5 авг. 2012 г.

ҠЫУАНЫСЛЫ ЯҢЫЛЫҠ

     95 ЙӘШЕН ТУЙЛАНЫ ЗӘЛИФӘ ИНӘЙ

     1 августа юбилярҙы РФ Президенты В.В. Путин ҡотланы
 
    
     Темәс ауылында йәшәүсе, уҙған һәм хәҙерге быуаттың данлы, шанлы хәл-ваҡиғаларының шаһиты булған Зәлифә Ноғоман ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева үҙенең олпат юбилейын – 95 йәшен билдәләне. Шул уңай менән инәйҙе ҡотларға муниципаль район хакимиәте, Темәс ауыл биләмәһе хакимиәтенән ҡунаҡтар, инәйҙең балалары, туғандары йыйылды.
    

     Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.М. Йәндәүләтов Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың Зәлифә Ҡаҙаҡбаеваны 95 йәше тулыу уңайы менән ҡотлап яҙған хатын уҡып ишеттерҙе. Район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире Т.В. Денисова, Темәс ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Р.Х. Йәнсурин ҡотлау сәләмдәрен еткереп, хакимиәт тарафынан әҙерләнгән бүләктәрҙе тапшырҙы.
 
     Зәлифә инәй 1917 йылдың 1 авгусында донъяға килә. Хеҙмәт юлын бик иртә, 15 йәшенән, “Һәүәнәк” совхозында һауынсы булараҡ башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу була. Ул йылдарҙа малсылыҡта бөтә эш ҡулдан башҡарылғанлыҡтан, көс тә, таһыллыҡ та талап ителә. Оҙайлы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн алдынғы һауынсыға бик күп Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, «Хеҙмәт ветераны» тигән исем бирелә.
 
     Зәлифә инәй тормош иптәше менән өс балаға ғүмер бүләк итә. Бөгөн ул ҡыҙы Нәфисә һәм кейәүе Зәйнетдин менән йәшәй. Әйткәндәй, улар үҙҙәре лә хеҙмәт ветерандары. Инәйҙе хөрмәтләп “Беҙҙең әсәй”, “Әҙҙәй” тип кенә йөрөтәләр. Бөгөн юбилярҙың 22 ейән-ейәнсәре, 42 бүлә-бүләсәре һәм 3 тыуасары бар.
 
     Инәйҙән оҙаҡ йәшәү сере нимәлә, тип ҡыҙыҡһынабыҙ. Зәлифә инәйҙең әсәһе лә оҙон ғүмерлеләр нәҫеленән икән, ул 97 йәштә вафат булған. Зәлифә инәйҙең балалары уның тағы ла бер серен систе: һәр ваҡыт кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә, ярҙамсыл, тыныс булғаны өсөн дә Хоҙай уға оҙон ғүмер бүләк иткәндер. “Пенсияға сыҡҡанда әсәйебеҙ Хоҙайҙан теүәл, йәғни 100 йыл ғүмер бир тип һорағайны”, – тине балалары.
 
     Юбиляр инәйҙең тағы ла бер ҡыуанысы бар: март айында  торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алған. Ошо арала улар Баймаҡ ҡалаһына бөтә уңайлыҡтары булған фатирға күсте. Яңы өйҙәрендә бәхеттә һәм шатлыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
 
     Лилиә ТАКАЕВА.
     Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.