11 авг. 2012 г.

АКЦИЯ


     “ХЕҘМӘТ ИТЕҮ” фондынан – бүләк


     Баймаҡ районында “Хеҙмәт итеү” мәрхәмәтлелек фонды эшләүе һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай булмай ни, бөгөнгө заманда бушлай, изге йөрәктән ярҙам итеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ бит. Акцияның маҡсаты менән танышыу ниәтендә фондтың етәксеһе Валерий Олегович Вощинин менән әңгәмәләштек һәм уларҙың эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

     – Фонд 1998 йылда барлыҡҡа килде, – тине ул. – Лондондан профессор офтальмолог Сурендра Кумар Упадияның инициативаһы менән барлыҡҡа килгән Халыҡ-ара кимәлдәге фонд халыҡҡа мәрхәмәтлелек акцияһы ойоштора. Уны Англия, Германия, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Украина, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән – Санкт-Петербург, Иркутск, Калининград һәм башҡа ҡалаларҙан төрлө һөнәр кешеләре тулыландыра. Арабыҙҙа врачтар, студенттар ҙа бар. Яҡынса 170 кеше килде.
     Ә ни өсөн Баймаҡты һайланығыҙ, тигән һорауыма Валерий Олегович: “Дуҫтарыбыҙ Башҡортостанға күптән саҡыра ине, әле бына килергә ҡарар иткәс, тәҡдим иткән бер нисә райондан тап Баймаҡты һайланыҡ. Ғөмүмән, Башҡортостанға беҙ беренсе тапҡыр ошондай акция менән килдек”, – тип яуапланы. Мәрхәмәтлелек акцияһын ойоштороуға фонд ағзалары ҡайҙандыр аҡса эҙләмәй, бының өсөн улар үҙ аҡсаһын тотона. Йылына бер тапҡыр ошондай ҙур күләмдәге, ә башҡа ваҡытта, кәрәк булған осраҡта, ҡыҫҡа сроклы бәләкәй лагерь ойошторалар икән. Шулай итеп,  мәрхәмәтлелек акцияһы ағзалары медицина, төҙөлөш, педагогия йүнәлештәре буйынса ихлас йөрәктән баймаҡтарға ярҙам итә.
     В.О. Вощинин, акцияның девизы икәү, тип белдерҙе: ”Бөтәһен дә ярат, бөтәһенә лә хеҙмәт ит” һәм “Бөтәһенә лә ярҙам ит, бер кемгә лә зыян килтермә”. Кешегә күрһәткән изгелек үҙеңә мең рәхмәттәр менән әйләнеп ҡайтыуы кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил, фондтың исеме лә шунан алынған. 
     Валерий Олегович тәү башта ашхана менән таныштырҙы. Танауҙы ҡытыҡлаған тәмле еҫтәрҙән түгел, ә төшкө аш әҙерләп йөрөгән ҡыҙҙарҙың дәртле йырҙарынан  күңел үҙенән-үҙе күтәрелеп китте. Баҡтиһәң, улар концертҡа әҙерләнә икән. Ашхананың өҫтәлдәрен биҙәргә лә айырым иғтибар биргәндәр,  салфетка һауыттарын сәскә төшөрөлгән аппликациялар менән биҙәгәндәр. Эштән һуң йыуынып сығыу өсөн душ бүлмәһе лә эшләп ҡуйғандар. “Был – ашнаҡсыларға беҙҙән бүләк”, – тине Валерий Олегович.
     Фондтың төҙөлөш бригадаһы бөгөн 105-се һөнәрселек училищеһы ятағында төҙөкләндереү эштәре алып бара. Йыуыныу бүлмәләренә раковиналар, унитаздар ҡуйғандар. Ятаҡтың электр селтәрен алмаштырыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр алып барыла. Ҡайһы бер бүлмәләрҙә электр энергияһының бөтөнләй булмауына ныҡ ғәжәпләнделәр. Ҡараңғы бүлмәләрҙә фонарь йәки кеҫә телефондары яҡтыртып эшләүҙәрен күреп, үҙебеҙ өсөн бер аҙ уңайһыҙланырға тура килде. Коридорҙарҙа шәмдәлдәрҙе алмаштырыу ҡаралған. Электр селтәрен ремонтлаусы Ҡаҙағстандан килгән Тимур фондта 14 йәшенән алып эшләй икән. Йыуыныу бүлмәләрендәге һыу селтәрен тулыһынса алмаштырыуҙы ла улар үҙ өҫтөнә алған. 
