5 авг. 2012 г.

УРАҠ – 2012

     Комбайндар “Һандуғас”ты иңләй

     Ленин исемендәге АХК игенселәре бойҙай һуғыуға төштө
 

     Күптән түгел Таулыҡай һәм Бикеш ауыл биләмәләрендә үткән район семинар-кәңәшмәһендә урындарҙағы хакимиәт башлыҡтары Ленин исемендәге АХК-ла баҫыу эштәренең барышы менән танышҡайны. Семинар менән етәкселек иткән район башлығы И.Х. Ситдыҡов кооператив рәйесе Ғ.Б. Сәлимовтың, уның командаһының ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙәге эшен юғары баһаланы, башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.

     Райондың агросәнәғәт комплексы лидеры булып танылған хужалыҡтың бындай юғары баһаға лайыҡ булыуы юҡҡа түгел. Предприятие бөгөн ысын мәғәнәһендә үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү, уларҙан юғары продукция етештереү буйынса үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып тора. Ҡатмарлы шарттарҙа ла кооператив төп потенциалды тотороҡло һаҡлап ҡалыуға өлгәшә, коллективтың социаль мәсьәләләрен уңышлы хәл итә, ауылдар инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
 
     Хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү һәм ураҡ эштәре ойошҡанлы бара. Быйыл Ленин исемендәге АХК етерлек күләмдә мал аҙығы тупларына шикләнмәй. Әле бесән эҫкертләү эштәре тамамланған, бөтәһе 910 тонна әҙерләнгән. Был тәңгәлдә Зәки Ҡотлоғужин, Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, Руслан Ғәйетбаев һ.б. ҙур тырышлыҡ күрһәткән.
 
     Сенаж бөгөнгә 3554 тонна һалынған, был участкалағы эш дауам итә. Йәшел масса әҙерләүҙә Фәнис Хәмитов, Айрат Туйсин, Йәмил Үтәғолов, Хадарис Мортазиндар ал бирмәй. Тупаҫ аҙыҡты 4000 тоннаға еткерергә иҫәп тоталар хужалыҡта.
 
     Аяуһыҙ ҡоролоҡ һынау артынан һынау ҡуйһа ла, сәсеү эштәрен тейешле агротехник сроктарҙа һәм алдынғы технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыу арҡаһында хужалыҡта хәлдәр башҡаларға ҡарағанда күпкә яҡшы. Кооператив үҙен һәм коллектив ағзаларын тәьмин итерҙәй фуражын да әҙерләп һаласаҡ, аҙыҡ-түлек игенен дә йыйып аласаҡ.Әле унда иген культуралары 570 гектарҙа сабылған, шуның 552 гектарындағы уңыш һуғып алынған. 190 гектарҙағы ужым арышын (гектар ҡеүәте – 13,4 ц) һәм 47 гектарҙағы борсаҡты (6 ц) йыйып алыу эштәре тамамланған. 367 гектар биләгән һоло сабылған, шуның 325 гектарында урып-һуғылған, төшөм 7,7 центнерға тиң.
 
     Ашлыҡтың тулайым йыйымы 520 тонна тәшкил итә. Бер үк ваҡытта иген фуражы һалыу дауам итә, ул 409 тонна тупланған.
 
     Белеүебеҙсә, хужалыҡ ҡеүәтле комбайн паркына эйә. Был иһә коллективҡа ураҡты үҙ көсө менән һәм тиҙ арала атҡарып сығыу мөмкинлеге бирә. Комбайнсылар Зәкир Балхин, Альберт Шаһморатов, Рауил Сәғәҙәтовтар баҫыу батырҙары булып танылған. Алдынғы водитель Йәмил Моталлапов баҫыуҙарҙан ырҙын табағына ашлыҡ ташыуға йәлеп ителгән. Әйткәндәй, кисә игенселәр “Һандуғас” тип аталған баҫыуға бойҙай һуғыуға төштө. Йылына күрә төп аҙыҡ-түлек культураһының төшөмө насарҙан түгел.
 
     Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағында эш ҡайнап тора. Мөдир был участкалағы эште тейешле кимәлдә ойоштороуға өлгәшкән. Унда килтерелгән ашлыҡты ҡабул итеү, таҙартып келәттәргә орлоҡ һалыу эштәре ойошҡанлы бара.
 
     Хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү саралары киң ҡулланыла хужалыҡта. Удар өс көнлөктәр иғлан ителә, унда еңеүселәр билдәләнә, баҫыу эштәрен яҡтыртҡан “молния”лар сығарыла, хеҙмәт алдынғыларына дан йырлана.
 
     Ғөмүмән, алдынғы хужалыҡта эштәрҙе ойоштороу ҙа алдынғыса, производствоға ҡараш та заманса. Был, әлбиттә, үҙенең тос емештәрен бирмәй ҡалмай.
 
     Азамат МӨХӘМӘТШИН.
     Айбулат ИШНАЗАРОВ фотоһында: А.Шаһморатов, Й.Моталлапов, Р.Сәғәҙәтов һәм З.Балхин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.