16 авг. 2012 г.

2012 йыл – Рәсәй тарихы йылы


Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында


4-се бүлек
Рәсәйҙе француздарҙан һаҡлау, дошманды илдән ҡыуыу һәм   сит ил походтары – 1812-1814 йылғы ваҡиғалар легенда-риүәйәттәрҙә һаҡланып, беҙҙең көнгәсә килеп еткән. Улар араһында “Ҡаһым түрә”, “Абдрахман Аҡъегет (уғлы)”, “Йәнһары батыр”, “Йәнтүрә хикәйәһе”. Һуңғыһында Йәнтүрәнең ҡатыны ирҙәр менән бер рәттән һуғышта ҡатнашыуы, батырлыҡ күрһәтеүе бәйән ителә. (“Любезные вы мои...”, Уфа – 1992, с.185-186). Шуға ла түбәндә был хикәйәттең бер вариантын күҙаллау урынлы булыр.

Йәнтүрә хикәйәһе

«Беҙҙең ғәскәр Дрезденға бик ҡыҙыу барҙы. Өс көн һәм өс төн аттарыбыҙҙан төшмәнек. Ул ваҡытта августың урталары ине. Эҫе һауа кешеләрҙең тынын ҡура. Бик ныҡ арыным. Ат өҫтөндә көскә-көскә генә килдем. Ахырҙа, бара торғас, минең хәл бөтөнләй бөттө. Атты юлдың бер яғына ҡайырҙым да үләнгә яттым. Бисәм дә үҙемдең янда ине. Ул да минең янға ултырҙы һәм өҙөлөп-өҙөлөп илай башланы. Мин саҡ-саҡ тын ала инем. “Хуш бул, – мин әйтәм, – тыуған илем Башҡортостан, хуш булығыҙ киң сәхрәләрем, мин һеҙҙе хәҙер яңынан ҡайтып күрә алмам инде”. Миңә бик ҡыйын, бик ауыр ине. Тамағым кипкән. Беҙҙән алыҫ түгел күтерле соҡорға оҡшаған ылымыҡлы бәләкәй күл бар икән. Нисек етте, бисәм ярҙамы менән шыуышып шунда барып еттем. Сисендем дә бер сәғәт самаһы һыу эсендә яттым. Миңә еңел булып китте. Сыҡҡас ҡурҡып киттем: бөтә тәнемде, муйынымдан алып табаныма тиклем һөлөк һырып алған. Бисәм ҡурҡышынан ҡолап китә яҙҙы. Шулай ҙа аҙаҡтан бик шатландым. Ҡанымды бер аҙ һурһындар әле тип, яңынан һыуға инеп яттым. Өсөнсө тапҡыр  ятҡандан һуң, ҡан эсеп туйған һөлөктәр үҙҙәре төшөп бөттө. Тәнем еңеләйеп китте, ауырлыҡ ҡул менән һыпырып алғандай булды. Кейенеп, атыма һикереп мендем. Бисәм менән икәүләп, отрядты ҡыуып еттек. 


Икенсе бер ваҡыт мин тыуған илгә әйләнеп ҡайтыуҙан бөтөнләй өмөтөмдө өҙгәйнем. Бисәм генә ҡотҡарып ҡалды. Ҡайһы урында икәне хәтерҙә ҡалмаған, беҙҙе бәләкәй генә күҙәтселек отрядына ҡуйҙылар. Белмәйем, беҙ нисектер күрмәй ҡалғанбыҙ, таң атып килгәндә, түштәренә тимер таҡта кейгән егермеләп француз беҙҙең алға килеп сыҡты. Беҙ тиҙ генә һөңгөләребеҙҙе эйәрҙән алып, һөрән һалып яуыздар өҫтөнә ташландыҡ. Минең ат бик йылғыр, ҡурҡмаусан ине. Сабып барған ыңғайға бер французды сәнсеп йыҡтым. Һөңгөнө тартып алып маташҡанда, икенсеһе килеп, ҡылысы менән минең яурынға сапты. Тимер кейем сыҙаманы, сабылған яурын менән аттан йығылып төштөм. Шунда иҫтән яҙғанмын. Һушыма килгәндә, иптәштәремдең яртыһы тегеләр тарафынан тураҡланып бөткәнен күрҙем. Ҡалғандарының ҡул-аяҡтары бәйләнгән. Бисәм янымда юҡ ине. Мин инде уны бөтөнләй донъяла юҡтыр тип уйланым. Аттарға мендереп, беҙҙе пленгә алып киттеләр. Сәғәт ярымдан һуң ҡапыл урман араһынан бер йөҙ Дон казактары килеп сыҡты. Беҙҙе тирәләй уратып алдылар. Унлап ҡына ҡалған француздар ҡурҡты һәм бирелеүҙәрен белдереп баш эйҙе. Ҡараһам, бисәм казактар араһында йөрөй. Ул эш шулай булып сыҡты: беҙ һуғыша башлау менән, минең ҡатын, тегеләргә ҡаршы тора алмаясағыбыҙҙы аңлап, һуғыш майҙанынан сыҡҡан да беҙҙең төп отрядҡа хәбәр иткән. Эйе, әгәр ҙә ул булмаһа, мин үҙ илемдә былай итеп байрам ҡороп, күңел асып йөрөмәҫ инем. Яманлап бер һүҙ әйтерлек түгел. Бик яҡшы һәм дан бисә!»
Башҡорттарҙың француз яуында ҡатнашып, батырҙарса көрәшеп, ҡыуып китеүҙәре тураһында “Икенсе әрме” риүәйәтендә яҡшы сағыла, егеттәрҙе хеҙмәткә оҙатыу тәртибе өгөт-нәсихәт, һамаҡлау аша бәйән ителә.

