2 авг. 2012 г.

Көнүҙәк мәсьәлә

Эсәр һыу проблемаһы нисек хәл ителә?


Эсәр һыу проблемаһының бик киҫкен тороуы бер кемде лә борсомай ҡалмайҙыр, моғайын. Бөтә илгә хас көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе Баймаҡты ла урап үтмәне. Муниципаль район хакимиәте тарафынан был проблеманы хәл итеү юлдары өйрәнелә, аныҡ саралар күрелә. Үткән аҙнала уҙған район Советы ултырышында ла тап ошо тема айырым көн тәртибенә сығарылды.
Ни өсөн бөгөн эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерәбеҙ? Бында кемделер ғәйепләргә ашыҡмайыҡ. Уның сәбәптәрен ҡарап, хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләйек.

Район Советы ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев һуңғы биш йылға факттар килтереп, Баймаҡ ҡалаһында һәм ауылдарҙа һыу селтәрен төҙөкләндереүгә йылдан-йыл күберәк аҡса бүленә, эштәр ҙә күберәк башҡарыла, тип белдерҙе. 2006-2011 йылдарҙа төрлө кимәлдәге бюджеттан 35 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Был район буйынса 24 километр 800 метр оҙонлоҡтағы һыу селтәрен һәм 143 колонканы ремонтларға мөмкинлек биргән.
 
2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәте тарафынан Баймаҡҡа ҙур финанс ярҙам бүленгән. Һөҙөмтәлә 22 ауылдағы һыу селтәре капиталь ремонтланған. Бынан тыш “Таҙа һыу” республика программаһына ярашлы, Ишмырҙа ауылындағы һыу селтәре реконструкцияланған. Быйыл иһә тағы ла финанс ярҙам бүленеүе көтөлә. Был күрелгән саралар ауылдың көнкүрешен яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы ярҙамында Темәс ауылындағы һыу селтәре реконструкцияланған.
 
Быйыл юғарыла әйтеп үтелгән программалар ярҙамында һыу менән тәьмин итеү буйынса байтаҡ саралар күреләсәк. Күлтабан, Аҡморон, Ҡуянтау ауылдарында һыу селтәрҙәрен реконструкциялауға, Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡолда һыу менән тәьмин итеү селтәре төҙөлөшөнә проект-смета документтары әҙерләнә. Бөгөн уларҙың барыһы ла дәүләт экспертизаһы үтә.
Эсәр һыу проблемаһы Баймаҡҡа ла хас. Ҡаланың Көньяҡ микрорайонында һыу селтәре төҙөлөшө айырым иғтибар үҙәгендә тотола. Яҡын арала бында эштәр башланасаҡ. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тарафынан ошо маҡсатта 12 миллион һум аҡса бүленгән. Муниципаль район хакимиәтенең Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә мөрәжәғәтенән һуң Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы тарафынан Баймаҡ ҡалаһында канализация селтәрен реконструкциялауға финанс ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Был тәңгәлдәге эштәр алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк.
 
Ҡалалағы һәм ҡайһы бер ауылдарҙағы һыу селтәрен өлөшләтә ремонтлап ҡына был тәңгәлдә килеп тыуған проблеманы хәл итеү мөмкин түгел. Был урындарҙа һыу селтәрен тулыһынса алмаштырыу йәки яңыртыу талап ителә. Шул сәбәпле,  “2011-2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы”, “2014 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” һәм “Таҙа һыу” программалары ярҙамында проект документтары әҙерләнә. Быйыл республика һәм урындағы бюджет иҫәбенән һыу менән тәьмин итеүгә 39,7 миллион һум бүлеү ҡаралған. Был сумма һыу селтәрен реконструкциялауға, капиталь ремонтлауға һәм төҙөлөшкә йүнәлтеләсәк.
 


Ә хәҙер проблемалар хаҡында. “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең абоненттар менән эшләү бүлеге начальнигы Ә.Ш. Мостафин менән ҡала буйлап рейдҡа сыҡтыҡ. Күрше район-өлкәләрҙә быйыл ҡоролоҡ тип яу һалһалар, был афәт беҙҙә бер нисә йыл хакимлыҡ итә инде. Һөҙөмтәлә, эсәр һыу ҙур тиҙлектә кәмей. Өҫтәүенә, күптәр баҡса үҫтереү өсөн селтәрҙән тонналап һыу урлай. Шул уҡ ваҡытта кемдер эсәр һыуһыҙ интегә. Бәлки, хужалыҡ кәрәк-яраҡҡа тотонор өсөн һәр кемгә үҙ ихатаһында ҡоҙоҡ булдырырға кәрәктер? Селтәрҙәргә рөхсәтһеҙ шлангылар тоташтырып һыу урлаусыларҙы аулау, яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса кисектергеһеҙ саралар күреү талап ителә лә бит. Ләкин күп осраҡта был мөмкин түгел. Ә.Ш. Мостафин белдереүенсә, «Водоканал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең был хаҡта дәғүә белдереп яҙған ғаризалары ҡайһы осраҡта прокуратура тарафынан яҡлау тапмай кире ҡайтарыла.
 