     Фондтың волонтерҙар бригадаһы үҙәк ҡала дауаханаһының балалар бүлегенең ҡыйығын эс яҡтан көпләү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарған. Төҙөлөш ҡалдыҡтарын йыйып, ҡыйыҡты йылытыу сараларын тамамлағандар.
     Бөгөн врачтар ҡалала һәм ауылдарҙа халыҡты бушлай ҡабул итеүҙе ойоштора. Төрлө йүнәлеш буйынса хеҙмәтләндергән аҡ халатлылар үҙҙәренең кәңәштәрен бирә. Офтальмолог, рефлексотерапевт, терапевт, эндокринолог, массажистарға һәм башҡа врачтарға күренергә теләүселәрҙән оҙон сират һуҙылған. Ошонда уҡ ойошторолған дарыуханала рецепт буйынса дарыуҙар бирелә. Кәштәләрҙә 400-ҙән ашыу дарыу бар. Күреү һәләттәре насар булғандарға күҙлектәр таратыла.
     Врачтар башлыса сит илдән килгән. Уларҙың тәржемәселәре һәр һүҙеңде инглиз теленә әйләндереп, яуаптарын әҙерләп кенә тора. Украинанан килгән тәржемәсе Мария 11 йәшенән ошондай хеҙмәт күрһәтә икән. Әле уға 16 йәш.
     Поликлиниканың икенсе ҡатында яңғыраған дәртле моң мине үҙенә тартты. Аккордеонға ҡушылып йырлаған ханымдарҙың сығыштары ҙур алҡыштарға күмелә. Поликлиникаға килеүселәр араһында уларға эйәреп йырлап-бейеп киткәндәр ҙә бар. Бындай саҡта ауырыуың да бер аҙға онотолоп, артҡа сигенә бит. Шуның менән дә фонд ағзалары үҙ маҡсаттарына иреште, тип әйтергә мөмкин. 
     Валерий Олегович Баймаҡта аҙыҡ-түлек кенә түгел, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары  ҡыйбат булыуына ғәжәпләнеүен йәшермәне. Бөтә кәрәк-яраҡ өсөн улар Сибай, йәиһә Магнитогорск ҡалаларына йөрөргә мәжбүр икән.  “Күҙлек, йәшелсә-емеш,төҙөлөш материалдары алырға Магнитогорск ҡалаһына машина ебәрҙек, әле көтәбеҙ “, – тине ул.
     Профессор Кумар Упадия менән осрашыу өсөн ул халыҡты ҡабул иткән Аҡморон ауылына барырға тура килде. 
     – Беҙ бында Баймаҡ врачтарына ярҙам итеү йөҙөнән килдек, уларға ҡарап һоҡланырлыҡ, белемдәре, тәжрибәләре менән мөғжизә тыуҙыралар, – тине ул. – Бында килгәндәрҙең бөтәһенә лә шатбыҙ, беҙҙең өсөн уларҙың белеме, ғаилә хәле, тормошо, кем булып эшләүе мөһим түгел. Һәр кем үҙен яратырға, һаулығын даими ҡайғыртырға тейеш. Иң мөһиме – беҙ халыҡҡа хеҙмәт итергә тейешбеҙ. Төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә район үҙәгенә килеп, врачтарға күренеү мөмкинлеге сикләнгән. Шул сәбәпле, ауылдарға сығып күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторорға булдыҡ. Беҙҙе ҡаршы алып, эшләү өсөн шарттар тыуҙырғандары өсөн муниципаль район хакимиәте башлығына, хакимиәткә, үҙәк ҡала дауаханаһы администрацияһына, коллективына ҙур рәхмәтлебеҙ.
     В.О. Вощинин менән ҡарттар йортонда ла булдыҡ. Унда  төҙөүселәр бригадаһы бүлмәләрҙе аҡлау, буяу эштәре менән мәшғүл икән. Бында йәшәүселәр менән аралашып, уларҙың күңелдәрен күтәрер өсөн фондың артистары ла килгән.  
     Ҡарттар йортонда йәшәүселәргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә фонд үҙенең бүләктәрен әҙерләгән. Уларҙы ошо көндәрҙә тапшырасаҡтар.  
     Фондтың планында матур йөкмәткеле нәфис фильмдар күрһәтеү ҙә бар. 

     Лилиә ТАКАЕВА.

     Автор фотоларында: В.О.Вощинин, С.К.Упадия һәм тәржемәсе Е.Л. Смородинникова; ашнаҡсылар; йырлап асыла күңел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.