31 авг. 2012 г.

Президент маршруттары

Р.З. Хәмитов: “Баймаҡ – үҫеш перспективаһы ҙур төбәк”

БР Президенты райондың бөгөнгө үҫешенә юғары баһа бирҙе
 

Билдәле булыуынса, үткән аҙнала районда рәсми эш сәфәре менән БР Президенты Р.З. Хәмитов булғайны. Республика башлығы үҙенең визиты ваҡытында райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади тормошо менән яҡындан танышты, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт тармаҡтарының, төҙөлөш комплексының эшмәкәрлеген баһаланы, яңы проекттарҙы, Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды, инвестицияларҙы йәлеп итеү мөмкинлеген тикшерҙе. Был хаҡта район гәзиттәрендә ентекле материалдар ҙа донъя күрҙе.

Рөстәм Зәки улы төҙөүселәр, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе хеҙмәтсәндәре, ауылдар халҡы менән дә осрашты, яҡындан аралашты, йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Президенттың эш сәфәре ваҡытында Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһен орлоҡсолоҡ, малсылыҡ, йылҡысылыҡ йүнәлешендә артабан үҫтереү, ҡаланың үҙәгендәге Таналыҡ быуаһын таҙартыу һәм унда ял урыны булдырыу, Икенсе Этҡолда пеллет етештереү, Бетерәлә ағас эшкәртеү производстволары төҙөү, Темәстә һөт комбинаты асыу, районда таш эшкәртеү, яңы эш урындары булдырыу кеүек актуаль мәсьәләләр тикшерелде. Хәҙер шуларҙың бер нисәүһенә ентекләберәк туҡталып үтәйек.

“Баймаҡ” ҒПБ-һы хеҙмәтсәндәре менән осрашыу барышында Президентҡа предприятиеның милекселек формаһын үҙгәртеү тураһында тәҡдим әйтелгәйне. Ҡуянтау ауылындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын үҙ иңендә оҙаҡ йылдар тотоу арҡаһында Баймаҡ тәжрибә хужалығы бурысҡа батып, банкротлыҡҡа дусар булғайны. Бөгөн шул процедураны уңышлы үтеп, хужалыҡты республика милке итеп ҡалдырыу мөһим. Рөстәм Зәки улы, предприятиены һәм уның коллективын һаҡларға кәрәк, һәр яҡлап ярҙам итермен, тип билдәләне. “Баймаҡ” ҒПБ-һы артабан Урал аръяғын элиталы һәм суперэлиталы иген һәм мал аҙығы культуралары орлоғо менән тәьмин итерҙәй, тоҡомло малсылығы һәм йылҡысылығы булған ҡеүәтле предприятие булараҡ үҫешергә тейеш – ҡуянтауҙар менән осрашыуҙа ошондай һығымтаға киленде. Уның техник потенциалын нығытыу тураһында ла килешелде. Был, әлбиттә, бик һөйөнөслө һәм хужалыҡтың яҡты киләсәгенә өмөт уята.
 
Ҡуянтау ауылында индивидуаль газ яғыулығына күсерелгән ҡатлы йорттар мәсьәләһенең уңышлы хәл ителеүен айырым һыҙыҡ өҫтөнә алып, Рөстәм Зәки улы, район ауылдарындағы башҡа ҡатлы йорттарҙа ла ошондай ысул индерергә кәрәк һәм мин бөтә яҡтан ярҙам итермен, тип билдәләне.
 
Ҡалалағы Таналыҡ быуаһын ләмдән таҙартып, уның тирә-яғын төҙөкләндереү һәм ял итеү зонаһы булдырыу кәрәклеге лә күтәрелде. Элекке баҡыр иретеү заводына ҡараған был быуа 90 процентҡа ләм менән тулған. Президент район етәкселегенең был фекерен дә хупланы.
 
Республика башлығының эш сәфәре ваҡытында мөһим проект – Семеновскиҙағы элекке алтын йыуыу фабрикаһының хужалыҡ эшмәкәрлегенән килтерелгән экологик зыянды бөтөрөү мәсьәләһе лә ҡаралды. Рекультивация үткәреү өсөн проект-смета документацияһы әҙерләүгә  30 млн һум аҡса бүленгән. Бер үк ваҡытта руда эшкәртеү буйынса яңы производство уңышлы эшләй, уға 300 млн һум инвестиция йәлеп ителгән дә инде. Күпләп эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк.
 
Киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейы киң билдәләнәсәк. Президент Указына ярашлы, әле уға әҙерлек эштәре бара. “Юбилейҙы лайыҡлы ҡаршы алыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Р.Хәмитов. – Планда ҡаралған бөтә эштәр ҙә бойомға ашырыласаҡ”.
 
Башҡортостан етәксеһен районда таш эшкәртеү, ауыл хужалығы тармағындағы хәлдәр ҙә ҡыҙыҡһындырҙы. “Баймаҡ районы иң сифатлы иген етештереү, йылҡы, һыйыр малы үрсетеү буйынса лидер район булырға тейеш – был юҫыҡта республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы яғынан ярҙам буласаҡ “ – Президенттың фекере бына шундай.
 
Рөстәм Зәки улы районда инвестицияларҙы йәлеп итеү, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм яңы производстволар төҙөү буйынса атҡарылған эштәрҙе юғары баһалап, ғәжәпләнеүен йәшермәне.
 
– Баймаҡ районы – инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеп, яңы производстволар асыу, халыҡ хужалығы тармағының төрлө йүнәлештәрен тейешенсә ойоштороу, үҫеш юлына баҫтырыу буйынса уңышлы эшләгән бик һирәк төбәктәрҙең береһе, – тине Башҡортостан Президенты. – Күреүемсә, район яңы үҫеш юлына аяҡ баҫа, ә был иртәнге көнгә ҙур өмөт уята. Ғөмүмән, Баймаҡ – перспективаһы ҙур төбәк, бында эшһөйәр, уникаль халыҡ йәшәй. Баймаҡтарҙың киләсәге бик өмөтлө.
 
Азамат Мөхәмәтшин.
З. Ғәҙелшина фотоһында: Р.З. Хәмитов Ниғәмәт ауылы халҡы менән осрашыу ваҡытында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.