16 авг. 2012 г.

Йылы һүҙ — йән аҙығы


Уҡытыусы абруйы


Суфия Шәрифулла ҡыҙы Биктимерова матур, хозур тәбиғәтле Юлыҡ ауылында 1942 йылда донъяға килә. Атаһы Шәрифулла Арыҫлан улы Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, 4 айҙан һуң тыуа ул. Тик атаһын күрергә насип булмай ҡыҙыҡайға – атаһы Смоленск өсөн барған ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була. Нисек кенә ауыр булмаһын, әсә кеше балаларын тәрбиәләп, хәленән килгәнсе уҡытып, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтыра.


Суфия Юлыҡ ете йыллыҡ, артабан I Этҡол мәктәбен тамамлап, Аҡморон мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға теләгән йәш ҡыҙҙың хыялы тормошҡа аша. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.
Кәрешкә ауылы егете Вәлит Ишбаевҡа кейәүгә сығып, үҙе лә 2 ул, 2 ҡыҙ үҫтерә. Суфия 37 йыл балалар уҡытып, 1997 йылда хаҡлы ялға сыға. Уҡыусылары уны хәҙер ҙә ихтирам менән телгә ала, ярата. 

Суфияның тырыш хеҙмәтен юғары баһалайҙар: мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, район, ауыл Советы, үҙе эшләгән мәктәптең маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Ул “Өлкән уҡытыусы”, “Мәғариф ветераны” миҙалдарына лайыҡ була. 2007 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамында уға “Ауылдың арҙаҡлы шәхесе” таҫмаһын таҡтылар. 
Суфия тынғыһыҙ, эшһөйәр кеше булараҡ, отпуск ваҡытында совхозға ҙур ярҙам күрһәтә ине. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар ауыл Советы депутаты була, рәсеме Почет таҡтаһынан төшмәй.
Эштә лә, өйҙә лә ал бирмәй йәшәй Суфия. Ул йәшәгән йортҡа “Өлгөлө йорт” таҡтаһы ҡуйылған. Ике ҡыҙы ла әсәһе юлынан китеп, Иҫке Сибай мәктәбе уҡытыусылары булып эшләй. Өлкән килене лә уҡытыусы, улы ауыл хужалығы белгесе.

Тормош аяуһыҙ шул, 2004 йылда йөрәк сиренән ире, 2005 йылда хоҡуҡ һаҡсыһы булып эшләгән улы Фәнил фажиғәле рәүештә мәрхүм булды. Суфияға тауҙай ҡайғы кисерергә тура килде, ләкин ул бирешмәй, үҙен ҡулға алып, сабырлыҡ туплап йәшәүен дауам итә.
Суфияның 5 ейәнсәре, 3 ейәне бар. Иң өлкән ейәнсәре Эльвира Өфөнөң Дим биҫтәһендә уҡытыусы булып эшләй. Күптән түгел данлыҡлы Буранбай ауылына, бик матур ғаиләгә килен булып төштө. “Кейәүебеҙ ҡурайсы, йырсы – Юнир Һағынбаев. Матур, аҡыллы егет, имен-һау йәшәһендәр инде”, – тип ҡыуана Суфия Шәрифулла ҡыҙы.

Ике ейәнсәре Гөлфирә, Миләүшә юғары уҡыу йортон тамамлап, диплом алды, Нурзилә – юридик факультетта, Айгөл, Ғәлим, Ильяс, Фәрит мәктәптә уҡыйҙар. 
– Аллаға рәхмәтлемен, – ти Суфия Шәрифулла ҡыҙы. – Матур итеп донъя көттөм, үҙем теләгән уҡытыусы һөнәре буйынса эшләнем, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтерҙем. Иң ҙур байлығым – һаулығым бар. Балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә тик ҡыуаныс килтерә.
Эйе, 70 йәшен туйлаған ханым өсөн ошонан оло бәхет бармы ни донъяла! Суфия Шәрифулла ҡыҙының бар изге теләктәре тормошҡа ашыуын, оҙон-оҙаҡ йылдар һөйөнөп кенә йәшәүен теләйем.

Рәшиҙә ФӘТХЕТДИНОВА.
Урал ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.