2 авг. 2012 г.

Хужалыҡтарҙа

Кәрешкәләр һынатмай


“Уңыш” АХК-һы райондың эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе. Ҡырағай баҙар шарттарына ҡарамаҫтан, кооператив төп тармаҡтарҙы үҫтереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Бөгөн төп көс хужалыҡта малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү, иген культураларын урып-йыйыуға йүнәлтелгән.

Предприятиеның Куйбышев бүлексәһе – иң эре подразделениеларҙың береһе. Ф.Ю. Әхмәтов етәкләгән был коллективта күбеһенсә йәштәр тупланған. Улар үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауы менән айырылып тора, был эш һөҙөмтәләрендә лә сағылыш таба. Хужалыҡтың яҙғы баҫыу эштәре йомғаҡтары буйынса район кимәлендә 3-сө урынды яулауында кәрешкәләрҙең дә өлөшө ҙур.

Бөгөн бүлексә хеҙмәтсәндәре мал аҙығы әҙерләү эштәре менән мәшғүл. Әлбиттә, бесән былтырғыға ҡарағанда күпкә ҡайтыш, шулай ҙа барлыҡ көс мөмкин тиклем күберәк аҙыҡ туплауға йүнәлтелгән. Әле ферма ихатаһына 251 тонна бесән ташылып, эҫкертләнгән. Ринат Йәнтүрин, Данил Әлибәков, Григорий Бигилдин, Азат Йәнтилин, Рамаҙан Ирназаров, Ғаяз Юлдашбаев, Миңлебай Йәнтилин, Рәфҡәт Әхмәҙуллин, Линар Әхмәтовтар ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Тәжрибәле агроном Тәхиә Юлдашбаев участкалағы эштәрҙе оҫта ойоштора.

Алдынғы механизатор Мораҙым Йәнтилин тураһында айырым әйтмәү мөмкин түгел. Хужалыҡта оҙаҡ йылдар эшләү осоронда ул үҙ эшенең оҫтаһы булып танылды, ҙур хөрмәттәргә лайыҡ булды. Әйткәндәй, уға быйыл район һабантуйында БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.

Бүлексәгә эшкә йәштәрҙең килеүе айырыуса ҡыуаныслы. Артур Йәминев – тап шундайҙарҙың береһе. Хеҙмәт юлын быйыл ғына башлауына ҡарамаҫтан, һәр эшкә яуаплы ҡарай, техниканы үҙ итә. Уның киләсәктә юғары күрһәткестәргә өлгәшеренә иманым камил, сөнки Йәминевтар династияһы элек-электән хужалыҡта алдынғылыҡты бирмәне.

Әлбиттә, проблемалар етерлек. Техниканың туҙыуы, йыш ҡабатланған ҡоролоҡ ауыл хеҙмәтсәнен ауыр хәлгә ҡуя. Шулай ҙа район, хужалыҡ етәкселегенең тырышлығы менән предприятие ошоғаса һәүетемсә эшләп килә, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтерә.

Мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән, бүлексә ураҡ эштәрен дә башланы. Бөгөнгә 200 гектарҙа һоло сабылған. Кәрешкәләрҙең миҙгелле эштәрҙе ваҡытында тамамлап, ҡышҡа яҡшы әҙерлек менән аяҡ баҫырына шикләнмәҫкә мөмкин.

Яңылбикә Вәлишина.
Фотола: Мораҙым Йәнтилин.


Баҫыу эштәре көндәлеге


Районда мал аҙығы әҙерләү һәм ураҡ эштәре дауам итә. Кисәге көнгә район буйынса 13105 гектарҙа үлән сабылған (59 процент), 4569 тонна бесән (32 процент), 7991 тонна сенаж (32 процент), 650 тонна силос (3 процент), 190 тонна һалам  тупланған.

Иген культуралары 3102 гектарҙа сабылған, 2020 гектарында урып-һуғылған. Гектар ҡеүәте 8 центнер, тулайым йыйым 1625 тонна.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.