16 авг. 2012 г.

Граждандар оборонаһына – 80 йыл


Халыҡ именлеге – беренсе сиратта


2012 йылдың 4 октябрендә Рәсәй Граждандар оборонаһы ойошторолоуға 80 йыл тула. Шул айҡанлы Рәсәйҙә ҙур саралар уҙғарыу планлаштырыла. Халыҡты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса уҡытыуға ҙур иғтибар биреләсәк. Граждандар оборонаһы объекттарында асыҡ ишектәр көнө, әңгәмәләр, экскурсиялар ойоштороласаҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре балаларға һәм студенттарға ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта үҙеңде нисек тоторға, тәү сиратта нимәгә иғтибар бирергә, һаҡланыу сараларын өйрәнеү буйынса уҡыуҙар ойошторасаҡ.


Нимә ул граждандар оборонаһы һәм уның бөгөнгө системаһы нимәгә ҡоролған, ниндәй бурыстар ҡуйылған? Был термин Беренсе донъя һуғышында Германияның хәрби-һауа көстәре тарафынан бомбаға тотолоп, күп кешеләрен юғалтҡан һәм емереклектәргә дусар булған Великобританияла барлыҡҡа килгән. Һуғыштан һуң күп илдәрҙә халыҡты авиация һөжүменән, химик ҡоралдарҙан һаҡлау маҡсатында үҙҙәрендә авиацияны үҫтереү һәм химик ҡоралдар менән камиллашыу буйынса саралар күрелә башлай. 

Граждандар оборонаһы – ул ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта халыҡты, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге матди һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе яҡлау маҡсатында алып барылған сара. Ҡаршы яҡтың иң төпкөл ауылына ла осоп барып етеүгә һәм граждандарҙың объекттарын бомбаға тотоуға һәләтле хәрби авиация барлыҡҡа килеүе һәм уның киҫкен үҫеш алыуы халыҡ именлегенә хәүеф менән янай. Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, 1932 йылдың 4 октябрендә СССР-ҙың Халыҡ комиссариаты Советы һауа һөжүменән һаҡланыу оборонаһы тураһындағы ҡарарҙы раҫлай, һөҙөмтәлә, урындарҙа һауа һөжүменән һаҡланыу оборонаһы ойошторола. Халыҡты бомбанан һаҡланыу урындарына йәшереү, противогаздар биреү, сиреналар, тауыш көсәйткестәр ярҙамында һауа һөжүме тураһында иғлан итеү системаһы барлыҡҡа килә. Шартлаған бомбаларҙан сыҡҡан янғындарҙы һүндереү, емерелгән урындарҙы таҙартыу, ҡаза күреүселәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында һауа һөжүменән һаҡланыу оборонаһы формалаша. Халыҡты һәм сәнәғәт предприятиелары эшселәрен хәүефһеҙ райондарға эвакуациялау системаһы барлыҡҡа килә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында граждандарҙы авиация һөжүменән һаҡлауҙа, миллионлаған кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙа һауа һөжүменән һаҡланыу оборонаһы ҙур роль уйнай.
Тарих биттәрендә ҡалған 20-се быуатта башлыса тыныс тормошта йәшәгән миллионлаған халыҡ һуғыш ҡорбанына әйләнгән. Әгәр Беренсе донъя һуғышында бөтә һәләк булыусыларҙың 5 процентын тап ошо ҡатлам халҡы тәшкил итһә, Икенсе донъя һуғышында был күрһәткес 50 процентҡа тиңләшә. Ә бөгөнгө хәрби бәрелештәрҙә ул 90 процентҡа етә. Уҙған быуатта хәрби бәрелештәрҙә яҡынса 150 миллион кеше һәләк булһа, өстән бер өлөшө Рәсәйгә (СССР-ға) тура килә. Тыныс тормошта йәшәүселәрҙең әленән-әле һуғыш ҡорбанына әйләнеүе ҙур борсолоу тыуҙыра.   

Күпләп юҡ итеү ҡоралы барлыҡҡа килеү менән граждандарҙы хәүефтән яҡлау буйынса комплекслы саралар күреү зарурлығы килеп тыуа. 1961 йылдың 13 июлендә СССР Хөкүмәте “СССР-ҙың Граждандар оборонаһы тураһында”ғы ҡарарҙы раҫлай. Бөгөн граждандар оборонаһы бөтөнләй икенсе төҫ алған. 1998 йылдың 12 февралендә ҡабул ителгән “Граждандар оборонаһы тураһында”ғы 28-се федераль Закон Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдарының, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдарының, урындағы үҙидара органдарының һәм ойошмаларының граждандар оборонаһы өлкәһендәге бурыстарын, хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм вәкәләттәрен билдәләй. Объекттарҙа Законда ҡаралған талаптарҙы үтәү һәм күҙәтеү функцияларын тормошҡа ашырыу бурысы күҙәтеү органдарына һалынған. Граждандар оборонаһы бурыстарының һөҙөмтәле үтәлеше өсөн Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында ла идара итеү үҙәктәре барлыҡҡа килгән. Бынан тыш, бөтә муниципаль округтарҙа ла берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте ойошторолған. Уларға тәүлек әйләнәһенә һәләкәт-ҡазаларҙы, катастрофаларҙы, аварияларҙы бөтөрөү һәм граждандар оборонаһы бурыстарын үтәү йөкмәтелгән. Граждандар оборонаһы системаһы ныҡлы үҫеш ала. Идара итеү системаһы камиллаша. Улар заман талаптарына яуап биргән элемтә ҡоролмалары, килеп тыуған хәлдән тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек биргән комплекслы программа-аппараттары менән тәьмин ителгән. Ҡыҫҡа ваҡытта ҡаза булған урынға барып етеп, ярҙам күрһәтеү өсөн яңы технологиялы ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Илдең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса барлыҡҡа килгән граждандар оборонаһының әһәмиәте бөгөн дә актуаль . Оборонаның төп бурыстарының береһе – халыҡтың именлеген һаҡлау. Шуның өсөн дә был йәһәттән һәр кем мәғлүмәтле булырға тейеш. 

Й. Йәғәфәров,
муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы буйынса сектор мөдире.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.