5 авг. 2012 г.

РӘСМИ ХӘБӘР

ХУЖАЛЫҠ КИТАБЫНАН ӨҘӨМТӘ
уны кем бирә һәм ул нимә өсөн кәрәк?

   
    Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына ер биләмәһенә милекселек хоҡуғын хужалыҡ китабынан өҙөмтә нигеҙендә нисек дөрөҫ теркәргә, тип йыш мөрәжәғәт итәләр. Граждандарҙың ер биләмәһенә милекселек хоҡуғы барлығын дәлилләүсе хужалыҡ китабы өҙөмтәһенең яңы формаһы ҡабул ителеүгә Росреестр тарафынан яңы приказ раҫланыуы һөҙөмтәһендә был һорау айырыуса мөһим булып ҡала. Уға ярашлы әйтелгән өҙөмтәне юллау мөмкинлеге әле был ер биләмәһенә хоҡуҡ менән эйә булыусы менән бер рәттән унда урынлашҡан бина (ҡоролма) хужаһы – ер биләмәһенә хоҡуҡ менән эйә булыусы ла ҡуллана ала. Элек бындай мөмкинлек булманы.

    Әгәр ҙә граждандар ер биләмәһенә милекселек юлларға теләп дәүләт хоҡуғы теркәүгә документтарҙы мәшәҡәтһеҙ тапшырырға теләһә, ошо ыңғай үҙгәрештәр хаҡында белергә тейеш.

    Нимә ул?

    Хужалыҡ китабынан өҙөмтә – ул үҙенә күрә гражданиндың ер биләмәһенә хоҡуғы булыуҙы раҫлаусы таныҡлыҡ. Ул шулай уҡ түбәндә күрһәтелгәнсә милекселек хоҡуғына дәүләт теркәүенә нигеҙ булып тора:
  • әгәр ҙә ер биләмәһе ғариза тапшырыусыға ҡала йәки район хакимиәте тарафынан РФ Ер кодексы (2001 йылдың 30 октябренә тиклем) ғәмәлгә ингәнгә тиклем тапшырылһа;
  • ер биләмәһе шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыуға тәғәйенләнһә.
    Әйтергә кәрәк, был шарттар граждандарға ер  биләмәләренә милекселек хоҡуғын ябайлаштырылған тәртиптә, “дача амнистияһы” нигеҙендә юлларға мөмкинлек бирә. 2007 йылда ғариза биреүселәргә ер биләмәһенең элекке хужаһының милекселек хоҡуғын күрһәткән документтар буйынса хоҡуҡ йүнләү процедураһы күпкә еңелләштерелде. Ер  биләмәһендәге күсмәй торған милек объектына милекселек хоҡуғы менән уның “әлеге ваҡытта” эйә булыусыһы ҡуллана ала (әгәр ҙә был һатып алыу-һатыу килешеүе йәки икенсе документ менән раҫланһа).
    Ошоғаса ергә элек хужа булыусы ғына ер биләмәһенә хужалыҡ китабынан өҙөмтәне ала ине. Был иһә теркәү органдарына тапшырыу өсөн хоҡуҡ белдереүсе документтар йыйыуҙы ҡатмарлаштырҙы.
 

    Кем тарафынан бирелә?

    Граждандарҙың ер биләмәһенә булған хоҡуғын күрһәткән хужалыҡ китабынан өҙөмтә дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса Федераль хеҙмәттең 2012 йылдың 7 мартындағы ”Гражданиндың ер биләмәһенә хоҡуғы тураһындағы хужалыҡ китабынан өҙөмтәнең формаһын раҫлау тураһындағы” 103 һанлы приказына ярашлы, урындағы үҙидара органы тарафынан бирелә. Был документта ер биләмәһенә хужа булған ғариза биреүсенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, адресы, паспорт мәғлүмәттәре, ер биләмәһенә хоҡуҡ төрө, майҙаны, адресы, категорияһы, хужалыҡ китабының реквизиттары һәм хужалыҡ китабына гражданиндың ер биләмәһенә булған хоҡуғын нигеҙләгән документтың реквизиттары теркәлә. Әгәр ҙә өҙөмтә ер биләмәһенең элекке хужаһына хәҙергеһе тарафынан теркәлһә, был осраҡта иһә шәхесте теркәүсе документтың реквизиттары, даими йәшәгән урындың йәки күбеһенсә йәшәгән урындың адресы күрһәтелмәй.
    Хужалыҡ китабынан өҙөмтә ике төп нөсхәлә төҙөлә. Өлөшләтә милекселектең башҡа ҡатнашыусылары булған осраҡта был мәғлүмәттәр ҙә өҙөмтәлә күрһәтелә. 
 

    Башҡа нимәгә кәрәк булыуы мөмкин? 

    Хужалыҡ китабынан өҙөмтә шулай уҡ элек межаланмайынса алдан иҫәптә үткәрелгән ер биләмәһен кадастр иҫәбенә ҡуйыуға мөмкинлек бирә. Элек иҫәпкә ҡуйылған ер биләмәһе  тураһында мәғлүмәттәрҙе дәүләт күсмәй торған милек кадастрына индереү хоҡуҡҡа эйә булыусы ғаризаһы һәм хужалыҡ китабынан өҙөмтә (йәки башҡа документтар) нигеҙендә башҡарыла.
    Был осраҡта граждандар ер биләмәһенең кадастр паспортын тапшырмайынса документтар әҙерләй ала.
 

    Күпме тора?

    Хужалыҡ китабынан өҙөмтә биреү муниципаль хеҙмәте бушлай эшләнә. Шулай ҙа шәхси ярҙамсы, дача хужалығы, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, шәхси гараж йәки торлаҡ төҙөү өсөн тәғәйенләнгән ер биләмәһенә физик шәхестең милекселек хоҡуғына ябайлаштырылған дәүләт теркәүе өсөн 200 һум күләмендә дәүләт пошлинаһы түләргә тура киләсәк. Дәүләт хоҡуғын теркәү тейешле ғариза һәм документтар тапшырғандан һуң бер ай эсендә башҡарыла.
 
    Р. ФӘХРЕТДИНОВА,
    БР буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.