31 авг. 2012 г.

Хеҙмәт коллективтарында


“Баймаҡ йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә үҙ һөнәренең оҫталары байтаҡ. Шуларҙың береһе – Рәжәп Ишбулды улы Сирғәлин.

Р.И. Сирғәлин 16 йыл мәктәптә физика уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, 2001 йылда Баймаҡ йылылыҡ селтәренә килә. Уны техника үҙенә тарта, шунлыҡтан һөнәрен  үҙгәртергә ҡарар итә ул. Тау ҡоролмаларын һәм автоматикаһын хеҙмәтләндереү буйынса электромеханик һөнәрен үҙләштерә. Бөгөн ул предприятиела контроль-үлсәү приборҙары һәм автоматика слесары булып эшләй.
 
Рәжәп Сирғәлин үҙен оҫта белгес, тырыш хеҙмәткәр итеп танытҡан. Коллективында уңғанлығы менән абруй ҡаҙанған. Әлеге мәлдә ул предприятиела алып барылған ҡышҡа әҙерлек сараларына тос өлөш индерә.
 
Л. Такаева фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.