31 авг. 2012 г.

Рәсәй киноһы көнөнә ҡарата

Киномеханик апай


Йәшлек дәрте менән ғүмерҙең уҙғанын һиҙмәйһең дә, өлкәнәйгәс тормоштоң йәмен, тәмен, асылын, бар мәғәнәһен төшөнә башлайһың. Ҡайһы арала балалар ҙа үҫеп еткән, донъя көтөлгән, эш менән йорт араһында нисек өлгөрөлгән?! Шулар хаҡында һүҙ сыҡһа, Әсмә Фазылйән ҡыҙы матур хәтирәләргә төшөп китә.

Ул 1950 йылда Миңлебикә һәм Фазылйән Күсәрбаевтарҙың татыу ғаиләһендә баш бала булып яҡты донъяға килә. Ата-әсәһе һеңлеһе Әсҡәп менән икәүһенә матур тәрбиә биреп үҫтерә. Бала саҡтан йыр-моңдо үҙ итеп үҫә, гармунда уйнарға өйрәнә. Башланғыс белемде Комсомол (Сәйғәфәр), урта белемде Йомаш, Аҡморон мәктәптәрендә ала. Ул ваҡытта мәктәпте тамамлағас, йәштәр мотлаҡ туған хужалыҡта эшкә ҡалырға тейеш була. Йәш ҡыҙ быҙау ҡараусы булып Комсомол бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Лаборант булып та эшләй.
Дәрте ташып торған, йор һүҙле, үҙ артынан күптәрҙе әйҙәүсе Әсмә апайҙы комсорг итеп һайлайҙар. Ул саҡтарҙа ауыл тормошо гөрләп тора. Байрамдарға ҡарата концерт ҡуйыу, спектакль әҙерләү, “Ҡыҙыл мөйөш”кә йыйылышып ваҡытлы матбуғат менән танышыу булһынмы – ул барыһын да башлап йөрөүсе була. Биш йыл дауамында комсорг вазифаһын ҙур теләк менән башҡара. Ойоштороу һәләтен иҫәпкә алып, уға клуб мөдире эшен ышанып тапшыралар.

Артабан урындағы хужалыҡ юлламаһы буйынса Бәләбәй кинофикация техникумына уҡырға ебәрелә. Был уҡыу йортон гел “бишле” билдәләренә генә тамамлап, кире тыуған ауылына ҡайтып төшә. Тағы ла дәртләнеберәк ауыл клубында киномеханик булып эш башлай. Әсмә апай күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайлап һис яңылышмай. Ауыл, совхоз тормошонда ҡайнап йәшәй. Район буйынса үткәрелгән саңғы ярыштарында 8 йыл рәттән беренселекте яулай, шахмат буйынса турнирҙа ике тапҡыр район чемпионы була.
 
Халыҡ эркелеп кинофильмдар ҡарарға йөрөй, бигерәк тә һинд киноларын үҙ итә. Һәр эштең үҙ ауырлығы, нескәлеге булған кеүек, киномеханик эше лә ҡатын-ҡыҙ өсөн ауыр ҙа, яуаплы ла. Ниндәй генә тәбиғәт шарттары булмаһын, ул асыҡ машина башында йәки ат менән кинотаҫмаларҙы үҙе ташый. Был хәл 1992 йылға тиклем дауам итә – шул ваҡыттан алып был эште Баймаҡ кино селтәре үҙе башҡара.
 
Әйтеүе генә анһат, ошо эшкә Әсмә апай 30 йыл ғүмерен бағышлай. Эш дәүерендә дүрт өр-яңы аппарат тотона. Иҫке клубты емереп, яңыһын төҙөгәнсе дүрт йыл ваҡыт үтә. Шул арала халыҡтың һорауы буйынса кинофильмдарҙы мәктәптә, фермала “Ҡыҙыл мөйөш”тә лә ҡуя. Халыҡ киноға теләп йөрөй. Төнгө сәғәт ун икелә сеанс башлаған саҡтары ла була, сөнки эшселәрҙең эш көнө тамамланғанын көтөргә тура килә. Зарланмай, риза булып башҡара ул эшен. Айҙан-айға планын арттырып үтәп бара. Тик 1995 йылдан халыҡтың киноға йөрөүе һүлпәнәйә.
 
Әсмә апай 2005 йылда хаҡлы ялға сыға. Уның хеҙмәте ил етәкселеге тарафынан юғары баһалана: ике тапҡыр Социалистик ярышта еңеүсе билдәһе, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Тормош үҙгәреп китеү сәбәпле, ул эшләгән ойошма ябыла. Быға бик ҡайғыра хеҙмәт ветераны. Телевизорҙан кино ҡарау киң экрандан ҡарағанға етәме һуң?!
 
Эш эш менән, төп бәхет – ғаиләлә. Тормошонда үҙен аңларҙай кешене иш итеп, балалар үҫтереп, уларҙы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырыуҙа ярҙам итеп, бөгөн уларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреү – ошо үҙе бәхет түгелме ни?!
 
Шөкөр, балаларына яҡшы тәрбиә орлоҡтары һала алды Әсмә менән Хәҙәрис Исламғоловтар. Өлкән улдары Илнур Мәскәүҙә йәшәй, балет артисы. Улдары Илгиз – полиция лейтенанты, ғаиләһе менән Баймаҡта йәшәй. Ҡыҙҙары Илгизә Мәскәүҙә Щепкин исемендәге театр училищеһын тамамланы. Әле ғаиләһе менән Өфөлә тора, 2 бала әсәһе, Милли йәштәр театры артисы.
 
Әсмә Фазылйән ҡыҙы – һөйкөмлө ҡатын, хәстәрлекле ҡыҙ, яратҡан әсәй, өләсәй, ҡәйнә һәм апай. Бар туғандарын, яҡындарын туплап, бәхетле ғүмер кисерә ул.
 
Д. Райманова.
Сәйғәфәр ауылы. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.