16 авг. 2012 г.

Саралар


Төҙөүсе тигән маҡтаулы һөнәр бар


Уҙған шәмбелә Баймаҡ ҡалаһының “Труд” стадионында төҙөүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Тантанала муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев, ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, баш архитектор В.В. Бритов ҡатнашты.


Тәүге һүҙҙе “Баймаҡ ПМК-һы“ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Р.Р. Сырлыбаев алып, эштәренә йомғаҡ яһаны, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне. Артабан төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән К.П. Замотаев, И.Ә. Бураншин ҡотланы. Улар ҡала һәм район мәнфәғәте өсөн ал-ял белмәй эшләгән төҙөүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтенә рәхмәт белдерҙе. Хеҙмәт алдынғыларына Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Йыл да Төҙөүселәр көнөндә “Баймаҡ ПМК-һы“ ЯСЙ-һында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән бригадаға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе М.Н. Василенко исемендәге күсмә вымпел һәм 50 мең һум күләмендәге аҡсалата премия тапшырыу матур йолаға әүерелгән. Быйыл был маҡтаулы исемгә Р.Ирназаров етәкселегендәге ташсылар бригадаһы лайыҡ булды.

Сараның тантаналы өлөшөнән һуң төҙөүселәр өсөн һабантуй ойошторолдо. Һәр кем гер күтәреп, тоҡ менән һуғышыуҙа, армрестлингта ҡатнашып, үҙенең көсөн һынаны. Уйын мини-футбол менән тамамланды. Еңеүселәргә приздар тапшырылды. Асыҡ һауала эшләгән кафела һәр кем эҫе сәй, тәмлекәстәр менән һыйланды. 

Лилиә ТАКАЕВА.
И. Баййегетов фотоһы.

Һүрәттә: Р.Ирназаровтың ташсылар бригадаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.