5 авг. 2012 г.

КӘҢӘШМӘЛӘР

ПРОБЛЕМАЛАР ЕТЕРЛЕК,
УЛАРҘЫ ХӘЛ ИТЕҮ МОТЛАҠ


    Ауыл биләмәләре башлыҡтарының сираттағы семинары Билал һәм Ҡолсора тарафтарында үтте

    Маршрут Өмөтбай ауылы мәктәбенән башланды. Спорт залында урынлашҡан сәхнә, мәктәп хеҙмәткәрҙәре яһаған теннис өҫтәлдәренә иғтибар бирелде. Артабан тарих уҡытыусыһы А.Мәжитов мәктәп музейының эше менән таныштырҙы. Йыһаздары менән өс ярым ҡанатлы башҡорт тирмәһе, Өмөтбайҙың 14 быуын шәжәрәһе, көнкүреш әйберҙәре тупланған. Ҡыҙыҡлы “Тере мөйөш”ө булған биология кабинетын ҡарағас, башлыҡтар мәктәп ҡаҙанлығына йүнәлде. Ул тәбиғи газ селтәренә тоташтырылған, бынан тыш резервта ҡаты яғыулыҡҡа иҫәпләнгән мейес тә бар. Йылытыу системаһы тейешенсә хеҙмәтләндерелгән, ревизия үткәрелгән.
 
    Мәктәптә урынлашҡан фельдшер-акушерлыҡ пунктында үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы М.И. Ғүмәров бында тәүге һәм тиҙ медицина ярҙамы күрһәтелеүен белдерҙе. Дарыуҙар һатыла, әйткәндәй, ике биләмәләге бар ФАП-тарҙа был эш яҡшы ойошторолған. Шулай ҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең хаҡлы ялға сығыуы, йәштәрҙең килмәүе борсолоуға нигеҙ бирә.
 
    Күгиҙелдә башлыҡтар тәүҙә Билал мәктәбе филиалына йүнәлде. Заманында хужалыҡ ысулы менән һалынған был бинаның түбән, һаҙлы ерҙә урынлашыуы ҙур проблема тыуҙыра. Әле бында кабинеттарҙың иҙәндәрен алмаштырыу, нигеҙ күмеү эштәре бара. Шулай уҡ шлакоблоктан ике бүлмә өҫтәп төҙөү планлаштырылған. Балалар баҡсаһында мейестәргә циркуляция насосы ҡуйыу, ҡыйыҡҡа ремонт талап ителә. Клубта ремонт башҡарылған, әйткәндәй, биләмә башлығы Ф.Ф. Садиҡов учреждение мөдире А.Нарынбаев етәкләгән бейеү коллективы ижады, ҡаҙаныштары тураһында әйтеп үтте.   
 
    Билалда семинарсылар ауыл уңғаны – тракторҙарға тейәгестәр эшләп һатҡан Илдар Күсәрбаев менән танышты. Ағас, бесән тейәргә тәғәйенләнгән был ҡорамалдарға даими рәүештә шәхси заказдар килеп тора. Бынан тыш, оҫта тырма, бесән арбаһы ла әҙерләй икән.
 
    Мәктәптә ремонт эштәре барышы, интерактив таҡталы мультимедия класы, спорт залы ҡаралды. “Айгөл” балалар баҡсаһында ҡунаҡтар ҡапҡаның үҙенсәлекле биҙәлешен һәм ундағы “Тере мөйөш”тө оҡшатты. Мәҙәниәт йортона аппаратура кәрәк, ҡыйығын ремонтлау талап ителә. Билалдар шулай уҡ ГАЗ-53 янғын һүндереү автомашинаһын күрһәтте. Ул йәмәғәт башланғысында хеҙмәтләндерелә.
 
    Башлыҡтар перспективалы эш – тәбиғи таш эшкәртеү менән шөғөлләнгән Илшат Исҡужиндың ШП-һы менән танышты. Яҡын-тирәләге карьерҙарҙан килтерелгән сеймал эшкәртелә һәм унан әҙер материал сығарыла. Эш быйыл ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, заказдар етерлек.
 
    Үрге Иҙрискә юл тотҡанда семинарҙа ҡатнашыусылар һөт етештереү комбинаты эше менән танышты.
 
    Үрге Иҙрис мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө, “Нағыш” ҡул әйберҙәре түңәрәге эштәре иғтибарҙы йәлеп итте. Белем усағының тәҙрәләрен алмаштырыу талап ителә. Семинарсылар мәсеттә лә булды, халыҡ әүҙем йөрөй, Ислам дине нигеҙҙәре өйрәнелә. Социалистик Хеҙмәт Геройы һауынсы Гәүһәр Фәйзуллина йәшәгән йорт та ҡарап үтелде.        
 
