31 авг. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһы

Ауыл мәктәптәрендә умартасылыҡ нигеҙҙәре


1 сентябрҙән Башҡортостан буйынса ауыл мәктәптәрендә белем алыусы балалар умартасылыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә башлаясаҡ. Был дәрес мәктәп программаһына Урал аръяғын иҡтисади  үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2011-2015 йылдарға Урал аръяғында умартасылыҡты үҫтереү планына ярашлы индерелә.

Әлеге ваҡытта уҡытыусылар Башҡорт дәүләт аграр университетында квалификация күтәреү курстары үтә, йәғни балаларға яңы фән буйынса белем бирәсәк педагогтар үҙҙәре белемдәрен арттыра.
 
Умартасылыҡ буйынса дәрестәр республиканың 39 пилот мәктәбендә индереләсәк. Баймаҡ районында иһә 10-ға яҡын ауыл мәктәбе уҡыусылары умартасы һөнәре нескәлектәрен өйрәнәсәк.
 
Саралар планына ярашлы, уҡытыу процесын тормошҡа ашырыу өсөн умартасылыҡ бүлмәләре һәм умарталыҡтар булдырыу ҡаралған. Мәктәптәр кәрәкле методик әҙәбиәт, әсбаптар һәм видеоматериалдар менән тәьмин ителәсәк.
 
С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.