11 авг. 2012 г.

12 АВГУСТ - ТӨҘӨҮСЕЛӘР КӨНӨ


     ТӨҘӨЛӨШ БАР ЕРҘӘ – ТОРМОШ БАР

     
     Төҙөүсе ул – беҙҙең илдә элек-электән киң таралған һәм хөрмәтле һөнәр кешеһе. Уның хеҙмәте халыҡтың матди һәм мәҙәни тормош кимәлен күтәреүҙә мөһим роль уйнай. Донъя иҡтисадының тотороҡһоҙ булған мәлдәрендә лә төҙөлөш индустрияһын күтәреү, яңы етештереү ҡеүәттәрен сафҡа индереү, ҡала һәм ауылдарҙа социаль объекттар, юлдар, күперҙәр, торлаҡ йорттар төҙөү дауам итә.
 
 
     Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә киң билдәле, ҡеүәтле һәм абруйлы төҙөлөш ойошмаһы – “Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тә үҙ тарихында бихисап йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа социаль объекттар төҙөп файҙаланыуға тапшырҙы. Предприятие мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ ышаныслы партнер булыуын иҫбатланы, үҙен конкуренцияға һәләтле көслө төҙөлөш ойошмаһы итеп танытты. Бөгөн коллективта 500-ҙән ашыу кеше эшләй. Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ “Баймаҡ ПМК-һы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Р.Р. СЫРЛЫБАЕВ менән әңгәмәләштек.
     – Рафаэль Рим улы, Рәсәй төҙөүселәре ярты быуат инде үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Һеҙҙең коллектив был датаны ниндәй кәйеф менән ҡаршылай?
     – Ысынлап та, төҙөүсе – иң хөрмәтле һөнәр кешеһе. Беҙ үҙ эшебеҙ менән халыҡҡа шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына алып киләбеҙҙер, тип уйлайым. Ярты быуатлыҡ эш дәүерендә беҙҙең предприятие тиҫтәләгән социаль объекттар, торлаҡ йорттар төҙөнө. Һуңғы йылдарҙағы күрһәткестәр предприятие эшмәкәрлегенең үҫеш динамикаһын күрһәтә. Һандар теле менән әйткәндә, ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында 164,437 миллион һумлыҡ эш башҡарылған. Был уҙған йыл күрһәткесе менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. 
     – Бөгөн тиҫтәнән ашыу объектта төҙөлөш, төҙөкләндереү саралары алып бараһығыҙ. Ҡайһыныһын иң мөһиме тип уйлайһығыҙ?
     – Беҙҙең өсөн уларҙың бөтәһе лә иң мөһиме һәм яуаплы объект. Сөнки эшебеҙ туранан-тура кеше һаулығы һәм ғүмере менән бәйле. Бөгөн Ҡуянтауҙа 108 балаға иҫәпләнгән ике ҡатлы мәктәп төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Бинаның тышҡы йөҙө биҙәлә, тупһаларға плиталар түшәлә. Эргә-тирәһен йәшелләндереү мәсьәләһен дә үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ. Газон үләндәре сәселгән. Мәктәп биләмәһен уратып тимер ҡоймалар ҡуйылды. Был эштә ошо һәм башҡа ауылдарҙың мәктәп уҡытыусылары ла ярҙам итте. Ихата алдына асфальт түшәлә. Кабинеттарға ишектәр ҡуйыу һәм коридорға иҙән һалыу кеүек эштәр ҡалды. Әйткәндәй, мәктәп эргәһендә спорт майҙансығы төҙөлә башланы. Ул волейбол, баскетбол уйыны өсөн тәғәйенләнгән, йүгереү өсөн дә айырым юл һалына. Элекке мәктәп бинаһы һүтеп алынды. Уҡыусылар яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә ҡаршы алыр, тип ышанабыҙ.
