16 авг. 2012 г.

Йәйге ял


“Ирәндек ынйылары” –  милләтебеҙ киләсәге 


Әсә телен өйрәнеү, милли рухты һаҡлау, халыҡ йолаларын киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыу... Был һәр милләттең үҙенең иле, тыуған ере алдындағы мөһим бурысы булып һанала. 


Ошондай етди мәсьәләгә районыбыҙҙа ҙур иғтибар бирелә. Киләсәк быуынды юғары рухта тәрбиәләү өсөн төрлө саралар үткәрелә. Йәйгеһен иһә йәмле Талҡаҫ күле буйында балалар өсөн ошо йүнәлештәге лагерь эшләй. Билдәле булыуынса, 2005 йылда “Орленок”та мәҙәни лингвистик лагерь асылғайны. Бында төрлө тарафтарҙа йәшәгән башҡорт балалары Баймаҡ районының ҡыҙҙары һәм малайҙары менән бергә ял итеп, туған телен өйрәнде. “Инеш”, унан “Ҡурай тажы” тип аталған махсус заезда ял иткән балалар аралашып, бер туғандай булып китте. 
Быйыл “Орленок” ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы “Ирәндек ынйылары” тип аталған заезға йыйҙы. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, унда районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеүселәр, бейеүселәр, йырсылар, ҡурайсылар, 4-се мәктәптең “Мираҫ” ансамбле, “Урал батыр” эпосын иң шәп һөйләүселәр һ.б. ял итә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар күңелле ял итеүҙән тыш, әсә телен, тарихын, йолаларын төптән өйрәнә, улар менән районыбыҙҙың иң билдәле әсә теле уҡытыусылары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, төрлө түңәрәкте етәкләүселәр шөғөлләнә. 

Балалар өсөн Темәс ауылы, Баймаҡ, Сибай ҡалаларына экскурсиялар ойошторола. Уларҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле үтә. Мәҫәлән, бер көн ҡурай, икенсе көн толпар аттарға, өсөнсөһө нәҫелеңдең шәжәрәһен өйрәнеүгә, дүртенсеһе милли музыка ҡоралдары менән танышыуға арнала. Район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙы даими рәүештә башҡорт яҙыусылары, уларҙың яңы китаптары менән таныштыра.  

10 августа “Ирәндек ынйылары”н тантаналы асыу мәлендә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы йәштәр эштәре буйынса сектор етәксеһе З.Р. Яҡшығолова тәбрикләп үтте. Земфира Рәиф ҡыҙы әйтеүенсә, балалар араһында сәмле ярыш та буласаҡ икән. Ул “Ирәндек ынйылыры”ның һабантуйында ойоштороласаҡ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ижади конкурс,  викторина һорауҙарына яуаптар һ.б. буйынса көсөн һынап ҡараясаҡ.   

Балаларҙың шаулап-гөрләп төрлө уйындар уйнауына, уларҙың янып торған күҙҙәренә ҡарап “Бына ул беҙҙең милләтебеҙҙең киләсәге!” тип уйлап ҡуйҙым. Бар өлкәлә белем алырға ынтылған, аҡыллы, матур, зирәк ҡыҙҙар һәм малайҙарға һоҡланмау мөмкин түгел ине. Уларҙың ялы һәр саҡ шулай күңелле лә, файҙалы ла үтһен, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеп, хатта сит илдәрҙә лә ял итергә насип булһын.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: балалар күңелле ял итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.