5 авг. 2012 г.

ҺОРАУ – ЯУАП

     Көмөшкәселәргә лә яза ҡарала

     “Беҙҙең урамда көмөшкә ҡыуып һатыусылар күп. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырып, штраф һалһа ла, үҙ “кәсептәрен” дауам итәләр. Көмөшкәселәргә ҡарата ҡатыраҡ закон юҡмы?”
    
     Ғ.С. Ярбулов, “Консультант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры, юрист: “Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 171-се статьяһына ярашлы, көмөшкә ҡыуыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин. Уларға 300 мең һумға тиклем штраф һалыу йәки ике йылға иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Көмөшкәне йәки башҡа алкоголле эсемлекте һатыу өсөн лицензия кәрәк, ә ул юридик шәхестәргә генә бирелә. Улар өсөн дә махсус талаптар бар: 500 мең һумлыҡ башланғыс капитал һәм законлы нигеҙҙә сауҙа майҙаны булырға тейеш. Шулай итеп, көмөшкә һатыусылар Енәйәт кодексын боҙа. Ошо уҡ Кодекстың 151.1-се статьяһына ярашлы, алкоголле эсемлектәрҙе балиғ булмағандарға һатҡан өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған.
     “Алкоголле тауар әйләнешен дәүләт көйләүе тураһында”ғы закондың 25-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, дәүләт стандартына һәм техник талаптарға яуап бирмәгән алкоголле тауар законһыҙ әйләнештә, тип иҫәпләнә һәм уны конфискациялау талап ителә. “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге тураһында”ғы федераль Закондың 15-се статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, кеше һаулығы өсөн хәүеф тыуҙырған аҙыҡ-түлек йәки эсемлек әйләнештән алынырға тейеш. Шуға ла ҡыйыу рәүештә эске эштәр органдарына ҡайҙа һәм кемдең көмөшкә һатыуы тураһында хәбәр итегеҙ. Улар мотлаҡ сара күрергә тейеш”.
    

     Карточканан аҡса юғалһа

     Л.Ишбирҙина, Баймаҡ ҡалаһы: “Эш хаҡы карточкаһынан аҡсам юғалды. Банкка мөрәжәғәт иткәс, хеҙмәткәрҙәр  карточкалағы күрһәткестәр яңылыш күрһәтелгән, тип яуап бирҙе.  Был дөрөҫмө?”
    
     Ғ.С. Ярбулов, “Консультант” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, юрист: “Тәү сиратта банк менән килешеү шарттарын ҡарағыҙ. Йыш ҡына унда шундай иҫкәрмә яҙыла: әгәр һеҙҙең карточканан вәкәләте булмаған кеше аҡса алһа, банк бының өсөн яуаплы түгел. Шундай шарт килешеүҙә яҙылған булһа, сығымдарҙы ҡаплатыу бик ауырға тура киләсәк. Шулай ҙа тырышып ҡарарға мөмкин. Эш шунда: бындай иҫкәрмәләр ғәмәлдәге Закон талаптарына тап килмәй. Банк менән мөнәсәбәттә һеҙ ҡулланыусы булып иҫәпләнәһегеҙ, тимәк, “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы законға таянып эш итергә мөмкин.
 
     Банкка мөрәжәғәт иткәс, банк үҙендә тикшереү үткәрәсәк һәм уның һөҙөмтәһе буйынса һеҙгә аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырғамы, юҡмы икәнлеген хәл итәсәк. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: аҡса урланыуында һеҙҙең ғәйеп булған осраҡта ғына банк сығымдарығыҙҙы ҡаплауҙан  баш тарта ала. Мәҫәлән, карточканы һәм уның PIN-кодын үҙегеҙ әйткән булһағыҙ, йәки асыҡ урында ҡалдырып китһәгеҙ – ғәйеп һеҙҙә. Әммә карточкағыҙҙы юғалтмай һәм кодығыҙҙы бер кемгә лә әйтмәй һаҡлайһығыҙ икән, банк аҡсаны ҡайтарырға тейеш. Әгәр улар бынан баш тартһа, судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуғығыҙ бар”.
 
     Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.