға арнарға, киләсәктә кескәй балаларҙы дауаларға хыялланды. Әхирәттәре менән уйнағанда йыш ҡына: ”Ә мин ҙурайғас табип булам!” — тип маҡтанып та ала. Уҡытыусылар ҙа аралашыусан, көләкәс ҡыҙыҡайға уңыштар юлдаш булыуына, уның алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешәсәгенә, теләгән һөнәренә эйә буласағына шикләнмәне.
Бәхеткә сыҙап ҡара...
Ауырлыҡҡа түҙеп була, һин бәхеткә сыҙап ҡара... Халҡыбыҙ телендә элек-электән ошо һүҙҙәр йыш яңғырай. Ысынлап та, арабыҙҙа бар маҡсатына ирешеп, етеш, бай йәшәгән, әммә һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йөҙөүенә ҡарамаҫтан, әсе күҙ йәштәре түгеүселәр бихисап бит.
Ринаның ғаиләһенә лә ҡайғы көтмәгәндә килә. Хәйер, ата-әсәһенең йыш мәжлес ҡороуына, үҙҙәре лә ҡунаҡты йыш ҡабул итеүҙәренә, уларҙан һуң бер нисә көн “баш төҙәтеүҙәренә” ҡарағанда, йортҡа ҡурҡыныс шәүлә яҡынлауын һиҙемләргә була ине. Тәүҙә ғаилә башлығы ныҡлап эскелеккә һабыша. Бер нисә мәртәбә туҡтап, “код” ҡуйҙыртып та, наркологҡа мөрәжәғәт итеп тә ҡарай. Бәлки, шул саҡта ҡатыны уның алдында эсмәһә, ҡунаҡҡа йөрөү генә түгел, йортона ла шешәләштәрен йыйыуын туҡтатһа, ир кеше  эскелек һаҙлығына батмаҫ ине. Әммә әсә кеше үҙенең йәшәү рәүешен үҙгәртергә теләмәй. Ғаилә башлығы ла, табиптарҙың ныҡлап иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, эсеүен дауам итә. Йөрәк сире менән яфаланған ир бер көн йоҡоһонан уянмай. Атай кешенең Риночкаһының туйын бар ҡалаға шаулатып үткәреү, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләү тураһындағы хыялдары тормошҡа ашмай ҡала.
Иренең вафат булып ҡалыуы ҡатынға бик ауыр тәьҫир итә. Ғаилә башлығын туғандары ярҙамында тыуған яғына алып ҡайтып, ҡәҙерләп ерләгәс, ул Ринаның ялбарыуҙарына ҡарамай, йыш эсә башлай. Тиҙҙән ҡатын эшенән дә китергә мәжбүр була. 
Бурыстар йыйылып киткәс, әсә кеше бер фатирын һата. Үҫмерлек осорона ингән Ринаның талаптары күбәйә, уға тик модалы, ҡиммәтле кейем-һалым кәрәк, ваҡытын да төрлө клубтарҙа, дискотекаларҙа ғына үткәрә. Ҡыҙҙың табип булырға теләгән хыялы, әкиәт донъяһының мөғжизәһендәй, бала саҡ илендә тороп ҡала. Уның ҡарауы, еткән ҡыҙ тиҫтерҙәренән уҙҙырып йәшәү теләге менән яна. Әхирәттәре менән ярышып кейенә-яһана башлай.

