5 авг. 2012 г.

ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕҮ

    Вымпел – Әбделкәримдә!

     Һуңғы осорҙа Әбделкәрим ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәренә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл урындағы ауыл биләмәһенең тырышлығы һәм БРСУ көсө менән Әбделкәрим ауылының Тыныслыҡ, Маған урамдарына таш түшәлгән, тиҙҙән ошондай уҡ эш Алғаҙы ауылында ла башҡарыласаҡ.

    Быйыл Алғаҙыла йорттарҙың номерҙары тулыһынса яңыртылған. Ауыл зыяратын ошо арала кәртәләү күҙ уңында тотола, бының өсөн етерлек профилле ҡалай һәм бағаналар әҙерләп ҡуйылған. Киләһе йыл иһә был йүнәлештәге эш Әбделкәримдә лә башҡарыласаҡ.
 
    Ауыл биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләләрен уңышлы хәл итеүҙә, әлбиттә, урындағы хакимиәт башлығы Х.Ғ. Булатовтың роле бик ҙур. Биләмәләр араһында төҙөкләндереү буйынса иғлан ителгән ярышта июль айы йомғаҡтары буйынса  Баймаҡ районы хакимиәте башлығының күсмә вымпелына Әбделкәрим ауыл биләмәһе лайыҡ булыуы ла юҡҡа түгел.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.