16 авг. 2012 г.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылап


Ваҡыт көттөрмәй. Эшләргә кәрәк

Билдәле булыуынса, 2011 йылдың 11 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек тураһында”ғы 628-се Указға ҡул ҡуйғайны. 6 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында махсус ҡарар ҡабул итте.



Байрамға әҙерлек сиктәрендә 2012-2013 йылдарҙа Баймаҡта ҙур күләмдәге саралар планын тормошҡа ашырыу ҡаралған. 14 августа уҙған кәңәшмәлә Баймаҡ ҡалаһы биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин тап ошо мәсьәләләрҙе күтәрҙе, әҙерлек эштәренә анализ яһаны, бурыстар билдәләне. “Бөгөн һәр көн ҡәҙерле, – тине ул. – Сөнки ваҡыт көтмәй, кәрәкле документтарҙы әҙерләүҙе мөмкин тиклем тиҙерәк тамамлау мөһим. Шунһыҙ ниндәйҙер финанс ярҙамға өмөт итеп булмай. Баймаҡ ҡалаһының инфраструктураһын үҫтереү йүнәлешендә ғәйәт ҙур эштәрҙе атҡарыу күҙ уңында тотола”.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар үҙ яуаплылығындағы объекттарҙа алып барылған эштәр менән таныштырҙы. “Труд” стадионы директоры Ғ.Ф. Сарин, ер бүлеменә хоҡуҡты билдәләгән таныҡлыҡ сентябрь баштарында әҙер буласаҡ, тип белдерҙе. Артабан документтар РАИП-ҡа тапшырыласаҡ. Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркы ла яңырыу кисерәсәк. Бында Таналыҡ йылғаһы аша аҫылмалы күпер һалыу ҡарала. Парк буйынса документтарҙы әҙерләү, хужалыҡ адресында аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыу сәбәпле, бер аҙ тотҡарлыҡтар бар. Ләкин ул проблема ошо көндәрҙә хәл ителәсәк. Парк директоры Р. Нәбиуллин, саңғы базаһы буйынса хәл итәһе мәсьәлә бар, тип белдерҙе.

“Ирәндек” кинотеатрын реконструкциялауға ла ҙур сумма ҡаралған. А.И. Халиҡова, уның ҡыйығы алмаштырыласаҡ, йылытыу һәм электр энергияһы системаһы ремонтланасаҡ, тамашасылар залы һәм айырым бүлмәләр төҙөкләндереләсәк, тине. Беренсе сиратта кинотеатрҙың ҡыйығы яңыртыласаҡ.

“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һының элекке клубын Никах йорто итеп реконструкциялау планлаштырыла. ЗАГС мөдире З.Я. Әминеваның белдереүенсә, документтар менән муниципаль район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге шөғөлләнәсәк.

“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы киләһе йылда 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Был байрамды үткәреү ҙә үрҙә әйтеп кителгән ҡарарға индерелгән. Заводтың профком рәйесе Л.А. Симирикова алып барыласаҡ саралар планы менән таныштырҙы.

И.Ә. Бураншин кәңәшмә һуңында, республика Президенты һәм Хөкүмәте тарафынан бирелгән мөмкинлекте тулыһынса файҙаланыу мөһим һәм уның өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға кәрәк, тип билдәләне. Ваҡыт көттөрмәй. Документтарҙы әҙерләү күп ваҡытты ала, шунлыҡтан был тәңгәлдәге эште тиҙләтергә әйтелде. Кисектергеһеҙ хәл ителергә тейешле мәсьәләләр контролгә алынды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.