31 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар

Иң көслө умартасылар – Баймаҡтан!

25-26 августа Өфөлә “Башҡортостан – Рәсәйҙең баллы төбәге” исемле фестиваль үтте. Ошо сара сиктәрендә Башҡортостан умартасыларының XII һәм “Йәш умартасы” VI республика конкурстары ойошторолдо. Был ярышта Икенсе Этҡол ауылынан Азат Ниәтшин, 100 мөмкинлектән 99 балл йыйып, Башҡортостандың иң көслө умартасыһы булып танылды. Йәш умартасылар конкурсында тәүгә ҡатнашҡан ҡаланың 2-се мәктәбе уҡыусыһы Юнир Кайниев та һынатманы һәм маҡтаулы 2-се урынды яуланы. Башҡортостан умартасыларының республика конкурсы киләһе йыл инде Баймаҡта үтәсәк.
 

Мөлкәтте һаҡлау өсөн

Баймаҡ эске эштәр бүлеге “Хәүефһеҙ йорт, фатир, автомобиль” профилактик операцияһын үткәрҙе. Сараның төп маҡсаты – халыҡтың мөлкәтен һаҡлау. Шулай уҡ фатир, йорт, автомобилдәрҙе һаҡ аҫтына алыу ойошторолдо. Граждандар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына 3-19-12, 2-16-54, 3-10-50 телефондары буйынса яуап алыуы мөмкин.
 

Акцияға ҡушылдылар

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” мәрхәмәтлелек акцияһын дауам итә. Мерәҫ ауылы халҡы 3 мең һум фитыр саҙаҡаһын тапшырып, ошо изге сараға ҡушылған. 31 авгусҡа тиклем дауам иткән шәфҡәтлелек акцияһы башҡаларҙы ла битараф ҡалдырмаҫ тип ышанабыҙ.
 

Уңыштар һеҙгә!

29 августа Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвалидтар ойошмалары араһында үткән “Сикһеҙлек” фестиваленең төбәк-ара ярышы ойошторола. Унда Баймаҡ инвалидтар ойошмаһынан 5 кеше көсөн һынап ҡараясаҡ. Ҡул эштәренә оҫта булған, йыр-моңға ла маһир яҡташтарыбыҙҙың ҙур уңыштар яулауын теләйбеҙ.
 

Сабыйға исем ҡушылды

“Мәрхәбә” мәсетендә Флүрә һәм Вилюр Иҙрисовтарҙың сабыйҙарына исем ҡушылды. Имам-хатип Рәфҡәт Хисаметдинов, балаға Әминә исемен ҡушып, мосолмандарҙың изге бурысын еренә еткереп үтәне. Ошондай саралар үткән һайын, халыҡты иманға ҡайтарған йортто төҙөгән Шәриповтарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Нәфисә Ғәйетбаева.
Ҡаратал ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.