31 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар

Тирә-яҡты таҙартыу көнө

2012 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостан буйынса “Бөтә донъя тирә-яҡты таҙартыу көнө – 2012: әйҙәгеҙ, быны бергәләп эшләйек!” тигән киң күләмле граждандар экологик акцияһы үткәрелә. Был көндө республикабыҙ ауыл, ҡала биләмәләре экологик өмәләр үткәрәсәк.

Эфирҙа – Ирәндек көҙгөһө

“Башҡортостандың ете мөғжизәһе” программаһы һәм “Талҡаҫ” һыу аҫты һунарсылары республика клубының берлектәге экологик экспедицияһында ҡатнашыусылар Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Түбә, Йомағужа һәм Нөгөштә булып, Урал аръяғының мөғжизәле тәбиғәтен видеокамераларға төшөргәйне. Ошо көндәрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы шул хаҡта тапшырыуҙар күрһәтә башланы. 31 августа 20.45 сәғәттә һеҙ “зәңгәр экрандар”ҙан беҙҙең район тураһында “Ирәндек көҙгөһө” исемле тапшырыу ҡарай алаһығыҙ.

Бородинола – баймаҡтар

1-2 сентябрҙә 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы Бородино яланында “Бородино көндәре” халыҡ-ара хәрби-тарихи байрам үтәсәк. Был сарала ҡатнашыу өсөн Башҡортостан делегацияһы 27 августа Өфөнән юл алды. Улар составында яҡташтарыбыҙ ҙа бар: Өмөтбай ауылы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Айҙар Мәжитов менән Ҡаратал ауылы эшҡыуары Айбулат Байғотлин.

Парк яңырҙы

Мерәҫ ауыл биләмәһе ауылдағы паркты төҙөкләндереү буйынса өмә үткәрҙе. Унда ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре айырыуса әүҙем ҡатнашты. Дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһендә парк яңырыу кисерҙе. Биләмә башлығы Т. М. Хафизова әйтеүенсә, бындай эштәр артабан да дауам итәсәк.

Ә.Буранбаев иҫтәлегенә

2 сентябрҙә ҡаланың физкультура-һауыҡтырыу комплексында ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында район шахмат ярышы үткәрелә. Ул билдәле журналист, шахмат буйынса күп тапҡыр район чемпионы Әбделхай Буранбаев иҫтәлегенә арнала. Турнир сәғәт 10-да башлана.

Курск һуғышы ветерандары тәбрикләнде

23 августа Курск һуғышында еңеү көнөнә арнап, ошо аяуһыҙ яуҙа ҡатнашҡан хөрмәтле ветерандарыбыҙ В.Б. Буранбаев, Н.П. Сизиков, И.Х. Сабитов тәбрик ителде. Ветерандар ойошмаһы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов әйтеүенсә, бөгөн районда был алыштың тере шаһиттары – өс яугир ғына ҡалған. Осрашыуҙа ветерандар Икенсе бөтә донъя һуғышы тарихында иң ҙур яуҙарҙың береһе тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мәғлүм булыуынса, совет ғәскәрҙәре Курск дуғаһына 1,3 миллион яугир, 19,1 мең ҡорал һәм миномет, 3,44 мең танк, 2711 самолет сығара. Һуғышта еңеүҙән һуң 180 мең ҡаһарман һуғышсы Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
 
Г. Иҫәнгилдина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.