7 авг. 2012 г.

ЙЫЛ ОБЪЕКТТАРЫНДА


ҺӨТ КОМБИНАТЫ
яңы мөмкинлектәр аса


     Һуңғы осорҙа район ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә: яңы объекттар төҙөлә, производстволар асыла, үҙенсәлекле проекттарға нигеҙ һалына, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе яңырыу кисерә, юл инфраструктураһы яҡшыра. Беҙҙең төбәктә ҡеүәтле производстволар асырға теләк белдереүсе инвесторҙар һаны арта. Халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Был, әлбиттә, тыуған еребеҙҙең яҡты киләсәгенә өмөт уята һәм ул район етәкселегенең төбәкте күтәреүҙәге маҡсатлы эше тураһында һөйләй.


     Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы – Темәс ауылы үҙенең тарихи үҙенсәлеге менән генә түгел, ә элек-электән райондың социаль-иҡтисади тормошонда ҙур роль уйнаған төбәк булараҡ та билдәле. Ауыл биләмәһендә “Һәүәнәк” совхозы, башҡа эре предприятиелар тарҡалыуға ҡарамаҫтан,   ул төйәк халҡы тырышып донъя көтә, ағас эшкәртеү, йылҡысылыҡ, малсылыҡ, ҡошсолоҡ, сауҙа тармаҡтары менән уңышлы шөғөлләнә. Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәһендә урамдарҙы электр уты, тәбиғи газ менән тәьмин итеү мәсьәләләре уңышлы хәл ителә, мәсеттәр асыла, бәләкәй предприятиелар үҙ эшен башлай. Биләмәләге социаль әһәмиәттәге объекттарҙы реконструкциялауға ҙур иғтибар йүнәлтелә.

     Темәстә өр-яңы производство – ҡеүәтле һөт комбинаты төҙөргә ҡарар итеү ҙә ауылды артабан үҫтереү йүнәлешендә яһалған мөһим аҙымдарҙың береһе. Яңы предприятиены тап шунда булдырыу тәбиғи, сөнки Темәс ауыл биләмәһендә, уға яҡын ауылдарҙа халыҡ күпләп һыйыр малы үрсетә, тимәк, сеймал етерлек. Күрше Әбйәлил районынан да эшкәртеү өсөн һөт продукцияһы йәлеп итеү күҙ уңында тотола.

     Район хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә эре эшҡыуарлыҡ субъекты – “Башагрофин” ЯСЙ-һы ул төбәктә ҡеүәтле производстволар асыуға инвестициялар һалырға ҡарар итте. Шуларҙың береһе – һөт эшкәртеү комбинаты төҙөүгә 186,6 млн һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк. Әйткәндәй, күптән түгел Сибайҙа үткән инвестицион форумда ла ошо хаҡта һүҙ булды һәм инвестор, муниципаль район хакимиәте һәм БР Хөкүмәте араһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

     Бөгөн бында эштәрҙең иң ҡыҙған мәле. Объекттың генподрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы быйыл төҙөлөш эштәрен башлап, уны билдәле графикка ярашлы алып бара. Предприятиеның прорабы И.Р. Мәзитов етәкләгән бригада тарафынан буласаҡ производствоның бинаһы күтәрелгән. Әлеге мәлдә оҫталар тәҙрәләр ҡуйыу һәм бетон иҙән йәйеүгә әҙерлек эштәре менән шөғөлләнә.


     Төҙөлөүсе һөт комбинаты директоры Б.Т. Камалетдинов билдәләүенсә, яңы производство заманса технология буйынса эшләйәсәк, ошо арала ҡоролмаларҙың килтерелеүе күҙаллана. Сменаһына 50 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле завод 30 кешене эш менән тәьмин итер тип көтөлә. Бында һөттән төрлө продукция етештерергә ниәтләйҙәр. Комбинатты быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

     “Башагрофин” ЯСЙ-һы тағы бер мөһим проект – ағас етештереү менән дә шөғөлләнәсәк. Темәс ауыл биләмәһендәге Бетерә ауылында ошо йүнәлештәге завод төҙөү эштәре башланды ла инде. Был производство йәбештерелгән бурса (клееный брус) һәм цилиндр формаһындағы бүрәнә (оцилиндрованное бревно), өй комплекттары етештерәсәк.

     Беҙ барып туҡтағанда, объектта ҡеүәтле тракторҙар эшләй ине. Әле унда ер эштәре менән шөғөлләнәләр. Тракторсылар Рәйес Тулыбаев, Борис Иванов һәм Руслан Мөхәмәтовтар буласаҡ производство төҙөүгә үҙ өлөштәрен индереүҙәренә ҡәнәғәт. 

     Шуныһы ҡыуаныслы, төпкөл ауылда ҡеүәтле предприятиеның төҙөлөүе уның иртәгеһенә ҙур өмөт уята. Яңы производство 20 кешене эш менән тәьмин итәсәк. Әле унда яңы ҡоролмалар – киптергес һәм ҡаҙанлыҡ килтерелгән дә инде. Әйткәндәй, улар сит илдә етештерелгән. Бында ла продукция етештереү технологияһы заманса буласаҡ.

     Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарылған был эштәр район үҫешенең яңы этабы булып тора. Һис шикһеҙ, башҡарылғандарҙың барыһы ла халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу, төбәк иҡтисадын күтәреү маҡсатында эшләнә һәм ул, әлбиттә, үҙ емештәрен бирмәй ҡалмаҫ. 

     Азамат МӨХӘМӘТШИН.

    Айбулат ИШНАЗАРОВ фотоларында: Б.Т. Камалетдинов (уңда) объекттағы эштәрҙе барлай; Р.Мөхәмәтов, Р.Тулыбаев һәм Б.Иванов Бетерәлә завод төҙөлөшөндә; буласаҡ комбинаттың бинаһы әҙер.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.