16 авг. 2012 г.

Спорт


Спорт байрамы шәп үтте!


Талҡаҫ күле буйында үткән еңел атлеттар ярышында рекорд ҡуйылды
Күптән килгән матур традицияға тоғро ҡалып, август айының икенсе шәмбеһендә райондың спорт  һөйөүселәре йәмле Талҡаҫ буйына Физкультурниктар көнөнә йыйылды. Сараның программаһына ярашлы, йүгеректәр күлде уратып йүгерҙе, ә интеллектуалдар “Орленок” лагерында шашка уйынында ярышты.


Күл буйына байтаҡ кеше йыйылды. Һәр ваҡыттағыса муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса секторы һәм спорт мәктәбе үткәргән байрам үҙенең ойошҡанлы булыуы менән айырылып торҙо. Быны сарала 80-дән ашыу йүгеректең ҡатнашыуы иҫбатланы. Әйткәндәй, спорт һәм физик культура буйынса сектор мөдире И.Н. Хәмитов әйтеүенсә, йылдан-йыл спортсыларҙың әҙерлек кимәле арта, балалар ҙа күпләп ҡатнаша. 

Күл тирәләй 12 саҡрымды үтеүе анһат түгел. Шулай ҙа был араны 35 минут 49 секундта үтеп, Айнур Әминев (40 йәшкә тиклем, Сибай ҡалаһы) рекорд ҡуйҙы.  Уҡыусы балалар араһында финиш һыҙығын тәүге булып Илүзә Мостафина (Ниғәмәт), Айһылыу Бирҙебәкова, Наилә Сәйетҡолова (Баймаҡ) һәм Айгиз Сәғәҙәтов (Таулыҡай), Никита Асабин, Руслан Абдрахманов (Баймаҡ) киҫте. 40 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙән II-III урындарҙы Хәниф Исмәғилев, Илсур Әхмәтҡужин (Сибай) алһа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Зәлиә Әминева (Сибай), Евгения Путенихина, Екатерина Салеева (Баймаҡ) иң етеҙе ине. 

40 йәштән өлкәндәр категорияһында Дамир Хәсәнов (Сибай), Шәрифйән Мырҙабулатов (Сәйғәфәр), Хәйҙәр Моталлапов (Баймаҡ) һәм шулай уҡ Мәүлиҙә Моталлапова ла (Баймаҡ) яҡшы сығыш яһаны.

Ә Түбә балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Роман Мадьянов “Азаматова” ШП-һының махсус призына лайыҡ булды. 

“Орленок”та үткән шашкасыларҙың ярышында тәүге тапҡыр балалар турниры уҙыуын да билдәләргә кәрәк. Унда Байымдан Әлфинә Рәсүлева, Ғәҙелбайҙан ағалы-ҡустылы Денис һәм Инйәр Йортбәковтар еңеү яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге ике урынды Р.Ҡоланбаева (Таулыҡай), З.Вилданова (Баймаҡ) алһа, өсөнсөгә Юлиә Ҡужабәкова (Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусыһы) сыҡты. 

Ир-егеттәрҙән иң көслөһө Баймаҡтан хеҙмәт ветераны Р.Үтәев булһа, икенсе-өсөнсө урынды Х.Үтәев менән Өфө ҡунағы Ш.Тутаев алды. Әйткәндәй, еңеүселәр былтыр ҙа ошолай нисбәттә урынлашҡан ине. 

БДУСИ студенты Йәмил Мусин дүртенсегә сыҡты. Был көндө шулай уҡ Ғ.Юлдыбаев (Әбделкәрим), Р.Баймырҙин, Ф.Шәрипов та (Баймаҡ) яҡшы уйын күрһәтте.    
Байрам уңайы менән “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында урам командалары баскетбол буйынса  көс һынашты. Тәүге урындарға “Яр буйы”, “Мөкәсәй”, “Чекмарев” командалары лайыҡ булды.  

Айбулат Ишназаров. 
Автор фотоһы.

Буласаҡ һалдаттар һынау тотто


Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенең Баймаҡ ойошмаһында төрлө спорт саралары йыш үтә. Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән дуҫ булыуҙы пропагандалауҙы төп маҡсат итеп алған ойошма үҙ бурыстарына ирешә, тип әйтергә мөмкин.

Физкультурниктар көнө айҡанлы Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары хәрби комиссариаты тарафынан ебәрелгән ДОСААФ-тың урындағы ойошмаһында “С” категорияһына уҡып йөрөгән армия сафына алынасаҡ егеттәр төрлө спорт һынауҙары үтте. Уны ойошманың рәйес урынбаҫары Р.Р. Нәбиуллин менән спорт инструкторы З.З. Юнысбаев ойошторҙо.

Буласаҡ һалдаттар тәү сиратта үҙҙәренең мәргәнлеген тикшерҙе. Ойошманың тирында һәр береһе вальтр-пневматик мылтыҡтан атып мөмкин тиклем күберәк мәрәй йыйырға тырышты. Аҙаҡ улар 100 метрға йүгереп һәм турникта тартылып көс һынашты.

Дөйөм мәрәйҙәр буйынса Вилүр Мөхәмәтов еңеү яуланы. Киләһе урындарҙы Динислам Биктин менән Дамир Ҡунаҡов яуланы. Призерҙарға Почет грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Л. Разгилева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.