     Бынан тыш, Ниғәмәт ауылында ла клуб төҙөлөшө тамамланыуға табан бара. Ошо көндәрҙә ул да файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
     “2011-2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы”на ярашлы, Темәс ауылында һөт комбинаты төҙөлә башланы һәм ул графикка ярашлы алып барыла. Бында прораб И.Р. Мәзитов етәкселегендәге төҙөүселәр бригадаһы эшләй. Әле бинаның тәҙрәләре ҡуйыла, бетон иҙән түшәлә. Комбинатты быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Култабан ауылында мегафермала эш дауам итә, ашхана төҙөй башланыҡ. 
     Һанап үтелгәндәрҙән тыш, ҡалала һәм ауылдарҙағы балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә лә төҙөкләндереү эштәре алып барабыҙ. Күптән түгел “Күбәләк” балалар баҡсаһында евротәҙрәләр ҡуйҙыҡ. Ошо көндәрҙә ҡаланың Азанов урамында 220 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөү бурысын үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Аныҡлыҡ индереп үтәйек, ситтән килгән подрядсылар тендер яулап был объектты үҙҙәренә алғайны. Ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында эштәр туҡтап ҡалды. Бөгөн был төҙөлөш майҙансығына беҙҙең эшселәр йәлеп ителде. Эштәрҙе графикка ярашлы алып барып, ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға, тигән бурыс алғанбыҙ. Сөнки был баймаҡтар өсөн үтә лә мөһим объект.
     – Беҙҙең төҙөүселәр күрше ҡала һәм райондарҙа ла эшләй...
     – Эйе, беҙҙең предприятие күптән инде үҙен ышаныслы партнер итеп танытҡан. Шунлыҡтан, башҡа төбәктәрҙә лә беҙгә күп эшләргә тура килә. “Башмедь” ЯСЙ-һы  заказы буйынса Сибай ҡалаһында 20-шәр фатирлы өс йорт ҡалҡып сыҡты. 
     Хәйбулла районындағы “Юбилей” карьерында ла байтаҡ объекттарҙы сафҡа индерҙек. Эштәр бөгөн икенселәрендә дауам итә. Һыу селтәре төҙөлә. Бындағы эштәр прораб Мансур Яппаровтың бригадаһына йөкмәтелгән. Шулай уҡ Аҡъярҙа    240 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 20-шәр фатирлы ике йорт төҙөйбөҙ.
     Белоретта 220 урынлыҡ балалар баҡсаһын сафҡа индерҙек. Бөрйән районында ла мәктәп ремонтлана, Асҡарҙа “Ирәндек” балалар лагеры реконструкциялана. Күреүегеҙсә, беҙҙең төҙөүселәр һәр ҡайҙа ла талап ителә.
     – Һеҙҙең предприятие ҡарамағындағы Темәс кирбес заводының эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ?
     – Йыл башынан заводта 40 миллиондан ашыу кирбес етештерелде, шуларҙың 3 миллионы һатыуға сығарылды, ә ҡалғаны үҙебеҙ алып барған төҙөлөштәрҙә файҙаланыла. Кирбестең сифаты сеймалға бәйле, шунлыҡтан уны етештереү технологияһын һәр ваҡыт контролдә тоторға тырышабыҙ. Беҙҙең продукцияға һорау ҙур. Алдан заявкалар менән эшләйбеҙ. Әйткәндәй, предприятиела евротәҙрәләр, ишектәр етештереү буйынса цех бар.