Күп урындарҙа һыу селтәре, һыу һурыу башнялары, коммуникация селтәрҙәре уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында төҙөлгән. Улар тамам туҙған, иҫкергән. Бөгөн ҡаланың теге йә был урамында һыу селтәрендә килеп тыуған авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителгән бригадаларҙы күрергә мөмкин. Өлөшләтә капиталь ремонт яһау килеп тыуған проблеманы тулыһынса хәл итмәй. Шуның өсөн дә һәр нәмәгә һаҡсыл ҡараш талап ителә. Колонкалар дөйөм милектеке түгел, ә беҙҙеке тигән хужаларса мөнәсәбәт булһын ине. Өҫтәүенә, ҡала йылдан-йыл үҫә, яңы урамдар барлыҡҡа килә. Шуға бәйле һыуға ла ихтыяж арта. Ә.Ш. Мостафин  әйтеүенсә, мәҫәлән, өс йыл элек ҡаланың ГРП микрорайонында бер генә һыу һурыу башняһы эшләһә, хәҙер өсәү. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр килеп тыуа. 
 
Райондағы ҡайһы бер предприятиелар һәм хужалыҡтар банкротлыҡ процедураһына эләгеү сәбәпле, уларҙың балансында булған һыу менән тәьмин итеү ҡоролмалары хужаһыҙ тороп ҡалған. Был яуаплылыҡты кем үҙ өҫтөнә алырға йөрьәт итер? Уның өсөн ошо өлкәлә оҫта белгес булыу мотлаҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙа профилле белгестәрҙең аҙ булыуы ҙур проблема тыуҙыра. Башҡортостан Республикаһы Президенты “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын стратегик үҫтереү” тип аталған республика кәңәшмәһендә тап ошо өлкә белгестәрен әҙерләү, ҡайтанан уҡытыу өсөн курстар асыу мөһимлеген күтәргәйне. Был тәңгәлдә Баймаҡта аныҡ саралар күрелә башланы. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы базаһында 13 августан торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарға талап ителгән слесарь, сантехниктар әҙерләү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курстар эшләй башлаясаҡ.
 
Муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәренә был проблема күптән таныш һәм халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеүҙә даими саралар күрелә.
«Водоканал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте  эшселәре килеп тыуған авария эҙемтәләрен бөтөрөү, капиталь ремонт эштәрен башҡарыу өсөн ваҡыт менән дә иҫәпләшмәй. Уларҙы ял көндәре лә билдәләнгән объекттарҙа күрергә мөмкин. Йәмғиәт етәкселәрен тағы ла бер проблема борсой, ул да булһа – бурыстар. Халыҡтың һыу өсөн түләүгә бурысы арта. Был да ремонт эштәрен алып барыуға тотҡарлыҡ яһай. Уҫал ниәттә иҫәпләшмәүселәр «ҡара исемлек»кә индерелгән. Уларға ҡаршы ҡәтғи саралар күреләсәк.
 
Ҡалала һәм үҙәкләштерелгән һыу селтәре булған ауылдарҙа эсәр һыуҙың сифаты контролдә тотола. Ә бына башҡа ауылдарҙа был проблема нисек хәл ителә? Шишмә-ҡоҙоҡтарҙағы һыу эсергә яраҡлымы? Мәктәп, балалар баҡсалары, дауаханаларҙағы һыуҙың сифаты ниндәй? Һүҙ юҡ, һорауҙар әлегә асыҡ ҡала. Әммә ауыл биләмәләре хакимиәттәре был тәңгәлдәге проблемаларҙы хәл итергә бурыслы. Күп осраҡта йылғаларҙа машина йыуғандарын, кер сайҡағандарын, мал һуғарғандарын күрергә мөмкин. Был да һыуҙы бысратыуға килтерә. Бында инде халыҡ дөрөҫ ҡарар ҡабул итеп, һыуҙы һаҡлау сараһын үҙе күрергә тейеш. Эсәр һыуһыҙ тороп ҡалмайыҡ, йәмәғәт!
 
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоларында: ремонт эштәре бара; ҡаланың Ҡарлы урамына һыу килде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.