16 авг. 2012 г.

Дин һәм иман


Фитыр саҙаҡаһы тураһында


Ислам дине буйынса изге Рамаҙан айы тамамланыр алдынан мосолмандар Аллаһы Тәғәлә ризалығына ирешер өсөн фитыр саҙаҡаһы бирә. Сөнки бәйғәмбәребеҙ хәҙис-шәрифендә: «Фитыр саҙаҡаһын бирмәй тороп, изге Рамаҙан айында үтәлгән изге ғәмәлдәр менән ураҙа ғибәҙәте Аллаһы Тәғәлә хозурлығына күтәрелмәҫ», – тигән.


Фитыр саҙаҡаһы Аллаһы Тәғәлә күрһәткән юлға, йәғни ярлыларға һәм мохтаждарға бирелә. Ошо рәүештә уларҙың ауыр тормоштары ғәйет көндәрендә бер аҙ еңеләйтелә, күңелдәренә шатлыҡ-ҡыуаныс өҫтәлә. Фитырҙы бер нисә ярлыға өләшергә йәки бер ярлыға ике йәки унан күберәк фитыр бирергә рөхсәт ителә. Тағы уны етемдәргә, зәғифтәргә, ғәриптәргә, тол ҡатындарға, бәлә-ҡазаға тарыусыларға биреү ҙә дөрөҫ. Әммә һанап үтелгәндәрҙең бөтәһе лә иман килтереп, Аллаһы Тәғәләгә тоғролоҡ һаҡлаған, көнөнә биш ваҡыт намаҙын уҡыған, ураҙаһын тотҡан кешеләр булһын. Уларҙың фитырҙы доға уҡып ҡабул итеүҙәре хәйерле. Ләкин доға уҡый белә, намаҙын да уҡый тип, етеш тормошта йәшәгән, бай мосолманға фитыр саҙаҡаһын бирергә һис тә ярамай. Бының әжер-сауабы булмай, сөнки байға ниндәй булһа ла саҙаҡаны ашау хәрәм. Ә мосолманды хәрәмгә этәреү ҙур гонаһ.

Балиғ булмаған, ата-әсә ҡарамағында йәшәгән балаларҙың фитырын ата-әсәһе бирә. Ә бала үҙ фитырын ата-әсәһенә бирә алмай. Сөнки уның Аллаһы Тәғәлә алдындағы изге бурысы – ата-әсәһен тулыһынса тәьмин итеү, уларҙы ғәйет көндәрендә бүләктәр биреп һөйөндөрөү.
Ярлылар һәм мохтаждар фитыр йыйырға ышаныслы кешеһен тәғәйенләй ала. Бөгөн был эште мәсеттәрҙәге мөфтөй тарафынан рөхсәт алған указлы имам-хатиптарыбыҙ үтәй. Шуға күрә фитырҙы мәсеткә тапшырыу ҙа дөрөҫ. Тапшырыусыға фитыр саҙаҡаһынан тыш, мәсет сауабы ла яҙылыр, иншаллаһ. Мәсеткә тапшырылған фитыр саҙаҡаһы мәсетте төҙөкләндереүгә, мохтаждарға һәм ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеүгә тотонола.

Фитырҙы ҡайһы бер ислам ғалимдары, бәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, бер саа (2245 грамм) ауырлығындағы ризыҡ менән бирелә тиһәләр, икенселәре, уның аҡсалата хаҡы бирелһә лә ярай, тип иҫәпләй. Республикабыҙҙа быйылғы фитырҙың аҡсалата күләме Башҡортостан диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин тарафынан бер кешегә, 2 кг бойҙай хаҡынан сығып, 30 һумдан, урта хәллеләргә – 100 һумдан, хәллеләргә, 2 кг йөҙөм хаҡынан сығып, 200 һумдан, ә төҙәлә алмаҫлыҡ ауырыу йәки ҡартлыҡ хәлһеҙлеге сәбәпле бөтөнләй ураҙа тота алмаусыларға фидиә күләме көнөнә 150 һумдан билдәләнгән.

Бәйғәмбәребеҙ хәҙистәрендә: «Саҙаҡа биреүсене Аллаһы Тәғәлә етмеш төрлө аңһыҙ үлемдән һаҡлай һәм етмеш төрлө бәлә-ҡазаны кире ҡайтара», – тигән. Шуға күрә нисек инде мосолман кешеһе ҙур әжер-сауаптар килтергән фитыр саҙаҡаһын биреү хаҡында хәстәрлек күрмәһен? И, Раббым, бөтмәҫ әжер-сауаптарың һәммәбеҙгә лә насип булһын!

Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев, Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.