16 авг. 2012 г.

Ураҡ–2012


Ҡуянтау игенселәре үрнәк күрһәтә


Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, райондың ауыл хужалығы предприятиеларында мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу эштәре дауам итә.  Ленин исемендәге, «Рассвет», «Уңыш» хужалыҡтары башҡаларға өлгө күрһәтә. «Баймаҡ» ҒПБ-һында ла эштәр ойошҡанлы бара. 


«Баймаҡ» ҒПБ-һы—райондың иң йәш һәм өмөтлө предприятиеларының береһе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре М.Б. Салиховтың уңған етәкселегендә бөгөн хужалыҡ үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса тотороҡло үҫешкә өлгәшә, иртәнге көнгә өмөт менән ҡарай. 

Ошо көндәрҙә хужалыҡта бойҙайҙы урып-һуғыуға төштөләр. Ул быйыл 942 гектарҙа сәселгән. Уңыш уртаса 5-7 центнер тәшкил итә. Шулай уҡ 450 тонна һоло (6,6 ц), 70 тонна арпа (6,5 ц) йыйып алынған. Иген культураларын йыйыуға ике Дон-1500 комбайны йәлеп ителгән. Унда тәжрибәле механизаторҙар Геннадий Яковлев менән Мозафар Маликов эшләй. Шулай уҡ «Урал аръяғы» МТС-ы механизаторы Варис Ишембәтов, иген ташыуҙа Альберт Һатыбалов, һалам ташыуҙа Рәфҡәт Ишназаров, Әсҡәт Буранбаев, Булат Ғәйнетдинов, уны эҫкертләүҙә Алексей Данилов менән Әхмәт Буранбаев юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Дөйөм алғанда, ҡуянтау игенселәренә 1978 гектарҙа ашлыҡ һуғып алаһы бар.

Шуныһы үҙенсәлекле, ҡуянтауҙар малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, базаларҙы ремонтлау  эштәре менән әүҙем шөғөлләнә. Улар был йүнәлештә эште тамамлаған да инде. Әйткәндәй, әле хужалыҡта бөтәһе 320 тонна һалам әҙерләнгән, 920 тонна бесән, 1200 тонна сенаж тупланған.

Бер үк ваҡытта ер эшкәртеү эштәре әүҙем алып барыла. Әле предприятиела ужым культуралары сәсеү өсөн 200 гектарҙа ер эшкәртелгән, был эшкә Марат Мырҙабулатов йәлеп ителгән.

«Баймаҡ» ғилми-производство берекмәһе коллективы ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы атҡарып сығып, юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Быны яҡшы производство күрһәткестәре лә асыҡ дәлилләй.

Азамат Мөхәмәтшин.
Г. Мирзина фотоһында: баш агроном В.Шәмсетдинов алдынғы игенселәр
А.Һатыбалов, М.Маликов, Г.Яковлев менән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.