10 авг. 2012 г.

СИТ ТАРАФТАРҘА


“Киләсәктә тәржемәсе
 булырға теләйем!” – ти Гүзәлиә Йомағужина

   
     Гүзәлиә – Ғүмәр ауылы ҡыҙы. Әлфирә һәм Мәүлитдин Йомағужиндар ғаиләһендә дүрт баланың иң өлкәне. Башланғыс белемде Ғүмәрҙә алғас, артабан Баймаҡ лицей-интернатында белем ала. Әлеге ваҡытта БДУ-ның Сибай институтында – филология факультетының инглиз теле һәм әҙәбиәте бүлегендә 4-се курста белем ала. Ул ярты йыл Германияла стажировка үтеп ҡайтты. Әңгәмәбеҙ шул хаҡта.

   
     – Гүзәлиә, нисек Германияға сығып китергә йөрьәт иттең?
     – Икенсе курста уҡығанда беҙҙең институтты уҡып бөтөп, сит илдә йәшәп ҡайтҡан бер ҡыҙ менән егет килеп, унда күргәндәре хаҡында һөйләне. Минең шунда уҡ сит илгә сығыу теләге уянғайны. Быйыл институт коридоры буйлап китеп барһам, өҫтәлдә “Сит илдә белем алыу. Эш” тигән буклеттар күреп ҡалдым. Унда Швеция, Голландия, Дания, Франция, Германия илдәренә сығыу мөмкинлеге тәҡдим ителгәйне. Әсәйемдәр менән кәңәшләшкәйнем, улар риза булды. ”Au-Pair” программаһы буйынса теләгән илгә барып, бер ғаилә менән килешеү төҙөп, шунда ярты йыл йәшәп, телде өйрәнергә мөмкин ине. Тәүәккәлләнем.
     – Һәм һин Германияны һайланың... 
     – Эйе. Берлиндан 8 км алыҫлыҡта ятҡан Кляйнберрен ауылынан Дорота һәм Герд Зибе ғаиләһе менән ярты йылға килешеү төҙөнөк. Уларҙың 2 йәшлек Мария Луиза исемле ҡыҙҙары бар ине. Улар мине 1 айлыҡ мәктәпкә урынлаштырҙы. Бында мин немец телен төплөрәк өйрәндем. Уҡытыусыларыма рәхмәт, Сибайҙа институтта икенсе сит тел немец теле булғас, бында артыҡ ҡыйын булманы.
     – Һин һайлаған ғаиләнең йәшәйеше нисек? Нимәләр менән шөғөлләндең? Буш ваҡыттарыңды нисек үткәрҙең?
     – Уҡыуҙан буш ваҡыттарымды ғаилә менән үткәрҙем, бала ҡараусы булып эшләнем, улар миңә шуның өсөн хаҡ түләне. Ғаилә башлығы Герд “Siemens”  компанияһының директор урынбаҫары, ә Дорота – хужабикә. Улар үҙҙәре ике ҡатлы бөтә уңайлыҡтары булған йортта йәшәй. Бер урамда минең дә үҙемдең айырым ике ҡатлы йортом булды. Ашхана өйҙә түгел, ике йорт араһында урынлашҡан. Аш-һыуҙы Дорота үҙе әҙерләй. Миңә сусҡа ите ҡушылмаған ризыҡты айырым алалар ине. Улар ризыҡты бер аҙналыҡ итеп алалар ҙа, 2 – 3 көнгә алдан меню төҙөп, шуның буйынса ғына әҙерләйҙәр.
     Дорота аҙнаһына 2 тапҡыр ҡыҙы менән йәш әсәләр төркөмөнә йөрөй ине. Унда 20-нән ашыу бала йыйыла. Һәр балаға айырым иғтибар бүленә. Мәҫәлән, түңәрәкләп ултыралар ҙа, һәр баланы айырым сәләмләйҙәр, ә ул йә йырлап, йә шиғыр һөйләп күрһәтә. Унда инвалид балаларҙы айырып ҡарау, ситләтеү тигән нәмә юҡ – бөтәһенә лә бер үк ҡараш. Халыҡ та, нисектер, айырылып тора: иртәнсәк урам буйлап китеп барһаң, бөтәһе лә, һине беләме-юҡмы – уға ҡарап тормай, һаулыҡ һораша, йылмая.
     Йәшәү кимәле лә күпкә юғарыраҡ. Ғаиләлә 3 кешегә 5 машиналары бар. Аҡсалары күп булһа ла, бер ҙә ялсы тотмайҙар, хужалыҡ буйынса бөтә эште үҙҙәре башҡара. Дорота баҡса үҫтерергә ярата. Беҙҙең һымаҡ орлоҡтан сәсмәй, ә магазиндан әҙер үҫентеләрҙе алып ҡайтып ултырта. Ул йәшелсә-емешкә ҡарағанда күберәк сәскәләр үҫтерергә ярата. Хужалыҡтарында 1 сусҡа, 5 тауыҡ, эттәре бар. Мин көн һайын иртәнге аш алдынан 15-20 минут эттәре менән саф һауала йөрөргә күнектем. Һауаһы оҡшаны. Быға тиклем йыш ауырый торғайным, ә унда бер тапҡыр ҙа ауырыманым.