Тыуған яҡта

Матди хәлдәре тамам насарайғас, әсә һәм ҡыҙ тыуған яҡтарына ҡайта. Инвалид, насар ишеткән-күргән, яңғыҙы йәшәгән оло йәштәге ир туғандарына фатирға инәләр. Рина өсөн күңелле тормош дауам итә. Ул дискотекаларға, аулаҡтағы йыйындарға йөрөй. Эшкә төшөргә лә, уҡырға ла теләмәй. Тиҙҙән ул Вадим менән танышып, уларҙың йортонда йәшәй башлай. Егет тә, егерме йәше тулыуға ҡарамаҫтан, бер ҡайҙа ла эшләмәй. “Мин ваҡытлыса эшләмәйем”, – тиһә лә, уның ошо көнгә тиклем дә ҡайҙалыр хеҙмәт итеүен бер кем дә күргәне булмай. 
Ринаның әсәһе тураһында насар итеп һөйләгән кешеләр табылмай. Күптәр уның эсеүен дә белмәй. Аҙ һүҙле, өндәшмәҫ, тыныс ҡатынды барыһы ла иплелеге өсөн ихтирам итә. Кемдән һораһаң да: “Әллә, ул эстеме икән ни? Һиҙелгәне-күренгәне булманы. Һәр саҡ таҙа итеп кейенеп йөрөнө, ихлас һаулыҡ һорашып үтер ине”, – тине.
Ә бына Ринаның фатирҙа янъял ҡуптарыуын күптәр ишеткән-күргән була. “Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тауышы бар подъезды яңғыратыр ине. Ниҙер ауған, ташлаған тауыштар ҙа ишетелә торғайны. Бәлки, һуғышҡан булғандарҙыр”, — тине судта шаһиттар. Бәғзе берәүҙәр Ринаның әсәһен туҡмауында шикләнмәй ҙә ине.
Шул уҡ ваҡытта был фатирҙа йыш ҡына төрлө кешеләрҙең йыйылыуы ла асыҡланды. Һәләк булған ҡатындың таныштарымы улар йәки электән яңғыҙ йәшәгән ир янына килергә күнеккәндәрме –билдәһеҙ. Әммә берәҙәк тормош алып барыусыларҙың көмөшкә тотоп, ошонда мәжлес ҡороуы тураһында күрше-тирә белеп-күреп торған. Йыш ҡына таңға тиклем йоҡламай шаулашып, кешеләргә тынғы бирмәгәндәр. Рина үҙенең бында килеп-китеп йөрөүен ошо кешеләрҙе ҡыуып сығарыуы, уларҙан һуң фатирҙы таҙартыуы менән аңлатты.


Ике яҡлы күрһәтмәләр

Үҙен Ринаның гражданлыҡ ире тип таныштырған Вадим: “Рина ҡарамаһа, әсәһе әллә ҡасан үлгән булыр ине. Беҙ уны күп тапҡыр урамда, ерҙә аунап ятҡан еренән эҙләп алып ҡайта торғайныҡ. Ярай, йылы ваҡытта булһа, ул бит ҡышҡыһын да шулай иҫереп, иҫһеҙ булып ятыр ине. Урамда уйнап йөрөгән балалар йәки ололар килә лә: “Рина, әсәйегеҙ урамда ята”, — тип һөрән һалыр ине. Шундай һүҙҙәрҙе көн дә тиерлек ишетеүе еңел тип уйлайһығыҙмы? Уның ояты ни тора! Ә Рина бер нимәгә ҡарамай, әсәһе тураһында хәстәрлек күрҙе, уға ашарға бешерҙе, өҫтөн, фатирҙы таҙартты”, – тине.
Ринаға инәй тейешле кеше: “Һеңлем һәм Рина шундай фажиғәгә тарыясағын алдан күҙаллап була ине. Эйе, Рина аҡыллы, яҡшы бала булып үҫте. Әммә уны ниҙер үҙгәртте. Һеңлемде шулай “бөткән алкоголичка” ине тип әйтә алмайым. Эскәнен һирәк күрҙем. Ринаға әсәһенең беҙҙең менән аралашыуы оҡшамай торғайны. Ниңәлер ул туғандарына ҡарата ҡырҡа кире ҡарашта булды. Рина атаһы тере саҡта уҡ яҡшы, матур тормошҡа ылығып өлгөргән ине. Уға төнгө клубтар, сауна, дискотекалар ғына кәрәк булды. Ул ҡайҙан әсәһен ҡараһын? Киреһенсә, һәр саҡ унан аҡса талап итте. Хатта ҡайһы бер таныштар Ринаның әсәһенән аҡсаны туҡмап тартып алыуын да әйтә торғайны. Уның бөгөн хөкөм эскәмйәһенә килеп эләгеүе – үҙе яза. Киләсәктә лә Рина, холҡон үҙгәртмәһә, күп бәләгә тарыясаҡ. Шуға күрә мин уны иркенән мәхрүм итмәүҙе һорайым. Уға  әсәһен үлтергән уй менән ғүмер аҙағына тиклем йәшәргә бит. Әлбиттә, ниндәй вәхшилек ҡылғанын аңлаған булһа инде”, – тип судтың ҡыҙҙы ултыртмауын һораны.

