2 авг. 2012 г.

Йылы һүҙ — йән аҙығы

Йөрәгендә –  уҡыусыларына һөйөү...


Зәһүрә Зиннур ҡыҙы Вәхитова Муллаҡай ауылында донъяға килә. Ҡолсора мәктәбендә тулы булмаған урта белемде алғас, тормошон уҡытыусы һөнәренә арнарға теләгән йәш ҡыҙ Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә. Үҙен кескәй саҡтан ҡара таҡтала, аҡбур менән матур хәрефтәр теҙгән ысын уҡыуытыусы итеп күргән Зәһүрә Вәхитова тиҫтерҙәренән етдилеге, яҡшы уҡыуы, тырышлығы менән айырылып тора.
Ниһайәт, йәш ҡыҙ өсөн тулҡынланып көткән мәл етә. Ул Йылайыр районының 8 йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эш башлай. Ә ике йылдан ул тыуған районына ҡайтып, Әбдрахман башланғыс мәктәбенә эшкә урынлаша.
 

Эйе, Зәһүрә Зиннур ҡыҙының 34 йыл ғүмере Әбдрахман башланғыс мәктәбенә арналған. Ошо йылдар эсендә район, зона күләмендә бай йөкмәткеле асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар, фәһемле кисәләр, күңелле фольклор байрамдары ойоштора. Уҡыусылары әйтеүенсә, Татлыбай ауыл Советы биләмәһендә беренселәрҙән булып шәжәрә байрамы, Хөсәйен Әхмәтов көндәре һ.б. фәһемле саралар үткәреүгә өлгәшкән кеше ул. Зәһүрә Зинур ҡыҙы ауылдан сыҡҡан, төрлө тарафтарға таралып билдәлелек яулаған кешеләр, төрлө дәүерҙә эшләп киткән уҡытыусыларҙың тормошон өйрәнеү, ауылдаштарына еткереү буйынса ла ҙур эш башҡара. Бындай шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштороу ҙа балаларҙы тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә була, уҡыусыларҙы алдарына маҡсат ҡуйып, уға өлгәшергә өйрәтеүгә булышлыҡ итә.
 
Нисәмә йылдар элек яратҡан уҡытыусылары менән хушлашып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫып, төрлө өлкәлә эшләгән уҡыусылары ла: “Зәһүрә Зиннур ҡыҙы беҙгә кәңәшсе лә, ярҙамсы ла, терәк тә, таяныс та булды. Кәрәк саҡта тәнҡитләргә лә онотманы. Көләс йөҙлө, йомарт, киң күңелле, эш һөйөүсән уҡытыусыбыҙ беҙҙең өсөн һәр саҡ үрнәк булып ҡаласаҡ”, – ти.
Уҡытыусы өсөн кисәге уҡыусыларының ошондай йылы һүҙҙәренән юғарыраҡ баһа бармы донъяла!
 
Тынғыһыҙ, яңылыҡтарға ынтылған Зәһүрә Зиннур ҡыҙы ауыл халҡы араһында ла оло абруй ҡаҙанған. Уны өлкәне лә, кесеһе лә ихтирам итә, кәрәк саҡта кәңәш-ярҙам һорап килә. Сабыр, аҡыллы ҡатын һәр кемде тыңлап, уларға ҡиммәтле кәңәштәрен дә, йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәй. “Был донъяға килгәнһең икән, тормошто йәмләү, яныңдағы кешеләргә ярҙам итеү, үҙеңдән һуң тик яҡты эҙ, матур хәтирәләр ҡалдырыу өсөн барыһын да эшләргә тырышырға кәрәк”,– ти Зәһүрә Зиннур ҡыҙы.
 
Оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгәне һәм киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн З.З. Вәхитова Почет грамотаһы, маҡтау ҡағыҙҙарына ла лайыҡ булған.
 
Зәһүрә Зиннур ҡыҙы быйыл 55 йәшлек юбилейын билдәләгәндә уның төрлө ерҙә лайыҡлы хеҙмәт итеп йөрөгән уҡыусыларының ҡотларға килеүе көтөлмәгән, әммә донъялағы иң ҡиммәтле, ҡәҙерле бүләккә әүерелгән. “Минең өсөн уҡыусыларымдың ерҙә үҙ урынын табып, илде, халыҡты һөйөндөрөп эшләүе – үҙе ҙур бүләк. Ә уларҙың нисәмә йылдар үткәс тә мине ҡәҙерләүе оҙайлы йылдарға көс-дәрт бирҙе”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты уҡытыусы.
 
Эйе, үҙенең йәшәү рәүеше, сикһеҙ мөхәббәте менән уҡыусыларының һөйөү-ихтирамын мәңгелеккә  яулаған уҡытыусыға тик уңыштар юлдаш булыуын, һәр саҡ шулай янып ғүмер итеүен теләйбеҙ.
 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.