7 авг. 2012 г.

Яңылыҡтар


     Концерт буласаҡ

     9 августа халыҡ ижады үҙәгендә киске сәғәт 7-лә “Хеҙмәт итеү” шәфҡәтлелек фонды тарафынан ойошторолған ҙур концерт буласаҡ. Сит ил, Рәсәй сәхнә йондоҙҙарынан тыш, Баймаҡ артистары ла сығыш яһаясаҡ. Инеү бушлай.

     Ирәндек ынйылары

     8 – 21 августа Талҡаҫ күле буйында “Ирәндек ынйылары” мәҙәни-лингвистик лагерь эш башлай. Унда 13 йәштән 15 йәшкә тиклемге 80 баланың килеүе көтөлә. Уларҙың барыһы ла туған тел буйынса олимпиада еңеүселәре. Уҡыусылар ике аҙна буйы башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнәсәк, башҡорт теленән дәрестәр үтәсәк. Бынан тыш, күңел асыу программаһы ла бик бай булмаҡсы: экскурсиялар, музейға барыу, “Шәжәрә” байрамы конкурсы, фольклор байрамдары әҙерләнә.

     Төҙөлөш башланды

     Баймаҡ ҡалаһында 220 балаға иҫәпләнгән өс ҡатлы балалар баҡсаһын төҙөү эштәре ситтән килгән субподрядсыларҙың ғәмһеҙлеге һәм яуапһыҙлығы арҡаһында туҡтап ҡалғайны. Муниципаль район хакимиәтенең Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәтенән һуң, ошо көндәрҙә төҙөлөш эштәре ҡайтанан йәнләнде. Был эште «Баймаҡ ПМК-һы» ЯСЙ-һы башҡара.

     1-се класҡа – 900 бала

     Быйыл ҡала һәм ауылдарҙа яҡынса 900 баланың беренсе класҡа уҡырға килеүе көтөлә. 
     Бала табыу йорто асылды
     Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының бала табыу йорто ремонт, төҙөкләндереү сараларына ябылғайны. Әле унда барлыҡ эштәр тамамланды. Яңы һулыш алған бүлек 1 июлдән ҡайтанан үҙ ишектәрен асты. Бүлек коллективы быйыл да матур йолаға әүерелгән ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалды: аят бағышлатып изге ғәмәл башҡарҙы.

     Талҡаҫ буйлап

     11 августа Физкультурниктар көнөнә ҡарата Талҡаҫ күле буйлап марафон ойошторола. Ошонда уҡ шахмат һәм шашка буйынса ярыш үтәсәк. “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында ҡаланың ихата командаларының баскетбол буйынса ярышы үтәсәк. Теләге булған һәр кем үҙенең көсөн, маһирлығын һынай ала.
     Л. ТАКАЕВА.

     Баҫыу эштәре көндәлеге

     Район буйынса иген культуралары 7788 гектарҙа сабылған, 6470 гектарында урып-һуғылған. Гектар ҡеүәте – 6,8 центнер, тулайым йыйым – 4411 тонна. Ураҡ Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Байҡара”, “Баймаҡ” ҒПБ-һы, “Уңыш”, Алғаҙы” хужалыҡтарында ойошҡанлы бара. Иген культураларынан иң юғары уңыш “Алғаҙы” (10 ц), МТС (9 ц), “Күлтабан” МУП-ы (7,9 ц), “Рассвет” (7,8 ц), Ленин исемендәге (7 ц) хужалыҡтарҙа. 
     Иген фуражы, орлоҡ һалыу менән Ленин исемендәге һәм “Рассвет” хужалыҡтары шөғөлләнә. 
     

     Хроника

     «Баймаҡ» мәғлүмәт-консультация үҙәге муниципаль бюджет учреждениеһы директоры итеп быға тиклем «Байрамғолова» КФХ-һында идарасы булып эшләгән Байрамғолов Салауат Рафаэль улы тәғәйенләнде.
     «Баймаҡ» мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры булып эшләгән Әминев Юлай Юлдаш улы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.