16 авг. 2012 г.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылап


Юлдар төҙөкләндерелә


Хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡ ҡалаһы үҙенең олпат юбилейын – 75 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Ошо маҡсатта бөгөн төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Айырыуса ҡала урамдарын тәртипкә килтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Һүҙ юҡ, юлдарҙың торошо баймаҡтар өсөн ҙур проблемаларҙың береһенә әйләнгәйне. Был мәсьәләне хәл итеү халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға яһалған бер аҙым.


“Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” ДУП-ы юлсылары ҡаланың күптән инде соҡор-саҡырға, машина түгел, хатта кеше йөрөмәҫлек урынға әйләнгән Коммунистар урамына асфальт япмаһы түшәп һөйөндөргәйне. Шулай уҡ Ҡарағайлы урамына ла асфальт түшәлде. Был тәңгәлдә эштәр әле лә дауам итә. ДРСУ начальнигы Д.Ғ. Арсланов белдереүенсә, бөгөн юлсыларҙың иңендә тағы бер мөһим бурыс тора: “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы бинаһы алдынан “Баймаҡ урмансылығы” ДУП-ы, эске эштәр бүлеге буйлап автовокзалға тиклемге юлды тәртипкә килтереү.

Ҡала урамдарын төҙөкләндереүҙә “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы ла ҙур өлөш индерә. Төп эштәр тамамланғандан һуң, улар иғтибарҙы юлдарҙы төҙөкләндереүгә бирә башлауы менән ҡыуандыра. “Үҙәк баҙар” МУП-ы буйлап Тыныслыҡ урамына ла ҡырсынташ түшәп, юлдарҙы тигеҙләү тамамланған. Бөгөн улар Калинин урамында эшләй. 
Әйтергә кәрәк, төҙөкләндереү эштәре ҡаланың башҡа урамдарында ла башҡарыласаҡ. Халыҡтың һорауҙарына ла иғтибар биреләсәк. Заявкалар ҡабул ителә.

Шуныһы һөйөндөрә, юлдарҙы тәртипкә килтереү эшендә шәхси эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай. Ҡала Советы депутаты, шәхси эшҡыуар Ш.Ш. Ирназаров һәр саҡ үҙенең ярҙамын тәҡдим итә. Шулай уҡ “Ватан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тә (етәксеһе А.И. Әминев) был эшкә ихлас ҡушылған. Улар ҡала урамдарына ҡырсынташ түшәү менән генә сикләнеп ҡалмаған, ә ҡалалағы бөтә балалар майҙансыҡтарына  балаларға уйнау өсөн ҡом ташыған. 

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһында: Калинин урамында ремонт.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.