5 авг. 2012 г.

КИСӘЛӘР

    Шиғриәт менән Моң осрашты


    Ошо көндәрҙә Татарстандың халыҡ шағиры,  Татарстан Республикаһының  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Ғ.Туҡай исемендәге дәүләт  һәм Г.Х. Андерсен, А.Алиш исемендәге премиялар лауреаты, дәүләт эшмәкәре Роберт Миңнуллин ғаиләһе менән Баймаҡ районында ҡунаҡта булды.

    Баймаҡҡа килгән бер ҡунаҡ сәйәхәтен Башҡортостаныбыҙҙың тәүге баш ҡалаһы – Темәс ауылынан башлай. Темәс тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының кесе ғилми хеҙмәткәре Регина Ҡаҙаҡбаева башҡорт халҡының көнкүреше, азатлыҡ өсөн көрәш ихтилалы диорамаһы, Башҡорт хөкүмәте һәм уның эше, Совет власы ваҡыты, Бөйөк Ватан һуғышы, Темәс педучилищеһы тарихы, һуғыштан һуңғы йылдар, ауылдың данлыҡлы кешеләре тураһында һөйләне, ҡунаҡтар экспонаттарҙы диҡҡәт менән ҡараны. Унан һуң Темәс ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыусы, заманында музей асыуға ҙур өлөш индергән Р.Х. Йәнсурин сығыш яһаны. Ул тап Темәстә, республикала беренселәрҙән булып, туҡһанынсы йылдар башында башҡорт халҡының дәүләт тарихы, арҙаҡлы шәхестәренә арналған мәҙәни үҙәк булдырылыуын белдерҙе. Шул осорҙа ауылда урамдар С.Юлаев, Ш.Хоҙайбирҙин, М.Мортазин һымаҡ бөйөк кеше исемдәрен йөрөтә башлай.
 
    Бөгөн музей үҙ эшен уңышлы башҡара. Рәсәй, Башҡортостандан ғына түгел, Америка, Төркиә илдәренән  дә, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлидиҙең балалары ла бында ҡунаҡта булған.  
 

    Артабан делегация ауылдың мәсетендә булып, Әмингә юл алды. Бында ҡунаҡтар Әмин батырға арналған стеланы ҡараны. Унан Манһыр ауылында булды, данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберенә зыярат ҡылды, районыбыҙҙың берҙән-бер татар ауылы Юлыҡта булды. Ерлегебеҙҙең тарихы, дине менән ныҡлы танышып сыҡҡас, шағир, әлбиттә, әҙәбиәтебеҙ Мәккәһе булған  Баймаҡ үҙәк район китапханаһына юлланды. Бында уның менән иҫ киткес йәнле осрашыу үтте. Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, танылған ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов та сараның хөрмәтле ҡунағы булды.
 
    Кисә 4-се мәктәп уҡыусыһы Азамат Ғөбәйҙуллиндың “Аттарҙа саба малайҙар” йыры менән асылды. Роберт Миңнуллин һүҙҙәренә яҡташыбыҙ, һәүәҫкәр композитор Вилүр Мәүлитов ижад иткән был йыр менән Азамат 5 йәшендә генә “Сулпылар” телевизион фестивалендә лауреат булһа, былтыр Гран-при яулаған. Йыр өсөн малай авторҙарға ысын күңелдән рәхмәт әйтте.
 
    Тыуған яҡҡа һөйөү, әсәйҙең әкиәттәре, тәмле аш еҫтәре, балаларға мөхәббәт... Роберт Миңнуллин ижадының төп темалары – ошолар. Уларҙың сәңгелдәге, әлбиттә, Илеш районының Шәммәт ауылы, йәмле Сөн буйҙары. Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Мөғәллим улы Миңнуллин 1948 йылдың 1 авгусында Илеш районы Нәжәде ауылында донъяға килә. Бер йылдан һуң уларҙың ғаиләһе Ҡыпсаҡ ауылына күсеп килә, ә тағы ла бер нисә йылдан атаһының тыуған ауылы Шәммәткә ҡайтып төпләнә. Буласаҡ шағирҙың бала сағы, үҫмер йылдары Сөн йылғаһы буйында үтә. Был уның ижадында ла сағылыш таба. Популяр “Әсәй беҙҙе Сөндән алып ҡайтҡан” йырын ишетмәгән һәм уға һоҡланмаған кеше юҡтыр.
 
