16 авг. 2012 г.

Изге эш.


Бетерәлә мәсет ҡалҡасаҡ!


Был изге эште ауылдың ике эшҡыуары башҡара 

Бөгөн ауыл ерендә күптәр эш юҡ, тип зар илаған саҡта, теләгән кеше эшен дә, ашын да таба. Ҡасандыр ауылыбыҙҙа леспромхоз гөрләп эшләне. Шуға күрә ул халыҡтың берҙән-бер эш урыны ла ине. Үкенескә ҡаршы, заманалар үҙгәрҙе тип, тора-бара уны ябып ҡуйҙылар һәм халыҡ эшһеҙ ҡалды. Кемдер Себер тарафтарына эш эҙләп юлланһа, икенселәре мал көсө менән йәшәй килде, ә бәғзеләр эшһеҙ ятыуҙы хуп күрҙе.


Ауылыбыҙҙың ҡото китмәһен, халыҡ ситтә йөрөп эшләмәһен тип, тап ошо мәлдә бер-бер артлы эшҡыуарҙарыбыҙ ҡалҡып сыҡты. Әлеге көндә өс шәхси пилорама тотҡан ир-егеттәребеҙ бар. Улар маҡсаттарына ирешер өсөн көндө төнгә ялғап эшләргә лә риза. Һәр ваҡыт төрлө саралар үткәрергә ярҙам итәләр.

Йәш эшҡыуарҙар Илсур менән Тимур Нәбиуллиндарҙы маҡтарлыҡ та, үҙҙәренә ҡарап һоҡланырлыҡ та. Күҙ генә теймәһен егеттәргә, Алла ярҙам бирһен. 
Ҡасан ғына, ниндәй генә ярҙам һорап барма, улар бер ваҡытта ла һине кире бороп сығармай. Хәлеңде аңлап, ихлас ярҙам ҡулы һуҙалар. Пилорамалары ике сменала эшләй. Эшселәре зарланмай, ваҡытында эш хаҡы алалар, һәйбәт эшләгәндәренә дәртләндереү премияһы булдырғандар. Күрше ауылдарҙан, Бөрйән тарафтарынан килеп эшләүселәр бихисап. Иренмәй генә эшләһәң, бында аҡсаны көрәп алырға була. 

Иншалла, әле улар сауаплы эштә йөрөй – үҙҙәренең хәләл көсө менән мәсет төҙәләр. Әлбиттә, ауылыбыҙҙа иман йорто төҙөлөүе ҡыуаныслы ла, һөйөнөслө лә хәл. Халыҡтың йөрәге, күҙҙәре, ҡолаҡтары асылып, тура юлға баҫыр, иманға ҡайтып, дин юлы менән китеүселәр булыр. Иманлы кешеләребеҙ менән ауылыбыҙ тағы ла матурайыр, хәмер эсеүселәр ҙә кәмер, тигән өмөттәбеҙ. 

Тормоштоң тик матурлығын күреп, тырышып, янып йәшәгән егеттәребеҙгә юғары уңыштар, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, Изге Рамаҙан айында бары тик изге теләктәр генә. Йөрөгән юлығыҙҙа Хызыр Ильяс юлдаш булһын, Хоҙай һеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан, яман һүҙҙәрҙән, насар күҙҙәрҙән аралаһын. Ыҙалап, тир түгеп, хәләл көсөгөҙ менән эшләп тапҡан табышығыҙҙан ауылдаштарығыҙға ла өлөш сығарып тороуығыҙға ҙур-ҙур рәхмәт. Арабыҙҙа шундай эшһөйәр, уңған, иманлы егеттәребеҙ бар саҡта, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө булыр. 

Гөлдәр һәм Ринат Замановтар.
Бетерә ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.