“Әсәкәйем генә ауырымаһын!”

Ул хәйерһеҙ көндө Ринаның тыуған көнө була. Ҡыҙ әйтеүенсә, ул шатлығы менән уртаҡлашыу өсөн шампан шарабы һәм торт алып әсәһенә йүнәлә. Тик фатирҙа бар ерҙә буш шешәләр, әсәһенең саҡ аяғында баҫып тороуын күрә. Артабан әсәле-ҡыҙлы нимәгәлер талашып китә. Рина әсәһен этеп ебәрә. Унан иҙәндә торған бер буш шешәне алып әсәһенең башына ныҡ итеп һуға. Ҡатын шунда уҡ ҡолай. Рина әйтеүенсә, әсәһе был һуғыуҙан үлмәй. Шулай ҙа ҡыҙҙың әсәһенең өҫтөндәге кейемде тулыһынса таҙаһына алмаштырып, ҡанға туҙғанын ҡайҙалыр ташлауы, үҙенең енәйәтен йәшерергә маташыуын күрһәтә бит. Үлем ҡоралына әүерелгән шешә лә юҡҡа сыға.
Әсәһенең өҫтөн таҙаға алмаштырғас, Рина Вадим янына ҡайтып китә. Улар кискә тиклем бергә булалар, кәйеф-сафа ҡоралар.
Ә был ваҡытта берсә иҫенә килеп, берсә упҡынға осҡан ҡатындың күҙ алдынан бар тормошо үтә. Бына ул кескәй генә ҡыҙыҡай, апалары менән рәхәтләнеп һыу инә. Ғәмһеҙ бала сағы, дәртле йәш сағы. Һылыу, сибәр ҡыҙ бар урамды һоҡландырып, килен булып төшә. Бына ул бик ныҡ һыуыҡ алдырып, түшәктә юғары температура менән ята. Янында һөйөклө ире һәм Риночкаһы. Рина ололарҙың “йоҡтороп ҡуйырһың!” тигәнен аңламай-тыңламай, әсәһенә һырыла, ҡосаҡлай, үбә. Унан атаһына ҡарап: “Ә минең әсәкәйем үлеп ҡуймаҫмы? Ул йәшәмәһә-мин дә йәшәмәйем!” – тип һыҡтап илай. Атаһы: “Юҡ-юҡ, Риночка. Әсәйеңә һыуыҡ тейгән, бына күрерһең, иртәгә ул һауығып, беҙгә бәлеш тә бешерер әле”, – тип йыуата. Ҡыҙ уға өмөт тулы ҡарашын төбәп: “Юҡ, бәлештәр кәрәкмәй, әсәйем генә бер ҡасан да ауырымаһын”, – тип илап әсәһе эргәһендә ятып йоҡлап китә. Кескәй ҡыҙсыҡ әсәһенең эҫе ҡулдарына һыйынып ҡына ятҡан, кескәй йөрәге ғәзиз кешеһе өсөн борсолоп, леп-леп тибә...   
Ҡараңғы төшкәс, Рина тағы ла әсәһенең йортона китә. Тик уны ҡәҙерле кешеһенең һыуынып ҡатҡан тәне генә ҡаршы ала. Йәнһеҙ күҙҙәр мең үпкә менән дә, ниндәйҙер сикһеҙ һөйөү менән дә тик ғәзиз балаһына текәлгәндәй. Ҡыҙ бер мәлгә ҡатып ҡала. Унан йүгереп барып Вадимды саҡыра. Егет “Ашығыс ярҙам”ға хәбәр итә. Фажиғә урынына килеп еткән хоҡуҡ һаҡсыларына Рина ҡараңғы төнгә тиклем төрлө күрһәтмәләр бирә, уларҙа бутала. Шулай ҙа уны һаҡ аҫтына алмай, тикшереү барғанда ситкә китергә ярамағанлығын аңлатып, өйөнә ҡайтаралар.
Ҡыҙ әсәһен ерләгәндә туғандарының уның менән һөйләшмәүенә, аятҡа килеүселәрҙең үҙе тураһында бышылдашыуына иғтибар ҙа бирмәй. Ҡанаты нығынып та етмәгән осорҙан үҙ аллы тормошҡа ташланған Рина үҙенә кәрәкле генә мәғлүмәтте ҡабул итеп өйрәнгән була.

