21 авг. 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Тыл яугиры


Фатима Иҫәндәүләтова-Мозафарова 1927 йылдың 24 мартында Матрай ауылында донъяға килә.

Балалыҡ һәм йәшлек йылдары Әбделкәрим һәм Алғаҙы ауылында үтә. Ғаиләлә 2 бала үҫә. Ағаһы Хәсән диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Үкенескә ҡаршы, хәбәрһеҙ юғала. Үгәй атаһы Мөхитдин Мостахетдин улы Сафин менән бөтә яҡтан килгән әсәһе Гөлбәҙән тәрбиәһендә үҫә.

Алғаҙынан Юлдыбайға йөрөп уҡый. Ул 6-сы класта уҡығанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Үҫмерҙәр ҙә хәленән килгәнсә колхоз эшенә ярҙам итә: һабан һөрөү, сәсеү, утын әҙерләү, йәйге бесән эштәрен дә үҙ елкәһендә татыйҙар. 1943 йылда Юлдыбайға тракторсылар курсына уҡырға бара, йәше етмәгәс 1 йәш өҫтәргә мәжбүр булалар. Икенсе йылына 6 айлыҡ тракторсы-комбайнсылар курсында уҡып (хатта танк йөрөтөргә лә өйрәтәләр), Алғаҙыға ҡайтып колхоз баҫыуҙарында “Универсал-1”, “Универсал-2”, ЧТЗ тракторҙарында эшләй, кәрәкһә, үҙе ремонтлай.
 
1945-1946 йылдарҙа мартта әсәйемде Ишбирҙе ауылынан Зиннур Мотал улы Иҫәндәүләтовҡа димләп кейәүгә бирәләр. Атайыбыҙға фронттың иң яуаплы, ҡыҙыу бәрелештәрендә булып, 3 ауыр йәрәхәт менән, Берлинғаса барып етеп, исемен рейхстаг стенаһына яҙып, ауылына әйләнеп ҡайтырға насип була. Һуғыштан һуң ул ауылда ферма мөдире, бригадир, урмансы булып эшләне. Ҡәҙерле кешебеҙ оҫта ҡурайсы, һунарсы булды, уны тирә-яҡта белмәгән кеше һирәк булғандыр, әле лә уның оҫталыҡ серҙәрен һағынып иҫкә алалар. Һуғышта алған яралар эҙһеҙ үтмәй, әлбиттә. 1966 йылдың 8 сентябрендә Магнитогорск ҡалаһында ауыр операциянан һуң, 42 йәшендә, 9 балаһын, ҡатынын, яуҙан өҙөлөп көтөп алған әсәһе Хәкимәне ҡалдырып, үлеп китә.
 
Әсәйебеҙ 37 йәшендә генә итәк тулы бала менән тол ҡала. Ул бик тә сабыр, эшһөйәр булды. Үҙенең оҫта ҡулдары менән, күҙ нурҙарын түгеп, беҙҙе кейендерҙе, ашатты, уҡытты, кеше итеп тәрбиәләне. Беҙ аталы ғаиләләрҙән бер нәмәбеҙ менән дә кәм булманыҡ.
 
Ҡәҙерлебеҙ Ишбирҙе ауылында 64 йыл ғүмер итте. Өлгөлө әсәй, өләсәй, ҡәйнә тип хәтерләй уны ауылдаштары. Эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Тыл һәм хеҙмәт ветераны, әсәлек орден-миҙалдары, күп маҡтау ҡағыҙҙары – уның хеҙмәт емеше. Сабырлы, оло йөрәкле, изгелекле әсәйебеҙгә 85 йәш тулды. Хәҙерге көндә ҡыҙы Зәйтүнә менән Сибай ҡалаһында йәшәй.
 
Гәзит-журналдар алдыра, телевизорҙан бар яңылыҡты ишетеп беҙгә еткерә. Ойоҡбаштар бәйләй, үҙен, балаларын ашатҡан-эсергән теген машинаһын да буш ултыртмай: үҙенә матур, уңайлы итеп күлдәктәр тегә, ҡорама ҡорай.
Әсәйебеҙгә ҡыҙҙарына, кейәүҙәренә, улдарына, килендәренә, 32 ейән-ейәнсәренә, 24 бүлә-бүләсәренә ҡарап, ҡыуанып, шатланып, өгөт-нәсихәттәрен биреп, бөтәбеҙгә лә терәк һәм дә кәрәк булып йәшәргә яҙһын.

З. БИКТИМЕРОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.