26 авг. 2012 г.

БАЙМАҠ ҠАЛАҺЫНА – 75 ЙЫЛ

     ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ – төп мәсьәлә

     Киләһе йылда беҙ Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаясаҡбыҙ. Ошо матур дата айҡанлы ҡалала байтаҡ эштәр алып барыла: тарихи урындар төҙөкләндерелә, яңы объекттар төҙөлә, урамдар тәртипкә килтерелә һ.б. Шулай ҙа ҡаланың йөҙө тәү сиратта шунда йәшәгән кешеләрҙән тора. Күркәм ҡалала йәшәр өсөн һәр кемдең үҙенең йорт, кәртә-ҡоймаларын төҙөк тотоуы, рөхсәт ителмәгән урынға сүп-сар түкмәүе, урамдарҙы ҡыйламауы, йәғни тәрбиәле һәм ысын хужа була белеүе зарур.

     Ҡала биләмәһе хакимиәтендә уҙған урам комитеттары рәйестәре йыйылышында ла ошоға ҡағылышлы  мәсьәләләр күтәрелде. Тәүҙә ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин йыйылышта ҡатнашыусыларҙы ҡала буйынса башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. “Баймаҡ эсе һәм уның эргә-тирәһе үтә ҡыйланған. Дөрөҫөн әйткәндә, таҙартып өлгөрөп тә булмай. Шуға күрә графикка ярашлы рәүештә урамдар буйынса ҡый түгеүҙе ойошторорға иҫәп бар, бында һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барһағыҙ ине. Киң мәғлүмәт саралары аша ла был хаҡта халыҡҡа хәбәр итер инек”, – тине ул. Оҙаҡламай был тәңгәлдәге эш Куйбышев, Люксембург, Маркс, Чапаев урамдарында башланасаҡ.
 
     Урам комитеттары рәйестәре урамдарҙағы һыу үткәргес торбалары булған күперҙәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмауҙарын һораны. Торбалар ошо мәлдә бер тапҡыр булһа ла таҙартылһа, яҙғыһын байтаҡ мәшәҡәт кәмер ине, тигән теләктәрен белдерҙе улар. Туҡталыш павильондары урынлаштырыу, урамдарҙы яҡтыртыу, юлдарҙы тигеҙләү һәм уларға таш түшәү мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды. Ҡаланы һыу менән тәьмин итеү буйынса һорауҙар күп булды. Ҡала биләмәһе башлығы иң тәүге сиратта авария хәлендәге һыу үткәргестәрҙең ремонтланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әлегә тиклем ҡаланың Энтузиастар урамында һыу трассаһына капиталь ремонт эшләнһә, хәҙер эш Калинин, Коммунистик урамдарында барыуы, унан һуң Крәҫтиәндәр, С.Юлаев урамдарында башҡарыласағы тураһында һөйләп үтте.
 
     Әйткәндәй, аҙаҡтан Исмәғил Әхмәт улы иң әүҙем урам комитеты рәйесе һәм яңыраҡ 60 йәшен тултырған Салауат Рамаҙановты олпат юбилейы менән тәбрикләп, уға ҡала биләмәһе хакимиәтенең Почет грамотаһын тапшырҙы. “Салауат Мозафар улы Крупская, Пушкин урамдарында йәшәүселәр мәнфәғә-тендә һөҙөмтәле эшләй”, – тип билдәләне ул.
 
     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.