5 авг. 2012 г.

УҠЫУ ЙОРТТАРЫНДА

    Кадеттар – лицейҙың ғорурлығы


    105-се һөнәрселек лицейы яҡшы кадрҙар һәм ил һаҡсылары әҙерләй
    Райондың һәм Урал аръяғы төбәгенең агросәнәғәт комплексы өсөн ауыл хужалығы белгестәре әҙерләүгә тос өлөш индергән 105-се һөнәрселек лицейында бөгөн ҡыҙыу мәл. Бесән хәстәрләү, ураҡ эштәре, биналарҙы ҡышҡа әҙерләү менән бер рәттән, яңы уҡыу йылына абитуриенттар ҡабул итеү бара.

    Уҡыу йортонда бынан 6 йыл элек кадет төркөмө асыла һәм ул бөгөнгәсә уңышлы эшләй. Кадет төркөмө – ысын мәғәнәһендә лицейҙың ғорурлығы, йөҙөк ҡашы. Унда тәрбиәләнгән ҡыҙ һәм егеттәр һөнәри белем алыу менән бер рәттән, Ватан һаҡсылары булып үҫә, үҙаллы тормошҡа әҙерлекле, ныҡлы рухлы булып аяҡ баҫа. Кадеттар ятаҡханала урынлашҡан бөтә уңайлыҡтары булған казармала   йәшәй, улар менән тәжрибәле белгестәр шөғөлләнә. Был төркөмдә тәрбиәләнгән йәштәр әрме тормошоноң бар нескәлектәрен үҙләштерә: стройҙа атлау, автоматтан атыу, уставты, граждандар оборонаһы элементтарын өйрәнеү кеүек мөһим талаптар аша үтә. Аныҡ көн режимы үтәлә, тейешле тәртип һәм таҙалыҡ хөкөм һөрә. Әйткәндәй, лицей йыл да кадет төркөмөнә Урал аръяғы райондарынан 25 йәш йөрәкте уҡырға ҡабул итә. Өс йыл дауамында кадеттар хәрби форма кейә, ул иһә лицейҙың үҙендә тектерелә.
 
    Казармала һәм лицейҙа спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар, инвентарь, әҙәбиәт бар. Буш ваҡыттарында кадеттар спорт менән шөғөлләнә, лицейҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, өҫтәмә һөнәрҙәргә уҡый. Лицейҙың район һәм ҡала кимәлендә үткән спорт сараларында, мәҙәни конкурстарҙа, “Йәгеҙ әле, егеттәр!” кеүек ярыштарҙа гел дә еңеүселәр рәтендә булыуында кадеттарҙың өлөшө ҙур.
 
    Әлбиттә, был төркөмгә һаулығы яҡшы, әүҙем тормош позицияһы булған, уҡыуға һәләтлеләр генә һайлап алына. Уҡыу йортоноң тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы,  йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү бүлеге етәксеһе Р.Ғ. Исҡужин әйтеүенсә, кадеттар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп, артабан ауыл хужалығы буйынса кәрәкле белгестәр булып китә, хәрби хеҙмәткә элиталы ғәскәрҙәргә эләгә. Армиянан егеттәрҙең ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары килеү ҙә шул турала һөйләй.
 
    Кадеттарҙың, ғөмүмән, лицейҙа белем алыусы барлыҡ егет-ҡыҙҙарҙың уҡыуын тейешле кимәлдә ойоштороуға уҡыу йортоноң етәкселеге, уҡытыусылар, мастерҙар коллективтары күп көс һала. Кадеттарҙы тәрбиәләүҙә С.С. Сөләймәнов, Р.М. Әйүпов, В.В. Фуников кеүек үҙ эшенең оҫталарының хеҙмәте ҙур.
 
    – Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған белгестәргә бөгөн ихтыяж ҙур, – ти лицей директорының уҡыу-производство эштәре буйынса урынбаҫары А.Р. Вәлиев. – Сөнки иретеп йәбештереүсе, автомеханик, электрик, механизатор һ.б. һөнәр белгестәре бар ерҙә лә кәрәк, улар тәғәйен эшен дә таба. Лицейҙы тамамлағандар араһында данлыҡлы “Алексеевка” совхозында, башҡа эре предприятиеларҙа, ауыл хужалығында эшләп йөрөүселәр күп. Тимәк, 105-се һөнәрселек лицейын һайлаған егет һәм ҡыҙҙар бер ҡасан да отолмаясаҡ.
 
    Азамат МӨХӘМӘТШИН.
 
    ҺҮРӘТТӘ: кадет төркөмө Бөйөк Еңеү көнөнә арналған хәрби парадта, етәксеһе – Р.Ғ. Исҡужин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.