“Икенсе әрме”
Берҙән-бер көн француз батшаһы Мәскәү батшаһына һуғыш аса. Күп ер-һыуын, ҡалаларын ала. Мәскәүҙе баҫып алғас, батша, һалдаттарын эйәртеп сығып киткән. Үҙ һанаттарының ҡалтырап төшөүен күргән хаким ҡулына бер ус тупраҡ алып әйткән ти: “Ай, ата-бабам йөрөгән ер-һыуым! Шулай уҡ дошманға ҡалырһығыҙмы икән? Ҡабат миңә һеҙҙе күреү насип булмаҫмы икән ни?” Һанаттары ләм-мим өндәшмәй, баштарын баҫып, уйға ҡалған.
Ситтәрәк ауын ямап ултырған бер балыҡсы ҡарт был хәлде күреп батша янына килгән.

«Ай, оло батша! – тигән балыҡсы. – Ниңә был хәтле ҡайғыраһың? Һиңә алтын тәхетеңде, олатайҙарҙың зыяратын ташлап, Мәскәүҙе ҡалдырып сығыу ҡыйын булһа, илде дошманға биреп тороу ил халҡы өсөн бигерәк тә ауыр. Бер ҙә ҡайғырма! Һинең халыҡтарың Мәскәү тирәһендә генә йәшәмәй бит! Ат өҫтөндә ҡорҙай уйнаған, сабып килһә, елдәй гөжләгән, ҡая таштарҙа аҡ кейектәй һикергән, шыр урманды өс бүкәндәй һанаған, юшанлы сағылдарҙы еҙ йыландай аралаған, бүре, айыуҙы ҡуй бәрәндәрҙәй ҡырған, саңғыла һыуҙағы балыҡтай йөҙгән башҡорт тигән халҡың бар бит! Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ тигәндәй, улар беҙҙең менән бер ерҙе еҫкәгән, бер һыуҙы эскән халыҡ бит. Шуларҙан да ярҙам һора», – тигән.
Балыҡсы ҡарттан был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батша ырғып торған да, бер нәмәһен юғалтып һиҫкәнгән кешеләй тирә-яғына ҡараған:

«Ай, ҡартым, алтын табаҡтан бергә аш ейгән һанаттарым, мамыҡ түшәктә бергә ятҡан бисәм бирмәгән аҡылды бирҙең, рәхмәт ҡартым, мин хәҙер янаралдарымды илгә таратырмын. Башҡорттарҙы ярҙамға саҡырып ҡарармын», – тигән.
Балыҡсы киткәс тә, батша һанаттарына кәңәш иткән, башҡорттарға хат яҙырға булғандар ти.
Ә улар урыҫ еренә дошман килгәнен ишетмәгән дә. Бөтә Урал халҡы йәшен һуҡҡандай һиҫкәнеп, аяҡҡа баҫҡан.

Урманда уҡ юнып, аласыҡта һаҙаҡ һуғып, тана-торпо, тәкә һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, тире ыҫлап, турһыҡ, һаба, мәс тегеп, ҡаймаҡ яҙып, май эшләп, көн-төн ағытмай бейә һауып, турһыҡ, һаба тултырып ҡымыҙ йыйып, аҙыҡ-түлек, ат-тун, кейем-һалым таярлап, халыҡ яуға әҙерләнгән. Бөтә бисә-сәсә, әбей-һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын, бишектән төшөп түштән шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-саға береһе ҡалмай батырҙарҙы яуға оҙатырға йыйылған.
Хушлашыу мәлендә әбейҙәр яуға китеүселәрҙең юлы ҡыҫҡа булһын тип, тегәр еп биргән. Бисә-сәсә, күкрәктәрегеҙгә дошман уты теймәһен тип, яугирҙарҙың түштәренә тәңкә таҡҡан. Ҡыҙ-ҡырҡын егеттәргә, сер һаҡлаусы булығыҙ, тип нағышлы янсыҡтар биргән.