    Түбәнге Иҙристә клубта кәрәкле ремонт эштәре башҡарылған. Бында бильярд уйнарға, арҙаҡлы Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәргә арналған тематик мөйөштәр менән танышырға мөмкин. Клуб мөдире Г.Йәнтүринаның эшенә район башлығы  И.Х. Ситдыҡов та юғары баһа бирҙе. Ҡунаҡтар артабан балалар баҡсаһының эске һәм тышҡы  биҙәлешен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Унан һуң М.М. Ҡотлобаев ШП-һы – тәбиғи таш эшкәртеү цехы күрһәтелде. Бында ла сеймал эшкәртелеп, төрлө таш продукцияһына әйләнә. Шуныһы отошло,  производствоның ҡалдыҡтары юҡ һәм продукция ҙур һорау менән файҙалана. Цех элекке трактор гаражында урынлашҡан, эшкә урындағы кешеләр йәлеп ителгән. Шуның менән йыйылыусыларға таш сеймалын үҙебеҙҙә эшкәртеүҙең өҫтөнлөгө, продукцияның үтемле булыуы күрһәтелде. Илшат Хәмит улы, районда таш продукцияһы етештереү өсөн предприятие булдырыласаҡ, инвесторҙар саҡырыласаҡ, тине. 
 
    Ҡолсорала семинарсылар Граждандар һуғышы геройы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Шәмсетдин Ғафаровҡа арналған обелискыны ҡараны. Әйткәндәй, таҡтаташтағы хата һаман да төҙәтелмәгән – унда яҙылғанса “1-се һәм 2-се дәрәжәләге Ҡыҙыл байраҡ ордены” тигән награда бөтөнләй юҡ, “граждандар һуғышы ветераны” тигән исем дә булмай. “Был урында Граждандар һуғышы геройы, ике тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры Ш.Ғ. Ғафаров йәшәгән” тип яҙырға кәрәк.      
 
   Муллаҡай     клубы ҡот осҡос хәлдә, ул яҙмыш ҡарамағына ташланған. Ундағы проблемаларҙы кисекмәҫтән хәл итеү мөһим.
 
  Муллаҡай мәктәбендә XIX быуаттың күренекле мәғрифәтсеһе, дин әһеле Ғабдулла Сәиди исемендәге музей күргәҙмәһенә юғары баһа бирелде. Бындағы экспонаттар төрлө ваҡытты үҙ эсенә ала һәм шуныһы менән үҫеп килгән быуынды йәлеп итә.
 
  Ошонда уҡ семинарҙың пленар өлөшө үтте. Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Р.С. Ишмырҙиндың сығышынан һуң, һүҙҙе баш врач М.И. Ғүмәров алды. Ул ФАП-тар урынлашҡан биналарҙың иҫкереүен, йәштәрҙең эшкә килмәүен белдерҙе һәм биләмә башлыҡтарына медучреждениеларға транспорт, төҙөкләндереү яғынан ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Артабан мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясовтың дөйөм белем биреү учреждениелары селтәрен оптималләштереү тураһында телмәре тыңланды. Муниципаль район Советына көҙгөһөн үтәсәк һайлауҙар буйынса ТИК рәйесе Ш.Ш. Моталлапов мәғлүмәт бирҙе. Район Советы секретары Р.З. Ишбулатов Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында тиҙҙән ойоштороласаҡ слесарь-сантехниктар әҙерләү курстарында уҡырға теләүселәрҙең исемлеген тупларға саҡырҙы һәм был һөнәр тураһында һөйләп үтте. Радмир Зөбәйер улы тиҙҙән районда ҙур төҙөлөш объекттары сафҡа индерелеү менән бәйле тантанаға юғары дәрәжәле ҡунаҡтар киләсәген белдерҙе һәм төҙөкләндереү эшенә етди ҡарарға саҡырҙы.
 
   Аҙаҡтан ҡайһы бер биләмә башлыҡтары үҙҙәрендәге эштәр торошо менән таныштырҙы. Илшат Хәмит улы урындарҙа янғын һүндереү хеҙмәте, төҙөкләндереү кеүек эштәргә фермерҙар, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла йәлеп итергә кәрәк, тип белдерҙе.
 
  Семинарҙы йомғаҡлап И.Х. Ситдыҡов Үрге Иҙристә Г.Фәйзуллина йәшәгән йортто төҙөкләндереп, заманында Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозды данлаған хеҙмәт батырҙарына арналған музей асыу кәрәклеге тураһында әйтте. Өлгө бар – Икенсе Этҡолда Д.Сөләймәнов исемендәге музей. Шулай уҡ Муллаҡай клубын төҙөкләндереү, юлдарҙы тәртипкә килтереү мөһим.        
 
    Бөгөн кисекмәҫтән хәл итәһе мәсьәлә булып етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләү тора, – тип белдерҙе Илшат Хәмит улы. – Мал һанын ҡыҫҡартмау, халыҡты һалам менән тәьмин итеү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, бәләкәй производстволар асыу өҫтөндә эш алып барыу — иң актуаль мәсьәләләр бына ошо.
 
    Айбулат ИШНАЗАРОВ.
    Автор фотоһында: Түбәнге Иҙристә таш эшкәртеү производствоһында.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.