“Мин – иң ҡурҡыныс енәйәтсеме ни?”

Рина тәүге судҡа килмәне. Түҙеүсе яҡ, адвокат, шаһиттар булһа ла, әсәһенә ҡул күтәргән кеше күренмәне. Ул суд булыуы тураһында повестканы ала, унан шаһит булып үткән әхирәте бергәләшеп барырға тәҡдим иткәс: “Мин унда барырға йыйынмайым, нимә бар миңә унда!”-тип кенә ебәрә. Рина менән Вадимдың бер нисә көн инде мәжлес ҡороп, нимәнелер байрам итеп, айыға алмауҙары ла билдәле булды.
Икенсе судҡа Рина конвой аҫтында килтерелде. Ниндәйҙер үкенеү, күҙ йәштәрен күрермен тип уға текәләм. Тик ҡыҙҙың тыныс, хатта бар нәмәгә битараф йөҙө, үҙен бик эре, һауалы тотоуы аптыратты. Ул ысынлап та үҙенең хис-тойғоларын шулай ныҡ ауыҙлыҡлай, ауыр мәлдә лә һалҡын  ҡанлы булып ҡала беләме, әллә ҡылған енәйәте тураһында тамсы ла үкенмәйме икән тигән уй тынғы бирмәне. Рина түҙеүсе яҡты (ул уның бер туған инәһе) һәм уның шаһиттарын бүлдерҙе, улар менән ризалашманы, һәр ғәйепләүгә әр-битәр һүҙҙәрен яуҙырҙы.
Бындай ҡатмарлы, сетерекле суд, әлбиттә, бер көндә генә тамамланманы. Рина хөкөм эскәмйәһенән тороп тағы ла кәйеф-сафа ҡорорға йүнәлермен тигән ныҡлы уйҙа булғандыр инде. Сөнки судьяның ул һаҡ аҫтына алынып, этап буйынса Белоретҡа ебәреләсәген ишетеп, аптырап ҡалды. Унан ышанмай берсә адвокатына, берсә хөкөмдарға текәлде. Шул саҡ мин коридорҙа саҡта кемдеңдер: “Ринаға этап буйынса китергә ярамай. Сөнки төрмәлә әсәһен үлтереүселәрҙе өнәп еткермәйҙәр. Уға унда ауыр буласаҡ, туҡмаласаҡ, кәмһетеләсәк”, – тип әйткән һүҙҙәре хәтеремә төштө. Йәмғиәт өсөн хәүефле булып һаналған әҙәм балаларына ла әсә – иң ҡәҙерле, иң яҡын булып ҡала шул. Юҡҡамы ни ҡатын-ҡыҙ төрмәһендә яҙылмаған ҡанундарҙың бик ҡаты булыуы, ә әсәйҙәренең, сабыйҙарының ғүмерен ҡыйыусылар түбәнһетелеүе тураһында йыш телгә алмайҙар бит.
Алдағы билдәһеҙлектән ҡурҡып, юғалып ҡалған Ринаны тағы бер нисә аҙна үткәс күрҙем. Ҡыҙҙың үҙен тотошо ла, ҡарашы ла үҙгәргән ине. Судҡа тиклем, ул ҡапыл миңә мөрәжәғәт итеп, кем булыуымды һораны. Журналист икәнлегемде белгәс, күҙҙәре уҫал осҡондар сәсте. “Һеҙ мине гәзиткә яҙырға уйлайһығыҙмы? Мин донъялағы иң ҡурҡыныс енәйәтсеме ни? Мин ғәйепле түгел һәм барыбер төрмәлә ултырмаясаҡмын!” – тип үпкәләне. Мәҡәләлә уның исем-шәрифе күрһәтелмәйәсәге тураһында ишеткәс кенә, Рина тынысланғандай булды.
Шаһиттарҙың, судмедэксперттың күрһәтмәләре ҡыҙҙың ғәйепле булыуын тулыһынса дәлилләне. Әммә Рина әсәһен ҡалдырып сығып киткәс, уны кемдер инеп үлтереүе ихтималлығын йәки иҫереп ҡолап мейеһенә ҡан һауыуын тылҡыны.