    Бындай оло осрашыуҙан, Баймаҡта ла уның ижады менән таныш булыуҙарынан баҙап ҡалған шағир: “Мин Баймаҡты ғына күрергә килгәйнем. Был тиклем матур ҡыҙҙар уратып алырын белһәм, матурыраҡ күлдәк тә кейеп килгән булыр инем”, – тип шаярыу аша үҙенең ябайлығы менән арбаны. Әҙәбиәткә Әнғәм Атнабайға ғына эйәреп яҙыша башлауҙан балалар әҙәбиәтенә инеп китеүен, оҙаҡ йылдар унан сыға алмай, һуңғы йылдарҙа ғына лирикаға күсеүен һөйләне. Лайыҡ булған бөтә премия, исемдәре балаларға арналған ижад емештәре өсөн бирелеүе хаҡында бәйән итте.  “Мин буш ваҡытымда сәғәттәр буйы ҡурай моңон тыңлап ултырырға яратам. Бәләкәй саҡта гармун тартып ултырһам, кемдер тәҙрә аша ҡысҡыра. Өфөнән килгән артистар икән. Мин уларҙы ауыл буйлап йөрөттөм, балыҡ ҡармаҡлаған ергә алып барҙым. Шунда бер ағай: “Миңә бер шырпы ҡабы сиңерткә йыйып килтерһәң, концертҡа бушлай индерәм», – тигәс, көнө буйы йөрөп сиңерткә тоттом да, концерттарына киттем. Барһам, унда инәһе лә, сығаһы ла юҡ – концерт мәктәп алдында ойошторолған, бөтәһе лә бушлай килгән. Мин теге ағайға үпкәләп сиңерткәләрҙе кире ебәрҙем. Ул ағай Ишмулла Дилмөхәмәтов булған икән”, – тип тормошонан ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе лә һөйләп көлдөрөп алды. Балалар өсөн ижад итеп, тормошҡа ошо илаһи күҙлектән бағып өйрәнгән шағирҙы был сихри донъяға хилафлыҡ килтерерҙәй әйберҙәр тәрән борсоғанғалыр инде – ул сәйәсәткә килә, халҡы өсөн янып эшләй, ижадҡа ла ваҡыт таба.
 

    Яҡташыбыҙ Юлай Ғәйнетдиновтың да бар булмышы халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙән, уның рухиәтен үҫтереп, киләһе быуынға еткереүҙән ғибәрәт. Кисәне алып барыусы үҙәк район китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшинаның Юлай ағайҙан: “Ҡурайға ҡарата һөйөү ҡайҙан килә?” – һорауына: “Баймаҡтан!” – тигән һәм “Алтын балыҡ тотһағыҙ, ниндәй теләк теләр инегеҙ?” – һорауына: “Халҡым мәңгелек булһын!” – тигән ысын күңелдән әйтелгән яуаптары ла быны тотошлайы  менән раҫланы.
 
    Шуға күрә ҡунаҡтарыбыҙҙың ниндәй генә юғары исемдәре  булмаһын, осрашыуҙа халыҡ уларҙа ябай, шаян телле, матур күңелле ер кешеләрен күрҙе, күңелдәр саҡ ҡына юғарыраҡ йышлыҡта торған сихри тулҡындарҙа бәүелде, аралашыу ысын мәғәнәһендә ике яҡлы һәм илһамлы булды. Балалар ижады үҙәге педагогы Рәйлә Бикбирҙина Роберт Миңнуллиндың популяр “Әсәйҙең доғалары” йырын башҡарыуы, китапханасыларҙың уның шиғырҙарын һөйләүе, Юлай Ғәйнетдиновтың боронғо көй-моңдарыбыҙҙың бер нисәүһенең тарихын байҡап, һәр һүҙенә баҫым яһап йырлауы һәм ҡурайҙа уйнап ишеттереүе – шиғри һүҙҙең моңға әүерелеүен дәлилләне. Уларҙың һөйләшеп килешеп ҡуйғандай бер көндә осрашыуы, үҙ-ара дуҫ та булыуҙары һәм бер-береһенә ихтирамы Шиғриәт менән Моңдоң, Башҡорт менән Татар милләттәре вәкилдәренең айырылмаҫ, рухташ  булыуын раҫланы. 
 
    Айбулат ИШНАЗАРОВ, Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.