7 авг. 2012 г.

ЙЫЛЫ ҺҮҘ – ЙӘН АҘЫҒЫ


     Матур йәшәү теләге


     Мәҡәләмдең геройы Оморҙаҡ ағай Әүәлбаев тураһында яҙырҙан алда уның йәшәгән йортон, урамын күҙ алдына килтереп: “Була бит шундай кешеләр: заман ауырлығын бар тип тә белмәй, бынамын тигән ғаилә усағы һүрелмәҫлек күркәм йорт, заманға лайыҡ балалар үҫтергән!” – тип уйлап ҡуйҙым.
     Ошондай үҙ ғүмере менән хеҙмәткә һәйкәл һалған шәхес йәшәй беҙҙең Ниғәмәт ауылында. Һуғыш осоро балалары булған был ғаилә, бәлки, “Һуғыш балалары” исемле социаль статус алыуға өлгәшкән осорҙо ла күрер. Сөнки был сара һуғыш осоро балаларын социаль яҡлау сараһы бит. Улар, ысынлап та, шундай яҡлауға мохтаж. Эйе, нисек тә улар быуыны өсөн был мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип ышанғы килә.      
     Оморҙаҡ ағай Әүәлбаевты ауылда хеҙмәт ҡомары һүрелмәгән, ғаилә ҡото һәм тотҡаһы булғаны, эшкә тырышлығы өсөн ихтирам итәләр. Был юлдарҙы яҙыр алдынан Оморҙаҡ ағай һәм уның тормош иптәше Рабиға апай менән осрашып һөйләшәбеҙ. Минең ниндәй маҡсат менән йөрөүемде белгәс:

   – Ҡуй, ярамаҫ, кеше әллә ни уйлар, – тип өй хужаһы ҡаршы килде. Ә мин уның уңайһыҙланыуын баҫалҡылығына ҡайтарып:


     – Ә һеҙ ҡыуанығыҙ, тере кеше хаҡында кеше һәр саҡ үҙенсә фекер йөрөтөргә тейеш, тимәк, һеҙ йәшәйһегеҙ. Дуҫ ҡыуанырлыҡ, дошман зарланырлыҡ итеп йәшәгәнгә һөйләйҙәр, – тием.

     Эйе, һигеҙ тиҫтәне тултырған, ил ағаһы йәшен уҙған Оморҙаҡ ағай һәр нәмә менән ҡыҙыҡһына, гәзит уҡый, телевизор аша яңылыҡтар менән таныша. Бына шул кеше хаҡында бер-ике һүҙ менән генә сикләнгән мәҡәлә яҙыу мөмкин түгел икәненә тағы бер ҡат инандым. Сығышы менән Түбәнге Яйыҡбай егете Оморҙаҡ ағайға етемлектең әсе һурпаһын иртә татырға тура килә. Яҙмыш уға әсе тормош башын әсә ҡарынында уҡ әҙерләгән, ләкин әсәһе Ҡобора Рәжәпова уны ауырлыҡтарға баш эймәҫкә, ауыҙы ҡан булһа ла төкөрмәҫкә, өйөндәге ҡыйҙы урамға түкмәҫкә, тигән тормоштоң яҙылмаған ҡанундарына кесе йәштән өйрәтә. “Һәр ауырлыҡты күтәрә, берәгәйләтә үткәрә бел, абруйың булыр, эш күп тип зарланма, эштән кеше үлмәй, сирҙән үлә. Эштең ағы, ҡараһы, таҙаһы, бысрағы, яратҡаны, яратмағаны булмай. Тик һәр саҡ теләк менән эшләй белһәң, тормошоң матур булыр”, – тип әйтә торған булған. “Әсәйебеҙ талапсан, тура һүҙле була торғайны”, – тип иҫләй Оморҙаҡ ағай. 

     Һуғыш башланғанда уға ни бары 9 йәш була. Һәр саҡ эш менән үткән көн еңеүҙе яҡынайта, тип өйрәткән уҡытыусыларҙың һүҙен үтәп, ул тиҫтерҙәре менән йәй һәм сентябрь айҙарында колхозға ярҙамға эшкә сыға. Апаһы Мөкәрәмә лә, әсәһе лә эшләй, аҙаҡ апаһын Миәскә эшкә ебәрәләр. 

     Колхоз кәртәһендә аттар һирәк: ҡайһыларын бүре тамаҡлаған, ҡайһылары фронтҡа киткән. Үҙенең тиҫтерҙәре, туғаны Шәһит ағай менән бергә Түбәнге Яйыҡбайҙа һөргөн (репрессия) ваҡытын тултырып йәшәп ятыусы Лакиза Яков етәкселегендә ер һөрөү серенә өйрәнәләр һәм уңышлы ғына сәсеү эшен башҡаралар. 

     – Мин эште ныҡлап 1944 йылдың көҙөнән башланым – аттар ҡараным. Тәүҙә үгеҙ егеп мәктәпкә, ололарға утын ташый инек, аҙаҡ ат менән ташый башланыҡ, – ти Оморҙаҡ ағай. 