“Күрә алмайым һине!..”

Рина, суд залында һаҡ аҫтына алынып, этап буйынса оҙатылыуына ҡарамаҫтан, ниңәлер уны ултыртмаясаҡтарына тулыһынса ышана ине. Был уның үҙен тотошонан да, адвокатына, судта ҡатнашыусыларға ҡарауынан да һиҙелә ине. Судьяның хөкөм ҡарарын ул бик тыныс тыңлай башланы. Әммә алты йылға иркенән мәхрүм ителеүен ишетеү менән, Рина һығылып төштө. Конвой уны хөкөм залынан оҙаҡ алып сыға алманы. Ҡыҙҙың әсәһен ҡәһәрләгән, ҡарғаған ауыр һүҙҙәрен ишетеп йөрәк шомланды. Ринаның: “Күрә алмайым һине, күрә алмайым!” – тигән йән өҙгөс һүҙҙәре бар донъяның йәмен алғандай тойолдо.
Донъялағы иң ҡәҙерле, иң ғәзиз булған әсә һәм ҡыҙ  мөнәсәбәттәрен ниндәй ҡара көстәр юйып ташлап, икеһенең дә яҙмышын юҡҡа сығарҙы икән? Йәш, һылыу ҡыҙҙың төрмәгә ебәрелеүе, уның бәпестәрен һөйөп туя алмай, янында ҡурсалаусыһы ғына булып йәшәргә тейешле ҡатындың ҡара гүргә инеүендә кем ғәйепле? Уларҙың икеһен дә йәлләп күңелдең иң нескә ҡылдары өҙөлгәндәй. Шулай ҙа яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан, әммә ҡояш ҡалҡыуын алты йыл буйы ситлек аша күрәсәк Ринаның яҙмышы, енәйәте ни тиклем ауыр булһа ла, нығыраҡ борсой. Йөрәге ҡатып, бар донъяға нәфрәт менән янып сығырмы ул төрмәнән йәки киреһенсә ғәйебен аңлап, яңы тормош башларға ынтылырмы? Бар вәхшилектә уны ғына ғәйепләп булмай бит. Наҙ-иркәгә сорнап, етеш тормош бүләк итеп, унан иң ауыр үҫмер осоронда яҙмыш еленә ташланған баланың үҙгәреүенә ғәжәпләнерлек тә түгел. Ғаиләләге янъялдарҙы күреп-ишетеп, әммә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күргән кешеләрҙе лә аҡлап булмай. Беҙҙең битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ, кеше бәләһен ситләп үтеү — ошондай фажиғәләрҙең башы бит.
Һыҡтап илаған Ринаны конвой машинаһы алып та китте. Киләсәктә ниҙәр көтә уны, төрмәлә әсәһен үлтергән өсөн иң ауыр ғазаптарға дусар ителерме әллә үҙ-үҙен яҡлай алырмы? Уның артынан йүгерә биреп: “Борсолма, мин һине көтөрмөн!” – тигән Вадим һүҙендә тора алырмы әллә эсеп, кешелектән сығырмы? Ә иң мөһиме – Рина үҙ-үҙен ғәфү итерме, намыҫы менән килешеп, күңел тыныслығы таба алырмы? Мең-мең һорау, ҡурғаштай ауыр, йәмле көндө ҡараңғылыҡҡа ҡаплаған уйҙар. Тик уларға яуап ҡына юҡ шул...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
(Әхлаҡи күҙлектән сығып исемдәр үҙгәртеп алынды).
P.S. Ошо көндәрҙә БР Юғары суды, Ринаның кассация ялыуын ҡарап, хөкөмдө, йәғни алты йылға иректән мәхрүм итеүҙе үҙ көсөндә ҡалдырыуы билдәле булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.