“Ҡаһым түрә” риүәйәтендә полк командиры Ҡасим Мырҙашев тураһында һүҙ бара:
«Бер заман француз батшаһы Наполеон, Рәсәйгә ҡаршы һуғыш асып, урыҫ батшаһы Александрҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарған. Ул, үҙ сиратында, ғәскәре менән ҡаланы кире үҙ ҡулына алыу өсөн ни тиклем һуғышһа ла булдыра алмаған. Көн уйлап, төн уйлап, бер уйға килгән. Үҙенең һанаттарына әйткән: “Минең ҡул аҫтымда башҡорт тигән халыҡ бар бит әле, шуларҙан ғәскәр һорап ҡараһаҡ, ҡалай булыр икән?” – тигән. Улар: “Дөрөҫ әйтәһең, батша хәҙрәт, был эште шулар ғына булдыра ала”, – тигәндәр.

Башҡорттарға илсе ебәргәндәр. Был хәбәрҙе алғас, аҡһаҡалдар йыйылышып кәңәш иткән. “Барайыҡ, шул дошманды айҡайыҡ, батырлығыбыҙҙы күрһәтәйек”, – тип хәл ителгән.
Күҙ асып йомғансы ғәскәр йыйылып, юлға сыҡҡан. Башлыҡ итеп Ҡаһым түрә һайланған. Яугирҙар ашамаған, эсмәгән, ун көн, ун төн киткән.

Мәскәүгә барып еткәндәр. Башҡорт халҡын күреү менән Наполеон Мәскәүгә ут төрткән дә, ғәскәрен алып ҡаса башлаған. Быны күргәс, Ҡаһым түрә батырланып киткән һәм дошмандың артынан баҫтыра башлаған. Ун көн, ун төн арттарынан төшөп, Наполеон ғәскәрен туҡмап, урыҫ батшаһы еренән сығарып ташлағандар. Шунан һуң Ҡаһым түрә алдына-артына ҡараған, сит батша еренә инергә баҙнат итмәгән. Ғәскәрен эйәртеп, кире Мәскәүгә килгән. Ҡараһа, Александр батша, дошмандар китте инде, тип иркенләп йәйрәп тәхетенә ултырған, ти. Ҡаһым түрә риза булмаған: “Йә, ниңә былай вайымһыҙ ултырып ҡалдығыҙ, батша хәҙрәт, ул мәлғүн француздарҙы былай ғына ҡалдырып ҡуймайыҡ. Улар Мәскәүҙе баҫһа, беҙ Парижды барып алайыҡ. Сит батша еренә сығырға рөхсәт бирһәгеҙ, мин ғәскәрем менән китәм”, – тигән. Батша бик оҙаҡ уйлаған да әйткән: “Рөхсәт итәм, әйҙә барығыҙ,” – тигән. Тәүҙә башҡорттар киткән.
Австрия батшалығынан үтергә тура килгән. Халҡы яугирҙарҙы күреп һеҙ ниндәй халыҡ тип һорағас, былар беҙ – башҡорттар тигән. Австрияла йәшәүселәр уларҙы электән белә икән: ”Ә, теге йылҡы ите ашай торғандар икән”. Күбәләк-Тиләүҙән Ғәриф исемле батырҙы нуҡталап килтереп (шаяртып), Австрия халҡына күрһәткәс, улар бик ғәжәпләнгән. 

Егеттәр был ерҙе үтеп, француздар төбәгенә килеп тә еткән. Улар әжәл көтөп тора икән. Дошман ғәскәре тырым-тырағай ҡаса башлаған. Башҡорттар быны күреп ғәйрәтләнеп: “Ҡайҙа бында Париж?”– тип арттарынан ҡыуа башлай. Бер заман ҡалаға барып еткәндәр. Нимә күрәләр – Париж ҡоймалар менән уратып алынған, Наполеондың ғәскәре шунда инеп бикләнгән. Ҡойманың мылтыҡ тығып ата торған тишектәре бар икән, француздар шулар аша ата. Шунан һуң Ҡаһым түрә: “Мылтыҡҡа мылтыҡ!” – тип урыҫ ғәскәрҙәренең алға сығыуын һораған. Улар бер көн, бер төн мылтыҡтан атҡан. Ә башҡорттар һауаға уҡ сойорғота башлаған. Улар кире осоп ҡойма артында боҫоп ултырған француздарға төшөп ҡаҙала башлаған. Мылтыҡтан атылған пуляларҙы, һауанан себен шикелле яуып торған уҡтарҙы күргәс, дошман түҙә алмаған: “Был ни хәл?” – тип ҡойма янынан ҡаса башлаған.

