7 авг. 2012 г.

БЕЛГЕС КӘҢӘШЕ


     ОТПУСК ВАҠЫТЫНДА ЭШЛӘҺӘГЕҘ

     Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексының 124-се статьяһына ярашлы, йыл да түләнә торған отпуск хеҙмәткәрҙең теләгенә ҡарап оҙайтылыуы йәки икенсе ваҡытҡа күсерелеүе ихтимал. Бында атап үтелгән статьяның 1-се пунктында ҡаралған талаптарҙың иҫәпкә алыныуы мөһим. Шуларҙың береһе: әгәр хеҙмәткәр йыл да бирелә торған отпуск ваҡытында дәүләт вазифаһын башҡарһа.


     Миҫал өсөн: Хеҙмәткәргә отпуск графикка ярашлы билдәләнгән ваҡытта бирелгән. Ул отпускыһы башланыуы хаҡында ҡултамғаһын ҡуйып танышҡан. Эш биреүсе хеҙмәткәрҙе отпускыға сығарыу тураһында Т-6 унификациялау формаһы буйынса ваҡытында бойороҡ сығарған.

   Отпуск ваҡытында хеҙмәткәр 14 көнгә хәрби йыйынға саҡырыла. Эшкә сыҡҡас ул файҙаланылмаған көндәрен кисектереүҙе һорап ғариза яҙа һәм уға хәрби комиссариаттан хәрби йыйында булыуы тураһында билдәләнгән формала белешмә беркетә.

     Хеҙмәткәр ғаризала отпускыға сығыуҙың аныҡ датаһын күрһәтмәгәнлектән, уға көндәрҙе билдәләү өсөн бер нисә көн тәҡдим ителә. Эш биреүсе хеҙмәткәрҙе икенсе срокка күсерелгән отпускыға сығарыу тураһындағы Т-6 унификациялау формаһы буйынса бойороҡ сығара. Хеҙмәткәрҙең ысынбарлыҡта отпускыға сыҡҡан көнө эш ваҡытын иҫәпләү табелендә, отпускыға сығыу графигында һәм хеҙмәткәрҙең Т-2 формаһындағы шәхси картаһында билдәләнергә тейеш.

     Ә. БИЛАЛОВА,
     хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегенең әйҙәүсе белгесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.