     1945 йылдан 1951 йылдың октябренә тиклем төрлө эштә эшләй. Бөрйәндә ағас ҡырҡа, аҙаҡ ат менән шуны Үҙән йылғаһы буйына ташыйҙар һәм йылға буйлап ағыҙалар. Иң ауыры ла, ҡурҡынысы ла шул була. Ағас ҡырҡҡанда ут яғып йылыныу, ҡолап барыусы ағас аҫтында ҡалмаҫ өсөн ҡасыу мөмкинлеге була, ә һыуҙа – икеле. 1951 йылдың 20 октябрендә ул әрме хеҙмәтенә алына. Әрменән ҡайтҡас, уны колхоз рәйесе шоферлыҡҡа уҡырға ебәрә. Ҡайтып эш башлаған баҫалҡы, эшһөйәр егеткә күҙ һалыусы ҡыҙҙар ҙа була, әммә апаһы уны эшлеклелеге менән танылған Иҫән ҡыҙы Рабиға менән таныштырырға уйлай. Тик апаһы уйлағансы, улар танышып та өлгөрә һәм 1955 йылдың йәйендә сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Шунан алып 57 йыл серләшеп-сөкөрләшеп, кәңәшләшеп-һөйләшеп, һөйөп-һөйөлөп ғүмер итәләр. Тырышлыҡтары менән ҙур, күркәм йорт һалып инәләр. Был йорт хәҙер ауылдың бер йәме, биҙәге.

     Оморҙаҡ ағайҙың ғүмере бары эш менән үтә, ул үҙе лә уттай ҡыҙыу ураҡ мәлендә тыуған бит, бәлки, шуғалыр ҙа эшһеҙ торорға яратмай. Кесе йәштән эшкә егелһә лә, замана ла ауыр, атай ҙа юҡ, тимәгән, ете класты тамамлай, Сибайҙа шофер танытмаһы алғас, бер йылға яҡын Юлдыбайҙа уҡып, һөнәрен камиллаштыра. Артабан да уҡыу теләге уны, бер-бер артлы тыуған алты бала атаһын, Силәбе өлкәһе Копейск ҡалаһында автомеханиктар әҙерләүсе техникумға алып килә һәм уны ситтән тороп тамамлай, 1974 йылдан колхозда автомеханик булып эшләй. Артабан ауылға йәш белгес – Юлғотлин Мотаһар ҡайтҡас, үҙен шаҡтай оло тип иҫәпләгән Оморҙаҡ ағай техника хәүефһеҙлеге буйынса инженер булып ҡала һәм урынын йәш белгескә бирә. “Күндәм ат – күтәремле”, – тиҙәр бит, уны колхоздың профком рәйесе, идара һәм партком ағзаһы итеп тә һайлайҙар. Коммунист икәнһең – баш тартмайһың. Шулай һәр эшкә ҡушып барыуҙары уның талапсанлығы, тырышлығы, бөтә урында пунктуаллеге, эште намыҫлы башҡарыуына бәйле. Уның шундай фиҙаҡәр хеҙмәтен хөкүмәт тә күрмәй ҡалмай: 1974 йылдан алып өс йыл рәттән “Социалистик ярышта еңеүсе”, шулай уҡ “Өлгөлө хеҙмәт өсөн”(1978 йыл) билдәләре, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы (1976 йыл), һуғыш йылдарындағы хеҙмәтен дә иҫәпкә алып, Бөйөк Еңеүҙең егерме, ҡырҡ, алтмыш йыллыҡ юбилей миҙалдары менән бүләкләй. Ил ағаһының түшен 1976 йылдан “Хеҙмәт ветераны” миҙалы ла биҙәй. Ошонан да ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы ни?..

     Уның эшкә һөйөүе балаларына ла күскән. Улдары Дамир һәм Рәжәп – мәғариф алдынғылары,  ҡыҙҙары Гөлсимә, Гөлсирә – “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре. Гөлсимә – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, ә улы Рәйес атаһының юлын дауам итә – инженер-водитель. Бөтәһе лә юғары белемле белгестәр. 

     Ошондай үҙ ғүмере менән хеҙмәткә һәйкәл һалған шәхес йәшәй беҙҙең Ниғәмәт ауылында. Һуғыш осоро балалары булған был ғаилә, бәлки, “Һуғыш балалары” исемле социаль статус алыуға өлгәшкән осорҙо ла күрер. Сөнки был сара һуғыш осоро балаларын социаль яҡлау сараһы бит. Улар, ысынлап та, шундай яҡлауға мохтаж. Эйе, нисек тә улар быуыны өсөн был мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тип ышанғы килә. Ә юбилярға тик ҡартлыҡ бәхете һәм һаулыҡ насип булһын!

     Рәйсә ИҪӘНБАЕВА.
     Ниғәмәт ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.