Сигенеүҙе күреп, беҙҙекеләр сабышып ҡапҡа янына килгән. Инәбеҙ тиһәләр, бикле икән. Нимә эшләргә тип торһалар, әлеге нуҡталап йөрөтөлә торған Ғәриф батыр алға сығып: ”Туҡтағыҙ, мин ҡойманы аша төшөп ҡарайым”, – тип уның башына менеп киткән. Ҡараһа, ҡапҡа йоҙаҡлы. Ғәриф батыр бикте ҡылыс менән сабып онтаған да, ҡапҡаны асып ебәргән. Шул ыңғайы беҙҙең бөтә ғәскәр бәреп инеп киткән. Париж ҡалаһының бөтә урамдары хәрбиҙәр менән ҡапланған ти. 

Беҙҙекеләр француздарҙың баш ҡалаһын алып, батшаһын баш һалдырғас, унда бер нисә көн байрам иткән. Унан һуң Александр батша: “Әйҙәгеҙ, Мәскәүгә ҡайтабыҙ, шунда барығыҙға ла бүләк бирермен”, – тигәс, бөтә ғәскәрҙәр эркелешеп юлға сыҡҡан. Ҡайтҡанда башҡорттар ошо йырҙы башҡарған:

Урал тауҡайҙары саҡыллы,
Урал тауы беҙҙе лә һағынды;
Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.
Бөгөн үлһәбеҙ ҙә үкенмәйбеҙ
Дошман еңелеп маҡсат табылды.
Һай, илкәйем, нәҙек билкәйем.

Бөтә ғәскәрҙәр Мәскәүгә йыйылғас, батша һуғышта ирлек күрһәткән кешеләрҙе саҡырып алған. “Йә, батырлығығыҙ өсөн ни һорайһығыҙ?” – тигән. Башҡа халыҡтар мал, миҙал, түрәлек теләгән.

Сират башҡорттарға килеп еткән. Ҡаһым түрә батшаға: “Беҙ ярҙамға ғына килдек. Бер нәмә лә һорамайбыҙ”, – тигән. Александр батша был яуапҡа көлгән дә бик оҙаҡ уйланып торған: “Мин һеҙҙең теләгегеҙҙе ишетмәнем. Улай булһа, теләгән тиклем ер бирәм. Ҡаһым түрә, һине генерал-майор, Сәйфетдин, Мортаза, Насир батырҙарыңды есаул (капитан) итәм. Әбүбәкир, Ярулла ҡаһармандарға хорунжийлыҡ (кесе л-т) бирәм”, – тигән. Шунан һуң башҡорттар үҙ ерҙәренә, Уралға ҡайтып киткән».

Әлбиттә, риүәйәттәргә хәл-ваҡиға, сюжеттарҙы ябайлаштырыу тәбиғи. Шул уҡ ваҡытта батырҙарҙы ҡупырайтыңҡырап күрһәтеү хас. Икенсе яҡтан, бөтә йырҙарҙа, легендаларҙа, хикәйәләрҙә халҡыбыҙҙың патриотизм тойғоһо ниндәй көслө һәм юғары икәненә инанырға була. 

“За взятие Парижа 19 марта 1814 года” исемле көмөш миҙал менән 1-2-се, 5-се, 8-9-сы, 12-15-се, 19-сы башҡорт полктары яугирҙары, 3-се типтәр, 2-се мишәр, 3-сө Ырымбур казачий полкы һәм Өфө пехота полкы һуғышсылары наградлана. 
Был һуғыштарҙан яугирҙарҙың яртыһы ғына иҫән-һау ҡайта. Ҡалғандары Рәсәй батшалығы, тыуған ил өсөн ғәзиз баштарын һала. Шулай ҙа Ватанды һаҡлауҙа батырҙарыбыҙҙың ҡатнашыуы һәм батырлыҡтары  ғорурлыҡ уята.

Халҡыбыҙҙың аяныслы үткәнен, тарихын, көнитмешен беҙ ҙә онотмаһаҡ ине.

Б. Хәйретдинов, крайҙы өйрәнеүсе, Б.Вәлид исемендәге премия лауреаты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.