16 авг. 2012 г.

Наркоманияға ҡаршы


Балала рух ныҡлығы тәрбиәләү мөһим


РФ Президентының 2010 йылдың 9 июнендә сығарған “2020 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының наркотиктарға ҡаршы стратегик сәйәсәтен раҫлау тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, илдә бихисап профилактик саралар үткәрелә.
Маҡсат – наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше, үлемесле ағыуҙы ҡулланыуға ҡырҡа кире ҡараш тыуҙырыу, йәш быуындың сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлау. Быларҙың барыһына ла өлгәшеү өсөн түбәндәге мәсьәләләрҙе үтәү ҡарар ителде:
  • наркотик ҡулланыуҙың зыяны тураһында аңлатыу эштәре алып барыу, уны законһыҙ рекламалауға юл ҡуймау, киң мәғлүмәт сараларында теманы дөрөҫ яҡтыртыу,
  • хәүеф төркөмөнә ингән граждандар (тәрбиәгә ауыр бирелгән үҫмерҙәр, насар ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар, үҫемлек һ.б. наркотик ҡулланып ҡараған йәштәр) менән осрашыуҙар, әңгәмә ҡороу,
  • хеҙмәт коллективтарында профилактик эштәр алып барыу,
  • йыл һайын диспансеризациялау үткәреп, наркотик ҡулланыусыларҙы билдәләү,
  • йәштәр араһында наркоманияға ҡаршы волонтер хәрәкәттәрен булдырыу, йәмәғәт ойошмаларын асыу,
  • йәш быуынды ”наркотиктарға юҡ!” тигән фекерҙә тәрбиәләү,
  • кешеләрҙә наркотиктар ҡулланыуға психологик иммунитет формалаштырыу.


Бөгөн беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – йәштәрҙә аңлы рәүештә был заман афәтенән баш тартыу теләген уятыу. Һәр йәш кеше генә түгел, ә бала ла наркоманияның ни тиклем ҡурҡыныс булыуын һәм һәләкәткә алып барыуын аңларға тейеш. Мәктәп уҡыусылары, студенттар араһында профилактик эштәрҙе был заман афәтен өйрәнеү, тикшереү эштәренә ҡорорға мөмкин. Уларҙың нигеҙе итеп наркоманияға ҡаршы йүнәлтелгән федераль һәм төбәк комплекслы программаларын алырға була. 

Был мөһим проблеманы хәл иткәндә мәктәп ҙур эш башҡара ала. Мәҫәлән, мәктәп советтары наркотиктарға ҡаршы йүнәлтелгән төрлө акциялар ойоштороуы мөмкин. Быға “түңәрәк өҫтәлдәр”, нарколог, психологтар, дин әһелдәре, хоҡуҡ һаҡсылары, медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу, лекциялар һ.б. саралар ҙа инә.

Наркомания менән көрәш һәр балала рух ныҡлығы, һау-сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш тәрбиәләгәндә, өлкәндәр йәштәргә үрнәк күрһәткәндә генә мөмкин икәнлеген хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

Е. МИХАЙЛОВ, 
район прокуроры ярҙамсыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.