     Немецтарҙың тәртип яратыуы билдәле. Ысынлап та, йорттарында, Гердтың гаражында иҫ киткес тәртип, урамдары тап-таҙа, һәр нәмә үҙ урынында. Шуныһына иғтибар иттем: улар кешенән бер нәмәләрен дә ҡыҙғанмай, туғандарына ярҙамсыл. Ҡунаҡсыллыҡтарын күреп, үҙебеҙҙең милләт менән уртаҡлыҡты таптым. Телдә лә оҡшашлыҡтар бар.
     Балаларына мөнәсәбәте һоҡландырҙы. Улар ҡыҙҙарына бер ваҡытта ла ҡысҡырмай, өлкәндәр аралашҡанда уның да фекере менән ҡыҙыҡһыналар.
     Тағы ла шуныһы оҡшаны: ял көндәрендә улар тик ял итә, оҙаҡ итеп ултырып тамаҡ ашай, пландары менән бүлешә, туғандарына бара. Мин ял көндәрендә Берлинға барып ҡайта торғайным. Иң тәүҙә Гроссбернға тиклем 1 сәғәт велосипедта, унан 15 минут автобус менән бараһың. Тәүҙә Доротаның Линда исемле һеңлеһе алып йөрөнө, аҙаҡ үҙем генә йөрөргә өйрәндем. Ғөмүмән, унда урамда йүгереп йәки велосипедта китеп барған оло кешене лә, йәштәрҙе йыш осратырға мөмкин. Халыҡ һаулығына ныҡ иғтибар бирә.
     – Һин унда ниндәй миҙгелгә тура килдең?
     – Мин февраль уртаһында барып төштөм. Унда ла ҡыш ине. Икенсе аҙнаһына ныҡ итеп ҡар яуҙы ла, көндәр йылытты. Унда иң һыуыҡ көндәрҙә -12 градус була, ә былай көндәр йылы торҙо. Урамда хатта йәшел үләндәр күренеп ята ине. Мин 1 аҙнанан һуң яҙғы кейемгә күстем. “Быйыл яҙ бер айға иртә килде”, – тинеләр. Март уртаһында футболка менән генә йөрөп була ине. Иң эҫе көндәрҙә һауа температураһы 32 градустан артыҡ күтәрелмәне. Күбеһенсә +24 градус тора. Көн һайын ямғыр яуа, ҡояш сығыу менән уның эҙе лә ҡалмай һеңеп бөтә.
     – Немец телендә һөйләшкән ғаилә менән аралашыуы ҡыйын булманымы?
     – Тәүҙә ике ай инглиз телендә һөйләштек, артабан немец теленә күстек. Мине сит кешеләр уларҙың ҡыҙҙары тип уйлай ине. Сөнки: “Акцентһыҙ һөйләшәһең”, – ти торғайнылар. Ҡыҙҙары миңә “апайым”, әсәһе өйҙә юҡта “әсәйем” тип өндәште.
     – Һин унда ҡасанға тиклем булдың?
     – 15 июлдә ҡайттым. Мин ҡайтырҙан ике көн алда Мария Луиза: “Ҡал!” – тип илай башланы. Туғандар кеүек бер-беребеҙгә ныҡ өйрәнгәнгә, айырылышыуы ҡыйын булды. Улар мине тағы саҡырып ҡалды. “Бында эшкә кил!” – тиҙәр. Улар менән интернет аша әле лә аралашып торабыҙ. Башҡортостанға ҡайтып төшкәс, онотолоп китеп немец телендә әйтеп ебәргеләүем үҙемә лә ҡыҙыҡ булды.
     – Киләсәккә ниндәй пландар ҡораһың?
     – Әсәйем уҡытыусы булғас, бәләкәйҙән уның мәктәптән бушай алмауын күреп үҫтем. Шуға был һөнәрҙе һайлағым килмәй. Тәржемәсе булырға хыялланам.
     – Һинең кеүек сит телдәр өйрәнгән йәштәргә теләгең?
     – Минең менән бергә уҡыған ҡыҙҙар араһында сит илгә түгел, сит ҡалаға ла сығырға ҡурҡҡандар бар. Ҡурҡмаһындар, маҡсаттарына ҡыйыу ынтылһындар.
     – Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Гүзәлиә! Хыялдарыңдың мотлаҡ тормошҡа ашып, билдәле тәржемәсе булып китеүеңде теләйем.
     – Рәхмәт!

     Айгөл ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.
     Фотола: Берлиндың уртаһында төрлө кино геройҙары, флагтар менән фотоға төшөргә мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.