23 авг. 2012 г.

Милли рухты үҫтереүсе


Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина – Кәрешкә мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 26 йыл ғүмерен мәктәпкә бағышлаған Яңылбикә Рауил ҡыҙы 2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Грантына ла лайыҡ булғайны.

Әлбиттә, бындай ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн уҡытыусыға бар көсөн мәктәп тормошона бирергә тура килә. Эшен яратҡан, туған тел генә түгел, ә милли тарих, халыҡ йолаларына ҙур иғтибар биргән Яңылбикә Рауил ҡыҙын балалар ҙа бик ярата, ихтирам итә. Ул “Урал батыр” эпосын өйрәнгән, сәсән мәктәбен үҫтергән уҡытыусы булараҡ та билдәле. Яңылбикә Рауил ҡыҙының уҡыусыһы Вәсилә Казарбаева 2007 йылда “Урал батыр” эпосын 7 телдә һөйләп – Гран-при, ә быйыл Гөлнара Казарбаева ошо уҡ конкурста беренселекте яуланы.
 
Яңылбикә Рауил ҡыҙының ҡаҙаныштары, милли рухты күтәреүгә биргән ҙур иғтибарын иҫәпкә алып, уны быйыл “Ирәндек ынйылары” лингвистик лагерына тәрбиәсе итеп  тәғәйенләнеләр. Бында уҡытыусы һәләтле балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән генә түгел, ә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, тарихи ҡомартҡыларын өйрәнеүгә ҡабатланмаҫ дәрестәр бирҙе.
Уҡытыусының киләсәккә уй-хыялдары ла бихисап. Уның иң мөһиме – йыр кеүек яңғыраған башҡорт телен, бай йөкмәткеле әҙәбиәтебеҙҙе, шәхес итеп тәрбиәләгән йолаларыбыҙҙы киләһе быуындарға аманат итеп тапшырыу. Яңылбикә Рауил ҡыҙының бар хыялдары тормошҡа ашып, беҙҙе тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәре менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.