2 авг. 2012 г.

Борсоулы хәл

Алмас Баймаҡҡа ҡайтасаҡ


Һуңғы ваҡытта көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгән был хәбәр бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Был проблеманы хәл итеүҙе Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов үҙ контроленә алған.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы менән берлектә Алмас Әлиуловты Баймаҡҡа ҡайтарыуҙың бөтә аспекттарын тикшерә.

Белеүебеҙсә, Баймаҡта йәшәүсе Альбина Әлиулова бер нисә йыл элек Испанияға юллана, үҙе менән бергә улын да ала. Мәрхүм булып ҡалған ҡатындың кәүҙәһе бөгөн моргта. Фажиғә сәбәптәре әлегә билдәле түгел. Туғандары Мадридҡа тиклем билетҡа аҡса йыя. Сит илдә бер үҙе тороп ҡалған Альбинаның 12 йәшлек улы борсолоу тыуҙыра. Әлеге ваҡытта ул Испанияның реабилитация үҙәгендә белгестәр күҙәтеүе аҫтында. Баланы һәм ҡатындың мәйетен Башҡортостанға ҡайтарыу өсөн яҡынса биш мең евро талап ителә.
 
Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте был проблеманы хәл итеүгә етди иғтибар бирә. Район, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы бюджетынан финанс ярҙам бүленгән.Бынан тыш, малайҙың ғаиләһенә матди ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре лә хәл ителә. “Башинформ” агентлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәй илселеге Алмасты тыуған яҡҡа бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ҡайтарыу өсөн бөтәһен дә эшләй. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығынан визаны бер көн эсендә эшләп бирергә вәғәҙә иткәндәр. Яҡын арала Алмас тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыр, тип өмөтләнәбеҙ.
 
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.