     – Рафаэль Рим улы, бөгөн “Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҙур бер хужалыҡты хәтерләтә. Һеҙҙең ярҙамсы тармаҡтарҙың эшмәкәрлеге хаҡында бер нисә һүҙ.
     – “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт исеме аҫтында малсылыҡ тармағын үҫтерәбеҙ. Беҙ бында башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү менән шөғөлләнәбеҙ. Ни өсөн тап уға өҫтөнлөк бирәбеҙ? Сөнки башҡорт тоҡомло аттарҙа ит тә, ҡымыҙ ҙа бар. Улар беҙҙең яҡтарға хас ҡышҡы һалҡындарға сыҙамлы. Күптән түгел башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы тигән статусҡа эйә булдыҡ. Аттар һанын 300-гә тиклем арттырырға уйлайбыҙ.
     Бынан тыш, үҙебеҙҙең ашхана эшләй. “Ирәндек” тау-саңғы комплексы, ҡунаҡхана бар.


     – Эшсе ҡулдар етәме?
     – Беҙҙең эштең асылы шунда: төҙөлөш миҙгеле башланыу менән ваҡытлыса эшселәр алабыҙ һәм эштәр тамамланғас, улар менән килешеүҙе өҙәбеҙ. Беҙҙә һәр ваҡыт квалификациялы эшселәр етешмәй. Ташсылар, штукатур-биҙәүселәр, ПВХ-тәҙрә монтажсылары, яңы һөнәр кешеләре – сәнәғәт-альпенистар талап ителә. Ҡыҫҡаһы, юғары квалификациялы эшселәргә беҙ ҡытлыҡ кисерәбеҙ.
     – Социаль мәсьәләләр нисек хәл ителә?
     – Эшселәргә һәр яҡлап та булышлыҡ итергә тырышабыҙ. Махсус кейемдәр менән тәьмин итәбеҙ. Туҡланыу өсөн талондар ҡаралған. Отпускыға сығыусыларға өҫтәмә ял көндәре иҫәпләнә. Йорт һалыусылар ташламалы хаҡ менән төҙөлөш материалдары ала. Эшселәребеҙҙең балаларына ташламалы хаҡ менән лагерға путевкалар бирелә.
     Беҙҙә оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан 90 ветеран бар. Ветерандар советы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. 


     – Хеҙмәт алдынғыларынан кемдәрҙе атар инегеҙ?
     – Айырып ҡына кемделер билдәләү ауыр. Сөнки эшселәрҙең һәр береһе үҙ урынында хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Шулай ҙа штукатур-маляр Яңылбикә Таһирова, Фәнүзә Сәғәҙәтова, Әлфиә Әлибаева, Нәзилә Байбулова, балта оҫтаһы Дамир Кәримов, Мәлик Әлибаев, Рәил Ишморатов, Наил Салихов, Фирғәт Зәйнәғәбдинов, Рафиҡ Бойков, ташсылар Ғәйнулла Ғәйетбаев, Владимир Коренев, Мирас Ғәйетбаев, Руслан Кульшин, Илнур Сәғәҙиев, кирбес заводы формалаусылар сменаһы начальнигы Рәмил Исҡужин, иретеп йәбештереүсе Нурғәле Исламғолов, Фәнил Байымов, ҡаҙанлыҡ операторы Рәмил Әфләтунов, хужалыҡ эшселәре бригадиры Александр Мещеряков, водителдәр Ғәзинур Солтанғолов, Ришат Яҫыбаев, Вадим Исҡужин, склад мөдирҙәре Рәмил Сырлыбаев, Альбина Зиннәтуллина, слесарь-сантехник Илнур Муллабаев, тракторсы Азамат Утарбаев, электрик Мансур Сафиуллин, һаҡсы Радик Яҡупов, кирбес заводы эшсеһе Мөхәмәт Рәхмәтуллиндарҙы атап үтергә мөмкин. Ирле-ҡатынлы Рәйлә һәм Рәсүл Әхмәтовтар ҙа беҙҙең предприятиела 38-42 йыл эшләп абруй яулаған төҙөүселәр.
    – Һүҙ аҙағында нимә әйтер инегеҙ?
  – Хеҙмәт коллективына – ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ. Тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә ынтылыуҙарын, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙәрен теләйем.
    – Рафаэль Рим улы, һеҙҙе һәм коллективығыҙҙы һөнәри байрамығыҙ менән тәбрикләйбеҙ. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Предприятиеның ҡар-буранға, ел-ямғырға ҡарамай, көндө төнгә ялғап эшләгән, һыналған коллективы – алтын ҡуллы төҙөүселәре киләсәктә лә матур-матур йорттар, башҡа күркәм биналар менән һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ.

     Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.
     Автор фотоларында: Ҡуянтауҙа яңы мәктәп тиҙҙән әҙер була; прораб Ирек Кәримов һәм ташсы Миңлехан Уразбаев; штукатур-маляр Оксана Переведенцева; биҙәүсе Рәшиҙә Дәүләтбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.