21 авг. 2012 г.

Һайлау – 2012

Һайлауға әҙерлек бара


Билдәле булыуынса, ағымдағы йылдың 14 октябренә берҙәм тауыш биреү көнө билдәләнгән. Был көндә муниципаль район Советына, шулай уҡ Билал, Темәс, Мерәҫ ауыл биләмәләрендә өҫтәмә һайлауҙар ҙа үтәсәк – урындағы ауыл биләмәһе советтарына депутаттар һайланасаҡ.


Әлеге ваҡытта муниципаль район территориаль һайлау комиссияһы 43 кешене депутатлыҡҡа кандидат итеп теркәгән. “Берҙәм Рәсәй” – 18, КПРФ – 3,  “Рәсәй патриоттары” – 1, “Ғәҙел Рәсәй” – 1 кандидат, ә ҡалғандары үҙ-үҙен күрһәткән. Был хаҡта территориаль һайлау комиссияһының сираттағы ултырышында әйтелде. Бөгөн кандидаттар күрһәтеүҙең һуңғы көнө, уларҙы теркәү 28 августа тамамлана.
 
Бында шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: федераль һәм республика һайлау ҡануниәтенә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, был һайлауҙарҙа барлыҡ сәйәси партиялар ҙа үҙҙәренең кандидаттары өсөн ҡултамға йыйыуҙан азат ителгән. Үҙ-үҙен күрһәтеүселәргә лә ҡултамғалар күләме кәметелгән. 
29 авгусҡа тиклем һайлау участкалары билдәләнәсәк, унан һуң участка һайлау комиссиялары төҙөләсәк.
 
С. Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.