31 авг. 2012 г.

Юрист кәңәше

Һәр кем үҙен яҡлай ала


Судта эшеңде үҙеңә алып барырғамы йәки юридик ярҙам һорарғамы – һәр кем үҙе хәл итә. Әлбиттә, юғары квалификациялы юристың эше өсөн түләргә кәрәк, әммә ҡайһы саҡта унһыҙ эште атҡарып булмай.

РФ Конституцияһына ярашлы, һәр кемдең квалификациялы юрист ярҙамына хоҡуғы бар. РФ Граждансылыҡ-процессуаль кодексының 48-се статьяһы буйынса кешеләр судтағы эшен үҙе йәки вәкиле (представитель) аша алып барыуы мөмкин. Ошо уҡ кодекстың 49-сы статьяһында кемдәр вәкил була алыуы тураһында әйтелә. Эшен вәкилгә тапшырыуға ҡарамаҫтан, кеше үҙе лә судта ҡатнашыуы мөмкин. Тик быларҙың барыһын да рәсмиләштерергә кәрәк икәнлеген онотмағыҙ. Бының өсөн вәкилдең исеменә ышаныс ҡағыҙы яҙыла. Шулай уҡ судта һинең мәнфәғәтеңде яҡлаусының исемен телдән әйтеп, протоколға индереү ҙә законлы һанала. Әммә вәкилдең дәғүә ғаризаһын яҙыуға, уны судҡа тапшырыу, дәғүәләрҙән баш тартыу, килешеү төҙөү, суд ҡарарына ризаһыҙлыҡ белдереү һ.б. кеүек эштәрҙе башҡарырға ышаныс ҡағыҙы булырға тейеш.
 
Тәүге тапҡыр судҡа мөрәжәғәт иткән, хоҡуҡи яҡтан белемһеҙ кешегә үҙенең талаптарын йәки килешмәүҙәрен аныҡ әйтеп бирә алыуы икеле. Әле яңыраҡ ҡына һирәк юристар медиация процедураһы нимә икәнлеген, ә граждандар һалым декларацияһы төшөнсәһен аңламай ине. Шуға күрә бындай осраҡта квалификациялы юрист ярҙамынан тыш судта үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау бик тә ауыр.
 
Дәғүә белдергән кеше икенсе төбәктә йәшәгән осраҡта ла вәкилдең ярҙамы отошло. Сөнки кешеләрҙең судҡа барырға ваҡыты булмауы ла ихтимал. Шулай уҡ үҙ-үҙен яҡлай алмаған граждандар (балиғ булмағандар, инвалидтар, ауырыуҙар) вәкил ярҙамына мохтаж.
 
Ҡайһы бер кешеләр судҡа мөрәжәғәт иткәндә Интернет селтәренән алынған ғариза, дәғүәләрҙең күсермәләре менән мөрәжәғәт итә. Әммә бындай осраҡта граждандарҙың яңылышыуы, һөҙөмтәлә, ғаризаның кире ҡайтарылыуы йәки бөтөнләй ҡаралмауы ихтимал.
 
Шулай уҡ бәғзе бер граждандар бер нисә законды, кодекстарҙы уҡып ҡына судта үҙ мәнфәғәтен яҡлай ала тип яңылыша. Юристарҙың биш йыл уҡығанын, үҙләштергәнен бер нисә көн эсендә генә белеп булмай. Йыш ҡына кешеләр үҙ көсөнә ышанып, судта үҙен яҡлай алмай, юғалып ҡала.
 
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, РФ Граждансылыҡ-процессуаль кодексының 100-сө статьяһына ярашлы, судта еңгән кешеләр вәкилгә тотолған сығымдарҙы ҡаршы яҡтан түләтә ала.
 
Судҡа мөрәжәғәт итеү еңел эш түгел. Шулай ҙа юғалып ҡалған йәки ниҙер аңлашылмаған осраҡта, һеҙ һәр саҡ махсус белеме булған юрист ярҙамына мөрәжәғәт итә алыуығыҙҙы онотмағыҙ.

М. ҠУЖАБАЕВ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.