23 авг. 2012 г.

Тантаналар

Баймаҡта – Ураҙа ғәйете


Ураҙа байрамы – һәр мосолман өсөн иң изге байрамдарҙың береһе. Йыл һайын Баймаҡ районының мәсеттәре байрам төҫөн ала, унда кешеләр йыйылып, бер-береһен оло көн менән тәбрик итә.

Баймаҡ ҡалаһы мәсетенең имам-хатибы Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллин бар мосолмандарҙы ҡотлап, Ураҙа байрамының ни тиклем ҙур әһәмиәткә, көскә эйә булыуы тураһында һөйләп үтте. Хәҙрәт шулай уҡ фетер саҙаҡаһы, Ураҙа байрамы нисек үтергә тейешлеген аңлатты.

Район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов: “Рамаҙан айы – изге ай. Был мәлдә әрләшмәү, талашмау, бер-береңдең күңелен табыу айырыуса мөһим. Үкенескә ҡаршы, бөгөн беҙ тормоштоң бар ҡатмарлыҡтарын күреп йәшәйбеҙ. Африкала ҡар яуа, ҡайҙалыр һыу баҫа, икенсе урында ҡоролоҡ... Күрәһең, Ер шарындағы барған һуғыштар, яуызлыҡтар тураһында беҙ шул рәүешле иҫкәртеүҙәр алабыҙҙыр. Быйыл райондағы ҡоролоҡ иҡтисадҡа һиҙелерлек йоғонто яһаны. Шулай ҙа ҡыуандырған ваҡиғалар ҙа етерлек: инфекция бүлеге һалына башлаясаҡ, балалар баҡсаһы төҙөлә. Районда мәсеттәр асылыуы, дингә килгән кешеләрҙең күбәйеүе лә ҡыуандыра”, – тине. Район етәксеһе шулай уҡ тыуған төйәгебеҙҙә быуаттар буйы дауам иткән, матур йолаға, йәшәйешебеҙгә әүерелгән милләттәр дуҫлығын һаҡлау, традицион булмаған ислам, башҡа йүнәлештәрҙән йәштәрҙе йолоп ҡалыу мөһимлеген билдәләп үтте.
 
Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин да иң изге теләктәрен еткереп, бала ҡайғыһы күрмәй, тыныслыҡта ырыҫлы ғүмер кисереүҙе теләне.
 
Артабан кешеләр район етәкселеге һәм изге күңелле кешеләрҙең көсө менән әҙерләнгән, Ураҙа ғәйете уңайынан салынған ҡорбан ашына йыйылды.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.